Сибай концерт-театр берекмәһе 31-се ижад миҙгелен мәңгелек йырҙар авторы, яратҡан легендар композиторыбыҙ Рим Хәсәновтың үлемһеҙ йырҙарынан торған шәп концерт менән асҡайны. Был концертты иң беренселәрҙән булып Баймаҡ, Өфө ҡалалары, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы халҡы ҡарап ҡыуанһа, 28 ноябрҙә Кушнаренко, 29 ноябрҙә Дүртөйлөлә тәҡдим ителәсәк.
Яңы миҙгелде мәҙәниәт усағы ҙур уңыштар, ижади күтәренкелек менән башлап ебәрҙе. Миҙгелде асыр алдынан берекмәлә бер төркөм һәләтле йәштәр эш башланы. Мира Харрасова, мәҫәлән, коллективҡа быйыл ҡыш уҡ ҡушылды. Ул - Сибай ҡыҙы. Бәләкәй генә сағынан Балалар сәнғәт мәктәбендә вокал менән шөғөлләнгән. 16 йәшендә "Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара йыр бәйгеһендә балалар араһында гран-приға өлгәшкән. Бынан тыш, Мира республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге "Эстрада йыры", "Классик вокал", ҡалала үткәрелгән "Голос" шоу-проекты номинацияларында еңеү яулаған.
Коллективта эш башлаған Әбйәлил егете Йәмил Ғайсин быйыл Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған. Ул республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәрҙәге йыр бәйгеләре лауреты, былтыр Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте Академияһы проектында ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараған. Ҡалала уҙғарылған "Голос" шоу-проекты номинацияһында еңеү яулаған. Йырсы академик, эстрада, халыҡ йырҙарын да бер тигеҙ оҫта йырлай. Вокалдан тыш, Йәмил гитарала һәм фортепианола уйнай, мәҙәни сараларҙы алып барыусы нәфис һүҙ оҫтаһы ла.
Тағы бер сағыу тауышлы йырсы Яна Ильясова ла берекмәлә эш башланы. Ул тәүге тапҡыр ҡаланың үҙәк майҙанындағы сәхнәлә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе булған саҡта сығыш яһай. Шунда ул үҙенә һоҡланып ҡараған тамашасыларҙың ҡарашын тоя һәм йырсы булырға ҡарар итә. Артабан Балалар музыка мәктәбенә бара. Ҡыҙ тәүге тапҡыр ошонда донъя классикаһы менән таныша. Артабан Силәбелә Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал институтын тамамлай. Магнитогорск, Силәбе ҡалаларының опера һәм балет театрында эшләп, тәжрибә тупларға ла өлгөрә. Күңеле тыуған яғына тартылғас, ҡыҙ Сибайға ҡайтырға ҡарар итә.
Тағы бер көслө тауышлы артист-вокалист Азамат Әхмәтханов 1998 йылда Учалы ҡалаһында тыуған. Учалыла С.Низаметдинов исемендәге Сәнғәт колледжын тамамлағас, Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институтында юғары белем алған. "Ике уҡыу йортонда ла игеҙәгем Азат Әхмәтханов менән бергә уҡыныҡ", - ти йырсы. Институтта уҡығанда уҡ егеттәр Учалы филармонияһында эшләп тә йөрөй. Игеҙәктәрҙең икеһенең дә тауышы сағыу. Улар бергә Өфөлә лә, башҡа ҡалалар сәхнәһендә лә сығыш яһаған. "Әлеге ваҡытта Азат Санкт-Петербурга шәхси мәктәптә балалар уҡыта. Ә мин Башҡортостанда ҡалып, карьера эшләргә булдым",- ти Азамат.
- Йырсыларҙан тыш, оркестрға артистар алдыҡ. Быйыл Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған Ева Ҡоҙаҡаева - саксофонда, Гөлнәзирә Сәфәрғәлиева - кларнетта, Гөлбикә Имелбаева - флейтала, Денис Фәтхуллин тубала уйнай. "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбленә Вилена Аралбаева һәм Ришат Сөләймәновтарҙың ғаилә пары ҡушылды. Шулай уҡ Йәнзилә Латипова исемле бейеүсе килде. "Сулпан" балалар театрында Эльвира Мөхәмәтшина актриса булып эш башланы. Юлиә Бәхтиева нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ, мәҙәни сараларҙы алып барасаҡ, - тип яңылыҡтар менән таныштырҙы Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин.
Сибай артистары октябрҙә Өфөлә ике концерт ҡуйһа, ноябрҙә тағы баш ҡалаға юлланырға торалар. Быйылғы Һаулык мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылында Сибай концерт-театр берекмәһе Азат Исҡужиндың "Күңел нурым ғаләм яҡтырта" исемле концертын әҙерләй. Ул Өфөлә 21 ноябрҙә уҙа.
- Һуңғы арала Сибай филармонияһы йырсылары өсөн арыуыҡ ҡына йырҙар яҙҙым. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев, Йәғәфәр Нәҙершин, Сөмбөл Моратова, Азамат Әхмәтханов башҡара. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, йәшерәк йырсылар Алмас Хөсәйенов, Илһам Мөхәмәтшин, Сулпан Әбүбәкерова ла минең йырҙарҙы бик теләп башҡара, - ти композитор. - Әйткәндәй, Өфөлә концерт ҡуйырға берекмәбеҙҙең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмирә Ҡыуатова дәртләндерҙе. Сценарийҙы Гөлнур Ҡыуатова яҙҙы...
Рухи яҡтан көслө, күңел күҙе менән матурлыҡты тойоп, хистәрен йырға һалыусы Азат Исҡужиндың концерты һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ!
Гөлдәр ҠАДАЕВА,
Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәби-реклама бүлеге етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА