«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢДЫҢ ҠЫЛЫҠТАРЫН КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРМА!
+  - 

Башҡортостанда йыл башынан балалар омбудсмены Ольга Панчихинаға мәктәптә балаларҙы буллингтан яҡлау буйынса 115 мөрәжәғәт килгән. Былтыр ҙа ялыу һаны шул кимәлдә булған.

Омбудсмен фекеренсә, ата-әсәләргә, әгәр уҡыусы бала үҙ-үҙенә йомолһа, һөйләшергә, мәктәпкә барырға теләмәһә һәм унда бармаҫ өсөн барыһын да эшләһә, тәү сиратта бала менән һөйләшергә, буллингҡа шик раҫланһа, иң тәүҙә класс етәксеһе, тәрбиәсе, түңәрәк йәки секция етәксеһе менән осрашырға кәрәк. Әгәр улар бер ниндәй ҙә саралар күрмәһә, башҡа педагогтарға, психолог, социаль педагог, тәрбиә буйынса кәңәшсе, директорға барыу мөһим.
- Әгәр уларҙың береһе лә проблеманы хәл итеүҙә ярҙамлашырға әҙер булмаһа, ата-әсәләргә Өфөлә "Саторис", "Индиго", "Журавушка", "Ғаилә" психология үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында "Ғаилә" үҙәктәре бар, унда ла психологтар эшләй, - тип билдәләне Ольга Панчихина.

Әйткәндәй...
Юғары категориялы табип-психиатр, Республика психотерапия үҙәге баш табибы Наталья Тулбаева баланы мәктәптә кәмһетеүҙәрен (буллинг кисергәнен) таныу билдәләре тураһында һөйләне.
Белгес әйтеүенсә, бала йыш ҡына яңғыҙ ҡалһа, уның менән бер кем дә аралашмаһа, ҡушамат таҡһалар, һөйләшкән ваҡытта тиҫтерҙәренең ым-ишараһынан ҡурҡһа, тирә-яғына ҡаранһа, мәктәпкә һуңлап барырға, дәрес бөтһә, кластан беренсе булып сығырға йәки, киреһенсә, төрлө сәбәп табып, аҙаҡтан сыҡһа, ата-әсәләргә балаһының был ҡылыҡтарына иғтибар итергә кәрәк.
Башҡа билдәләр ҙә баланы эҙәрлекләүҙе күрһәтә ала. Мәҫәлән, бысраҡ кейемдә ҡайта, уның кәйефе ҡырҡа үҙгәрә, үҙенең телефонын йәки башҡа шәхси әйберҙәрен бүтәндәргә файҙаланыуға бирә, ашхананан йәки магазиндан кемгәлер нимәлер һатып ала, шулай уҡ мәктәп ихатаһында балалар күпләп йыйылып, кемделер ҡулсаға алһа - быларҙың барыһы ла өлкәндәрҙе уйландырырға тейеш.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru