«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘП ИҪТӘЛЕК ҠАЛДЫ
+  - 

"Беренсе" тигән һүҙ һәр ваҡыт ҡәҙерлерәк тә, әһәмиәтлерәк тә була. Ә инде меңәрләгән йыллыҡ тарих төпкөлдәренән килгән башҡорт халҡы өсөн Беренсе Ҡоролтайҙың ни тиклем ҡәҙерле булыуы тураһында һөйләп тә тормаҫҡа мөмкиндер.

Был тулҡынландырғыс оло йыйынға 24 йыл элек, 1995 йылдың ҡояшлы 1 июнь иртәһендә, баш ҡалабыҙҙың күркәм йорто - ул саҡтағы Нефтселәр мәҙәниәт һарайына йыйылдыҡ. Донъяның барлыҡ тарафтарынан, элекке союздаш республикаларҙан, Рәсәйҙең республика һәм өлкәләренән, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың ҡала һәм райондарынан 800-ҙән артыҡ делегат ҡатнашлығында үтте ул Ҡоролтай. Уның эшендә республиканың беренсе Президентының, федераль власть вәкилдәренең, сит илдәр һәм федераль Рәсәй субъекттары делегацияларының ҡатнашыуы был ваҡиғаның бәҫен бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Ҡоролтайҙа башҡорт милләте алдында торған бик күп проблемалар, халыҡтың артабанғы үҫешен күҙ уңында тотҡан мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде, Башҡарма комитет һәм рәйес һайлап ҡуйылды. Башҡорт халҡының был бөйөк йыйынына ул саҡтағы Рәсәй Президенты Борис Ельциндан, хөкүмәт башлығы Виктор Черномырдиндан һәм башҡа бик күп рәсми кешеләрҙән, уңыш теләп, ҡотлау хаттары, телеграммалар килеүе лә күңелде күтәреп ебәрҙе. Ҡоролтайҙа Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туғандың, Рәсәй Геройы Руслан Аушевтың һәм дә айырыуса Германия ҡунағы Маргарет Эрсен-Раштың сығыштарын бөтөн зал йәнләнеп, алҡышлап ҡаршы алды. Маргарет ханымдың тап-таҙа итеп саф башҡорт телендә һөйләгән телмәре һәр кемдең күңеленә майҙай яғылды. Ул ваҡытта беҙ бит әле башҡорт теленә дәүләт теле статусы алыу өсөн көрәш юлында ғына инек. Етәкселәребеҙҙең аңһыҙлығы арҡаһында был мәсьәлә бик оҙаҡҡа һуҙылды. Шундай шарттарҙа Германия ҡунағының сығышы үтә лә ваҡытлы һәм фәһемле булды. Хәйер, ул телмәр хәҙерге ваҡытта ла туған теленең ҡәҙерен белмәгән бәғзе маңҡорттар өсөн һабаҡ булып тора. Йәнә шуны ла әйтеп үтәйем: Маргарет ханым ИНТАС тигән Европа берлеге ойошмаһының тәҡдиме буйынса, Европа методикаһын ҡулланып, башҡорт теле дәреслеген төҙөүҙәре тураһында былай тип һөйләне: "Дәреслек төҙөгәндә башҡорт теле грамматикаһының урыҫ теле грамматикаһы ҡалыбында яҙылғанын күрҙем. Шуға үҙебеҙҙең дәреслектә башҡорт теле грамматикаһын ... уның үҙенсәлектәренән сығып яҙырға тырышасаҡбыҙ. Ошо дәреслегебеҙ, грамматикабыҙ аша башҡорт теле менән Көнбайыш Европаны таныштырырға теләр инем. Был эшемде талиптарым дауам итһә, мин бик бәхетле булыр инем". Һүҙен йомғаҡлап, ҡунағыбыҙ бына тағы ниндәй алтын һүҙҙәр әйтте: "Ә башҡорт йәштәренә әйтер һүҙем шул: тел йәшәһә, халыҡ йәшәй. Телегеҙҙе һаҡлағыҙ, шул осраҡта башҡорт халҡы йәшәр". Бөгөн дә, сирек быуат аша: "Ауыҙыңа бал да май. Амин, шулай була күрһен!"- тип әйткем килә Маргарет ханыма.
Ғөмүмән, Ҡоролтайҙың халҡыбыҙ тормошонда роле бик ҙур булды. Унда ҡабул ителгән документтарға таянып, беҙ күп кенә уңыштарға өлгәштек. Әйткәндәй, Беренсе һәм 2002 йылда үткән Икенсе Ҡоролтайҙың стенографик отчеттары һәр береһе айырым том булып, нәшер ителде.Үкенескә, Өсөнсө Ҡоролтай материалдары ҡулъяҙма хәлендә ятып ҡалды. Ә бит бының өсөн беҙ бөгөнгө көнөбөҙ генә түгел, тарих алдында ла яуаплыбыҙ. Республикабыҙ Хөкүмәте был мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура булышлыҡ күрһәтергә тейеш, тип иҫәпләйем.

(Башҡортостандың халыҡ шағиры
Рәшит Шәкүр хәтирәһенән, 2019 йыл).

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.24 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru