«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠ ҠАҒЫҘҘАН ДА УҠЫҒЫҘ!
+  - 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ ҡулына 2024 йылдың һуңғы һанын тотторабыҙ - 2002 йылдан башланған, 22 йыл буйы ижад ителгән, 1144-се һанды.

Арағыҙҙа ошо йылдар буйы "Киске Өфө"нән айырылмағандар ҙа бар, беләбеҙ - иң оло рәхмәтебеҙ уларға. Әле булһа, "Киске Өфө" баш ҡалала йәшәүселәр өсөн генәлер ул, тип икеләнгәндәр ҙә бихисап, әлбиттә. Ундайҙарға төбәп, тағы әйтеп ҡуяйыҡ: "Киске Өфө" тигән аҙналыҡ гәзитте республиканың хатта төпкөл генә ауылдарында ла алдыралар, уҡыйҙар.
Ни өсөн уҡырға кәрәк һуң был гәзитте, тип һорау бирер кемдер? Эйе, гәзитебеҙ биттәрендә ябай ғына итеп, һәр кем аңларлыҡ итеп, фәлсәфә, аҡыл һатабыҙ. Юғарыраҡ ҡарап фекерләргә өйрәтһәк, әлбиттә, ул кинәйә, ишара, фәлсәфәне ҡабул итерҙәр тип ышанабыҙ. Замананың боролоштары күп, һин ниндәй юл сатына боролорға тейешһең, нисек йәшәргә, нисек уйларға тейешһең - ошо хаҡта уйланабыҙ һәм уйландырырға тырышабыҙ уҡыусыларыбыҙҙы ла. Уларҙың илдә, донъяла булған ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирә белеү-белмәүе беҙҙән дә тора икәнен дә иҫтән сығармайбыҙ. "Йөҙ мең ҡоралға ҡарағанда, мин өс бөртөк гәзиттән нығыраҡ ҡурҡам", - тигәнме әле Наполеон I. Был һүҙҙәрҙең бигерәк тә актуаль сағы бөгөн. Әле ошондай "һүҙ ҡоралы" тантана иткән заман. Уны донъя кимәлендәге сәйәсәттә бигерәк тә киң ҡулланалар. Тимәк, ошо "ҡорал"ды беҙ бөгөн халҡыбыҙҙың аңын уятыу, рухын күтәреү, иманлы итеү, уларҙы үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алдырыу, ерҙә лайыҡлы көн итергә ынтылыш тыуҙырыу, меңәрләгән һорауҙарына яуап биреү өсөн дә файҙаланырға тейешбеҙ.
Эйе, хәҙер кеше шул тиклем күпте белә, әммә уларҙа аҙағынаса аң менән ҡабул ителмәгән "сүпле" мәғлүмәттәр ҙә етерлек. "Сүпле" мәғлүмәттәр тигәне - ул төрлө икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр, үпкәләүҙәр, үсәүҙәр, үсегеүҙәр, ҡурҡыу-шөбһәләнеүҙәр, көнләшеүҙәр икәнен аңлағанһығыҙҙыр. Уларҙы башыбыҙҙан, күңелебеҙҙән алып ташлайыҡ та, үҙебеҙҙең мейене яҡшы һәм яҡты тормошҡа, күркәм мөнәсәбәттәргә көйләйек, бер-беребеҙҙе ишетергә өйрәнәйек, тип тә саҡырабыҙ. Асыҡ аңыбыҙҙы эшкә егеп, үҙебеҙ һығымталар яһарға өйрәнһәк, әлбиттә, алдыбыҙға заман ҡуйған теләһә ниндәй фәлсәфәне аңлай алыр инек, теләһә ниндәй ҡаршылыҡты еңер сараһын табыр инек. "Киске Өфө"нөң Яңы йыл теләге итеп ҡабул итегеҙ был кәңәштәрҙе. Аҡ ҡағыҙға яҙылғанға күңелегеҙҙе япмағыҙ, милләттәштәр! Бергә булайыҡ!

Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.24 | Ҡаралған: 152

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru