Донъяның иғтибар үҙәгендә - Рәсәй-Украина конфликты һәм ошоға бәйле АҠШ-тың яңы һайланған президенты Дональд Трамптың һайлау алды программаһында конфликтты хәл итеү буйынса биргән вәғәҙәһенең әле һаман урынынан ҡуҙғатыла алмауы.
Беҙҙә, вәғәҙә - иман, тиһәләр ҙә, был әйтемгә океан аръяғында ниндәй ҡарашта тораларҙыр, һәр хәлдә, был осраҡ ҡыҙыулыҡ менән ашығыс рәүештә вәғәҙә бирергә ашыҡмауҙың хәйерлерәк икәне, тәүҙә мәсьәләне төрлө яҡлап анализлау кәрәклеге хаҡында һөйләүсе бер һабаҡ булды. Өҫтәүенә, АҠШ-тың ғәмәлдәге власть хакимиәте НАТО-ның башҡа илдәре менән берлектә күрәләтә яңы президентҡа ҡаршы эшләй һәм Трамптың инаугурацияһынан алда Украинаға мөмкин тиклем күберәк ярҙам сараларын ебәреп ҡалырға тырыша. Әмәлгә ҡалғандай, Украина президенты Зеленский ҙа, Рәсәй көстәре тарафынан Киевтың хәрби объекттары утҡа тотолғандан һуң көнбайыш партнерҙарынан ярҙамды тиҙләтеүҙәрен һорай.
Шуныһы ғәжәп: АҠШ-тың киң мәғлүмәт саралары Украина - Рәсәй темаһына "интонацияһын" ҡырҡа үҙгәртте. NEW YORK TIMES (NYT) гәзите ошо көндәрҙә Украинаның юғары даирәләге чиновнигы һүҙҙәренә һылтанып яҙып сығыуынса, килешеү ихтималлығы булған һөйләшеүҙәрҙә Киев өсөн "хәүефһеҙлеккә гарантия территория мәсьәләһенә ҡарағанда мөһимерәк " буласаҡ. Америка телеканалы CNN иһә Рәсәй Ҡораллы көстәренең уңыштарын таныуы хаҡында хәбәр итте: "Бөгөн фронт һыҙығында инициатива рустар ҡулында, улар үҙҙәренең тактик ҡаҙаныштарын уңышлы файҙаланып, нығыта баралар", - тип сығыш яһаған телеканал тапшырыуында Һуғышты өйрәнеү институты (ISW) вәкиле Джордж Баррос. Бынан алдараҡ Украина генерал-полковнигы Дмитрий Марченко Украина Ҡораллы көстәренең ҡаҡшауы хаҡында белдергәйне. Уның фекеренсә, быға личный составтың йонсоуы һәм резервтарҙың етешмәүе сәбәпсе.
Дональд Трамп һәм уның вәғәҙәһенә ҡарата FINANCAL TIMES (FT) гәзитенең фекере лә ҡыҙыҡлы: Дональд Трамп үҙенең вәғәҙәһен үтәй алмауы, йәғни конфликтты тамамларға хәленән килмәүе өсөн ғәйепте Украина лидеры Зеленскийға ауҙарыуы ихтимал, тип яҙа гәзит. "Трамп тыныслыҡ илсеһе ролендә уңышһыҙлыҡҡа осрауын Зеленскийҙың килешеүгә барырға теләмәүенә япһарырға мөмкин",- тип әйтелә абруйлы баҫма мәҡәләһендә. Унда тағы ла Трамптың һуғыш яланында Киевтың уңыш ҡаҙаныуын көтөп алырға түҙемлеге етмәй, Украинанан баш тартасағы һәм, Рәсәйҙең еңеүен тәьмин итергә булышлыҡ күрһәтеп, конфликттың тамамланыу ихтималлығына ишара яһала.
Әйткәндәй, АҠШ президентын һайлауҙарҙа Трамптың еңеүе ҡайһы бер "дуҫ булмаған" илдәрҙең Рәсәй менән бәйләнеш эҙләүҙәренә сәбәпсе булды кеүек. Ләкин быны һис тә туранан-тура Трамп иҫәбенә "мәрәй" тип аңларға түгел, ә Рәсәйҙең ниндәй генә халыҡ-ара шарттарҙа ла үҙ йөҙөн һаҡлап ҡала алыуы, санкцияларҙан, киреһенсә, артыҡ зыян күрмәйенсә, үҙ юлынан барыуы, теләһә ниндәй илдәр менән дә хеҙмәттәшлеккә һәм аңлашыуҙарға асыҡ булыуы йәлеп итә торғандыр "дуҫ булмағандарҙы". Мәҫәлән, Новости Рәсәй агентлығы Япония парламенты депутаты Мунэо Судзукиның һүҙҙәрен еткерә: "Мин Японияның Рәсәйгә ҡарата курсы үҙгәрәме, юҡмы тип түгел, ә ошо күрсты үҙгәртеү кәрәклеге хаҡында әйтәм. Әгәр үҙгәртмәйбеҙ икән, Японияға көн бөтәсәк. Бынан алдағы премьер Фумио Кисиданың Рәсәйгә ҡарата Америка президенты Байден нимә ҡушһа, шуны эшләүе хата булды". "Валдай" форумында РФ Президенты Владимир Путин Япония менән хеҙмәттәшлеккә Рәсәйҙең ҡаршы түгеллеген белдерҙе. 15 ноябрҙә Германия канцлеры Олаф Шольцтың да ике йыл эсендә тәүге тапҡыр Владимир Путин менән бер сәғәткә яҡын телефон аша һөйләшеүе ике илдең яҡынайыуға йүнәлеш алыуы хаҡында һөйләй булыр.
Әммә Европа Украина конфликтының дауам итеүе өсөн сығыш яһауҙы дауам итә. Евродипломатияның яңы башлығы, йәне-тәне менән русофоб Кая Каллас белдереүенсә, "Украинаның еңеүе беҙҙең өсөн өҫтөнлөккә эйә. Һуғыш яланында хәл ҡатмарлы, ләкин беҙ Киевҡа күпме кәрәк, шунса ярҙам итергә тейешбеҙ", - ти. Ә Берлин бындай сәйәсәткә ҡырҡа ҡаршы. "Минең яуап - юҡ!" - ти канцлер Олаф Шольц. АҠШ менән НАТО властары ла аҫтыртын рәүештә үҙ эштәрен башҡарып ҡалмаҡсы: ошо араларҙа улар Рәсәй сигенән 165 км алыҫлыҡтағы Польшаның Редзиково ҡалаһында Ракетаға ҡаршы оборона комплексы булған Америка хәрби базаһын асты. Аҡылын юйған Джо Байдендың, имеш, Украинаға Америка ракеталары менән Рәсәй биләмәләренә һөжүм итергә рөхсәтен Трамп командаһы яңынан ҡараясағын белдерә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА