АҠШ-тың яңы һайланған Аҡ йорт хужаһы, ниһайәт, еңеү иләҫ-миләҫлеге тойғоһонан бер аҙ арына төштө, буғай: һуңғы ваҡытта ул үҙенең ысын йөҙөн күрһәтә башланы, тигән фекерҙә ҡайһы бер донъя хәлдәре күҙәтеүселәре. Был йәһәттән улар Дональд Трамптың Truth Social социаль селтәрҙәге яҙмаларына нигеҙләнеүҙәрен белдерә.
Ә нимә яҙа һуң унда Трамп? Яңы президент БРИКС ағза-илдәрен киҫәтә була, имеш: "Беҙ был илдәрҙе БРИКС-тың яңы валютаһын булдырыу ниәтенән баш тартырға һәм ҡеүәтле Америка долларына алмаш сифатында башҡа бер ниндәй ҙә валютаны танымаҫҡа саҡырабыҙ, йә булмаһа - уларҙы 100 процент пошлиналар көтә", - тип яҙа ул һәм, быны эшләргә тырышҡан теләһә ниндәй илгә "Америка менән хушлашырға" тура киләсәк, тип тә өҫтәй хатта. Трамптың был һүҙҙәренә ҡарата Рәсәй хәрби хәбәрсеһе, Кеше хоҡуҡтары советы ағзаһы Александр Коц үҙенең хис-тойғоһон белдерергә ашыҡты: "Бына Донни суҡмар менән һелтәнде лә инде. Бының менән ул сираттағы тапҡыр фәҡәт Америка мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйыуын күрһәтте. Ул беҙгә бер ниндәй ҙә дуҫ та, союздаш та түгел. Украина конфликтын туҡтатыу буйынса ниәте лә уның иң беренсе сиратта АҠШ-тың үҙенә отошло булыу яйын күҙәтә", - тине.
Хәрби күҙәтеүсе ул тиклем эмоцияға бирелмәһә лә булалыр: Рәсәй Президенты Владимир Путин бынан алдараҡ ҡына Сочиҙағы "Валдай" клубы ултырышында, БРИКС-тың берҙәм валютаһын булдырыу хаҡында һөйләргә иртәрәк әле; БРИКС долларҙан баш та тартмай, уның менән көрәшмәй ҙә, әммә башҡа варианттар эҙләргә мәжбүр ителә, тип белдерҙе бит. Ә инде Трамптың 100 процент пошлина хаҡындағы "уяулы-йоҡоло" яҙмаларын эксперттар ысынға алып та бармай: "Бындай пошлиналарҙың ахыр сиктә Америка иҡтисадының үҙенең бәкәленә һуғасағын күҙ алдына килтерергә була, шуға күрә лә БРИКС илдәренә ҡарата Трамптың янауҙары ул әйткән кимәлдә булмаясаҡ та", - ти улар. Әйткәндәй, Трамптан Джо Байденға ла "өлөш" тейеп тора. Үҙенең 1,4 млн доллар һалымын йәшергәне һәм наркотик ҡулланғанда ҡорал һаҡлауҙа ғәйепләнеүсе һәм шуның өсөн 17 йыл төрмә янаған 54 йәшлек улы Хантерҙы енәйәт яуаплылығынан азат иткәне өсөн Трамп Джо Байденды суд хоҡуғын тупаҫ боҙоуҙа һәм үҙ вәкәләте менән файҙаланыуҙа ғәйепләп, быны, ҡот осҡос хәл, тип билдәләне.
Грузияла - Евромайҙан. Көнбайыш элитаһы һайлауҙарҙа "Грузинская мечта" төп партияһының еңеүен танымаҫҡа иткән оппозицияға элекке президент - Франция гражданкаһы Саломе Зурабишвили кандидатураһы өсөн көрәштә һәр яҡлап ярҙам итә. Урамда НАТО, Евросоюз, Украина флагтары елберҙәй. Ҡыҫҡаһы, Көнбайыш Тбилисиҙа власты үҙ ҡулына алмаҡсы. Ошондай Майҙан арҡаһында Украина суверенитетын юғалтты, хәҙер был хәл Грузияға ла янай. Һуңғы сәғәттәрҙә Грузия спецназы оппозиция көстәрен парламент янынан ҡыҫырыҡлай, ҡатнашыусыларҙы ҡулға ала. Оппозиция урамда баррикадалар төҙөй. Грузия премьеры Ираклий Кобахидзе белдереүенсә, ил властары украина Майҙаны "сәхнәһе"нә юл ҡуймаясаҡ.
Сирияла - тағы һуғыш. Ноябрҙең аҙаҡҡы ике көнөндә 2020 йылғы тыныслыҡ тураһында килешеүҙе боҙоп, Рәсәйҙә тыйылған террористик төркөмдәр "Хайят Тахрир аш-Шам" менән "Джебхат ан Нусра" ойошмалары менән бәйле ҡораллы боевик-террористар Сирияның Алеппо һәм Идлиб провинцияларына һәм башҡа тораҡ пункттарына һөжүм итте һәм баҫып алды. Бындай хәлде эксперттар Американың Бәшәр Әсәдте власть башынан бәреп төшөрөргә һәм бының менән Рәсәйгә ҡаршы "икенсе фронт" асырға маташыуы тип баһалай. Фетнәселәрҙең, дөрөҫөрәге, улар ҡулы менән эш итеүсе Көнбайыштың, тағы ла бер яуыз ниәте - Украина Ҡораллы Көстәренә ҡаршы уңышлы һөжүм алып барыусы Рәсәйҙең иғтибарын Сирияға йүнәлтеү һәм шуның менән нацистарға һөжүмде көсһөҙләндереү, сөнки Рәсәй хәҙер, ысынлап та, МХО фронтына күсерелгән ғәскәрҙәрҙең бер өлөшөн яңынан Сирияға ҡайтарырға мәжбүр буласаҡ. Хәрби журналист Виктор Баранец яҙып сығыуынса, Сирия армияһы Рәсәй Хәрби-Космос Көстәре ярҙамында террористар һөжүмен әүҙем кире ҡаға һәм улар күпләп тупланған урындарҙы ракета-бомба утына тота. Йөҙәрләгән боевик юҡ ителгән, экстремистарға ҡаршы операция дауам итә. Сирияла килеп тыуған был ҡатмарлы хәл сираттағы тапҡыр ниндәй ҙә булһа конфликтты "туңдырыу"ҙың аҙағы барыбер ҡан ҡойошҡа әүереләсәген күрһәтә, тигән һығымтаға килә сәйәси күҙәтеүселәр.
Эйе, Көнбайыш юҡҡа ғына был араларҙа "туңдырыу" мәсьәләһен яңынан ҡуҙғатмай торғандыр. Был мәсьәлә, ғәҙәттә, дошмандың хәле мөшкөлләнгән ваҡытта күтәрелә башлай. 2014-2015 йылдарҙа Минск, һуңыраҡ - 2022 йылда Стамбул килешеүе төҙөп маташҡанда тап шулай булды ла. Германияның ул ваҡыттағы канцлеры Ангела Меркелдең аҙаҡ таныуынса, Киев менән Көнбайыш бер ниндәй ҙә килешеүгә барырға йыйынмаған, бары тик Украинаға "көс тупларға һәм яраларын яларға" ваҡыт ҡына кәрәк булған... Шуға күрә лә АҠШ-тың яңы хакимиәте, атап әйткәндә, Аҡ йорттоң Рәсәй менән Украина буйынса буласаҡ вәкиле Кит Келлоттың таҫма телләнеүенә, уның утты туҡтатыу хаҡына Рәсәйгә санкцияларҙы "йомшартырға" вәғәҙә итеүенә кем ышаныр икән һуң?..
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА