«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛӘГӘНЕН КЕШЕ ҮҘЕ ЯУЛАЙ
+  - 

Бер кеше урам буйлап үтеп барғанда тоҡсай тотоп торған ҡартты һәм уны уратып алған балаларҙы күреп ҡала. Ҡарт балаларҙың һәр теләген үтәй икән. "Мин уйынсыҡ машина теләйем", ти бер малай. Һәм ҡарт тоҡсайҙан уйынсыҡ машина алып бирә. "Ә миңә яңы күлдәк кәрәк", ти ҡыҙыҡай. Ҡарттың тоҡсайынан өр-яңы күлдәк килеп сыға. "Был бит тылсымсы", тип уйлай күҙәтеп торған кеше. Һәм балаларҙың таралышҡанын көтөп ала ла, ҡартты тотоп алып, тоҡсайына тығып, өйөнә алып ҡайта. Тоҡсайҙы сисеп: "Хәҙер һин минең теләктәрҙе генә үтәйәсәкһең", - ти кеше.

- Ярар, - ти ҡарт, - әйт теләгеңде.
- Донъялағы иң шәп машинала йөрөгөм килә.
Ҡарт тоҡсайынан машинаның асҡысын сығарып бирә. Ә кеше ҡартты өйөнә бикләп сығып китә. Бер аҙнанан ҡайтып, ҡартты әрләргә тотона:
- Һин мине алдағанһың. Минеке кеүек ҙур һәм матур машиналар урам тулы. Миңә бер кем дә иғтибар итмәй.
- Ни кәрәк һуң һиңә?
- Миңә күп аҡса кәрәк.
Ҡарт тоҡсайынан чек сығарып бирә. Теге кеше өйөн бикләп, йәнә сығып китә. Аҙна үткәс, тағы асыуланып ҡайта:
- Һин мине алдағанһың. Мин баҙарҙа йөрөп, йәнем теләгәнде һатып алдым. Ләкин башҡа кешеләр ҙә шул уҡ әйберҙәрҙе һатып алды.
- Ни теләйһең?
- Донъялағы иң матур ҡатын-ҡыҙ минеке булһын, - ти кеше һәм ҡартты бикләп, тағы ла сығып китә. Бер аҙнанан һуң ҡайтып, йәнә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә:
- Иң гүзәл ҡатын-ҡыҙ өсөн барыһын да эшләргә әҙер булдым. Ә уға аҡсам ғына кәрәк булған икән.
- Һин өс теләк әйттең, ләкин теләгәндәреңде һораманың, - ти ҡарт.
- Нисек инде улай?
- Һин машина һораның, ә ысынында хөрмәт теләнең, аҡса һораның, тик үҙаллылыҡ теләнең, ҡатын-ҡыҙ һораның, ләкин мөхәббәт теләнең. Хөрмәт, үҙаллылыҡ һәм мөхәббәтте мин һиңә бирә алмайым. Уларҙы кешеләр үҙҙәре яулап ала. Хәҙер мин китәм.
- Мин һине ебәрмәйем, - ти кеше.
- Мин теләгән ваҡытта китә ала инем.
- Ни өсөн китмәй, теләктәремде үтәнең һуң?
- Бер ай ял итеп алырға теләгәйнем, ялым бөттө, - ти ҙә ҡарт, тоҡсайына инеп юҡ була.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.12.24 | Ҡаралған: 237

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru