«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР ШАРЫНЫҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДА ЙӘШӘГӘНДӘР БАР ӘЛЕ
+  - 

Бөгөн кескәй баланан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем бөтөн донъя халҡының күҙе интернет селтәренә төбәлгән, ләкин улар унда уҡып, белемен арттырып, етди темалар буйынса фекер алышып ултырамы һуң?

Юҡ, әлбиттә, ә кем нимә теләй, шуны эшләй: постар яҙа, видео-фото төшөрөп һала, икенселәре шуларҙы ҡарай, ышана; кемдер күрәләтә алдаҡ, ҡотҡо тарата, комменттар яҙа, кемделер һүгә, кем менәндер тиргәшә... Һәм быуаттар буйы белем хазинаһы, әхлаҡ дәреслеге булып һыналған китаптарҙан да, бөгөнгөбөҙ йылъяҙмаһы булараҡ, бөтөн хәл-ваҡиғаларҙы теркәп, уға баһа белдереп барыусы һәм туған телебеҙҙе рәсми даирәлә йәшәтеп килеүсе, уның һүҙ-стиль байлығын һаҡлап килеүсе гәзиттәребеҙҙән дә үҙҙәрен күрәләтә мәхрүм итә. Дөрөҫ итеп яҙырға, һөйләшергә онота - шулай итеп, кешене кеше итеп тәрбиәләүсе әсә теле байлығынан, рухынан яҙа... Өйҙә лә, эшкә барғанда ла, мәктәптәрҙә лә, урамда ла, ашап-эскәндә лә, хатта юрған аҫтында ла гаджетын ҡосаҡлап ята.
Шулай инде, беҙҙә сама тойғоһо һәр саҡ етешмәне. Әллә әйбер күрмәй үҫкәнлектән, әллә тәрбиә кимәле етмәгәндән - һәр хәлдә, донъя халҡы уҡыу тигән шөғөл барын онотто. Классик һәм бөгөнгө әҙәбиәт тә, гәзит-журналдар ҙа ҡыҙыҡһындырмай: замана электрон саралар арҡаһында тарихты ла, мәҙәниәт-сәнғәтте лә бар тип тә белмәгән маңҡорт быуындар үҫеп килә. Ошондай уйҙарҙан бошоноп алһам да, икенсе яҡтан, халыҡ яҙыусыһы Мостай ағай әйтмешләй, Ер шарының ҡояшлы яғында йәшәгән милләттәштәремде һәм милләтебеҙ дуҫтарын күреп, күңелем үҫә. Юҡ, тим, бар әле, күп әле арабыҙҙа рухлы, юғары мәҙәниле, башҡорт донъяһын үҙ иткән, халҡыбыҙҙың героик үткәненә, батырҙарына, ҡурай моңона, эпос һәм легендаларына ғашиҡ кешеләр.
Мәҫәлән, үҙе башҡорт булмаһа ла, күңеле менән ошо халыҡ рухын үҙ иткән ижадсы Михаил Воронов- Кушаковский атлы ир уҙаманы. Мин Силәбе ҡалаһында йәшәүсе был талант эйәһе хаҡында интернет сығанаҡтарҙан түгел, ә "Киске Өфө" гәзитенән уҡып белдем. Ғөмүмән, "Киске Өфө"нө шуның өсөн алдырам һәм яратып уҡыйым: унда баҫылған материалдарҙы һеҙ башҡа бер ҡайҙан да таба алмаясаҡһығыҙ. Халҡыбыҙ рухиәтен күтәрмәләүсе, боронғо һәм яңыса йолаларыбыҙҙы күрһәтеүсе, бөгөнгө зыялыларыбыҙ, талантлы йәштәребеҙ менән таныштырыусы ошо гәзит булмаһа, минең донъям күңелһеҙ һәм ҡараңғы булыр ине һымаҡ.
Гәзитебеҙҙең 48-се һанында мин Йылайыр районынан Зилә һылыу Солтанова яҙып ебәргән "Һарыҡ - байлыҡ" тигән үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла сара тураһында ҡыуанып уҡыным. Кемдәр уҡымаған, "Киске Өфө"нө табып, ҡулығыҙға алып, әле телгә алынып киткән ошо ике мәҡәләне уҡып сыҡһағыҙ ине. "Йылайыр ағинәйҙәре үткәргән әлеге "Һарыҡ - байлыҡ" байрамы халҡыбыҙҙың мал-тыуар аҫрап, етеш донъя көтөүе, уңғанлығы хаҡында һөйләй. Был сара республика кимәленә сығарылып, башҡа райондарҙа ла ойошторолһа ине. Ул бит республикабыҙ ауылдары халҡын буш ятҡан ерҙәрҙе көтөүлек итеп, мал-тыуар аҫрарға дәртләндерәсәк, тип уйлайым. Яратҡан гәзитемә алдағы көндәрҙә лә матур табыш-асыштар, ижад ҡомары, уҡыусыларын ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән ҡыуандырыуҙарын теләйем.

Мөнирә ҒАТАУЛЛИНА,
педагогия ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.24 | Ҡаралған: 220

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru