«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҮШАРТТАР ӘЛЕГӘ ЮҠ
+  - 

Үҙенең Telegram-каналында Украина Генштабы яҙып сығыуынса, фронт һыҙығындағы хәлдәр Рәсәй ғәскәре өҫтөнлөгө арҡаһында Украина Ҡораллы көстәре өсөн бик ҡатмарлы булып ҡалыуын дауам итә. Шуға ҡарамаҫтан, Украина лидеры Владимир Зеленский бер ниндәй тыныслыҡ башланғыстарын танырға теләмәй һәм, киреһенсә, Рәсәйҙе һәр төрлө провокацияға этәрергә маташа.

Украина көстәренең Рәсәй Федерацияһы территорияһына һөжүмдәре, атап әйткәндә, ошо көндәрҙә Ҡаҙан ҡалаһына шартлатҡыс дрондар ебәреүе "йөҙ проценты менән террористик акт ул", тип әйтте АҠШ-тың элекке разведка хеҙмәткәре Скот Риттер һәм: "Киев бындай юл менән бер ниндәй маҡсатына ла өлгәшә алмаясаҡ. Улар ниндәйҙер стратегик әһәмиәте булған бер нәмәне лә юҡ итә алмаясаҡ. Минең уйымса, Украина менән уның союздаштарының, ғәфү үтенәм, аҡылдарын юйғанлығын Рәсәй, моғайын, аңлайҙыр..."- тип тә өҫтәне. Ысынлап та, айыҡ фекерләүсе Америка гражданы дөрөҫ әйтә, әгәр шулай булмаһа, Зеленский Украинаны НАТО-ға индереү өсөн тауыш биреүен һорап, Словакия премьеры Роберт Фицоға Рәсәй активынан алынған 500 млн евроны ришүәт итеп бирергә маташыр инеме? Аҡылы камил кеше бындай аҙымға бер ҡасан да бармаясаҡ.
Тура бәйләнештән һуң Рәсәй телевидениеһы журналисы Павел Зарубинға интервьюһында РФ Президенты Владимир Путин Украинаға Махсус хәрби операцияны элегерәк башларға кәрәк булған, тине һәм ни өсөн шулай тип әйтеүен аңлатты: "Беҙҙең оппоненттар Минск килешеүен үтәргә йыйынмай; Көнбайыш лидерҙары уны Украинаны ҡоралландырыу өсөн ваҡыт отоу өсөн генә файҙаланған. Беҙ быны аңларға һәм кисекмәҫтән, ваҡытында эште башларға тейеш инек..." Ә инде бер нәмә лә эшләмәү Рәсәй мәнфәғәтенә һәм уның халҡына ҡарата енәйәт булыр ине. Беҙгә килешеү түгел, ә оҙайлы тыныслыҡ кәрәк, тине В.Путин.
Әйткәндәй, Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары Дональд Трамптың Украина конфликтын нисек хәл итергә ниәтләүен фаразлай. Ул тәүҙә был мәсьәләне бер көн эсендә килешеү юлы менән хәл итмәксе булып шәпләнә ине, хәтерләйһегеҙҙер. Бөгөн Киевтың Европа кураторҙары Украина конфликтын еңел генә хәл итеп булмаясағына Трампты ышандырырға тырыша, сөнки улар яҡшы белә: Трамп - һөйәк елегенә тиклем тотош бизнес кешеһе һәм уның һүҙлегендә "файҙа, отош" төшөнсәһе беренсе урында тора. Тимәк, был конфликттан кемдәрҙер байый, ә кемдәрҙер бөлә.
Төрлө сығанаҡтар фекеренсә, АҠШ Украинаға ярҙамды дауам итәсәк, ләкин шундай шарт менән: Европа илдәре хәрби сығымдарын әлеге 2 урынына... 5 процентҡа арттырырға тейеш. Трамптың тағы бер талабы: Европа тулыһынса Америка углеводородына күсергә бурыслы - бына бит, Киевтың еврокураторҙары үҙ баштарына һөсләтте түгелме Трампты! Үткән йомала Reuters баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Трамп, йәнәһе, Европаға ультиматум ҡуйған: йә булмаһа, нефть менән газды Американан һатып алыуҙы ҡырҡа арттыраһығыҙ; йә булмаһа, Евросоюздан АҠШ-ҡа килеүсе бөтөн тауарҙарға ла тыйыу тарифы һалынасаҡ. Европаның иһә бындай шарттарға буйһонмай сараһы ҡалмаҫ, буғай. Шулай итеп, хәрби хәрәкәттәрҙе финанслауҙы европалар үҙ өҫтөнә ала, ләкин был аҡсалар Америка кеҫәһен ҡалынайтасаҡ. Был эксперттар фаразы ғына булып ҡалырмы, әллә Трамп сәйәсәте бойомға аша башлармы - уныһын киләсәк күрһәтер. Һәр хәлдә, ошо көндәрҙә генә Дональд Трамп Украина конфликтын яйлау буйынса Рәсәй Президенты Вдадимир Путин менән осрашыуға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе, ләкин Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, бындай осрашыуҙы ойоштороу өсөн кәрәкле тәүшарттар әлегә юҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.24 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru