«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АТАЙСАЛҒА АҒЫЛАЛАР БӨТӨН ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үткәрелә. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.

18 апрелдән 20 июнгә тиклем республикала делегаттар һайлау һәм съезд эшендә ҡатнашыу өсөн рәсми делегациялар ойоштороу буйынса дөйөм йыйылыштар (ҡоролтайҙар) уҙҙы. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының съезына әҙерлек барышында республика райондарында һәм ҡалаларында 318 делегат һайланды. Рәсәйҙең 34 төбәгенән 171 делегат билдәләнгән. Сит ил делегациялары Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора: съезға 12 илдән 38 ватандашыбыҙҙың килеүе көтөлә.
- Сара барышында "Торатау" конгресс-холында форумдар, түңәрәк ҡорҙар, секция һәм пленар ултырыштар үткәреү ҡаралған, - тип белдерҙеләр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә. - Маҡсат - милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, төбәктән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итеү.
Белеүегеҙсә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмаһы 1995 йылда съезд ҡарары буйынса ойошторолдо. Биш йылға бер тапҡыр саҡырылған съезд (ҡоролтай) Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары органы булып тора. 1995-2019 йылдарҙа биш съезд уҙғарылды.
Бөгөн Ҡоролтай республика райондарында һәм ҡалаларында 70 бүлексәне берләштерә; Рәсәйҙең 36 субъектында башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшләй. Шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы менән хеҙмәттәшлек иткән ватандаштарыбыҙ ҙа байтаҡ. Уларҙың барыһы ла башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен һәм традицияларын һаҡлау, донъя киңлегендә республикабыҙҙың имиджын нығытыу буйынса әүҙем эшләй.
Ҡыҫҡаһы, шағир Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әйтмешләй: "Атайсалға ағылалар Бөтөн донъя башҡорттары…"

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 404

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru