Был аҙнала "Беренсе тирмә" төбәк проекты ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәренең икенсе төркөмө Махсус хәрби операция зонаһында эшләп ҡайтты. Улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" хеҙмәте хәбәрсеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова ла бар. Уға үҙенең уй-фекерҙәре, тәьҫораттары менән бүлешеүен һорап мөрәжәғәт иттек.
- Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды ойошторолоуы тураһында ишеткәс, тәүге көндә үк ғариза ебәрҙем. Беренсе төркөмгә өлгөрмәнем, МХО-ға икенсе состав менән юлландым. "Ни өсөн бындай ҡарар ҡабул иттең?", тип һораусыларға "Аҡыл һатма, тәнҡитләмә, үҙең өлгө күрһәт", тигән принциптан сығып, ирекмән булып барырға ҡарар иттем, тип әйтер инем. Әгәр беҙ, хәбәрсе булараҡ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" тапшырыуында Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек тураһында һөйләйбеҙ икән, үҙебеҙҙән башларға тейешбеҙ.
Икенсенән, мин тыуған илемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Тыуып-үҫкән төйәгемдән, килен булып төшкән еремдән, иремдән, балаларымдан, эш урынымдан, дуҫтарымдан, ғөмүмән, тормош юлымда осраған кешеләрҙән уңдым. Бушлай ике юғары белем алдым, социаль торлаҡ программаларында ҡатнаштыҡ, балаларыбыҙ дәүләт медицина учреждениеларында донъяға килде, "Әсәлек капиталы" бирҙеләр, балаларға пособиелар түләнеләр, ҡыҙым әле Һамар медицина университетында бюджет нигеҙендә белем ала. Республикам, халҡым мине шәхес кимәленә күтәрҙе. Оло ышаныс күрһәтеп, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутат итеп һайланы, Башҡортостан тележурналистары араһында иң беренсе "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы", тигән абруйлы исемгә лайыҡ булдым. Шуға күрә хәҙер, Ватаныбыҙ именлегенә хәүеф янағанда иңебеҙҙе ҡуйыр, һүҙ менән генә түгел, аныҡ эштәр менән яуап бирер ваҡыт етте. Мөхәббәт бит ике яҡлы булырға тейеш. Минең ябай журналист булараҡ аҡсалата ярҙам күрһәтерлек мөмкинлегем юҡ, әммә ошо сәфәремдә ысын йөрәктән ҡул көсөм, күңел йылыһы менән бүлештем.
Хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләгән 16 көн күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Тормош юлымдағы иң файҙалы, иң мәғәнәле осор булды ул. Хәҙер "бушҡа йәшәлмәне", тип әйтә алам. Мин Миәкәнән Фәриҙә апай менән хирургия бүлексәһенә эләктем. Яу яланынан килтерелгән яралыларҙы ҡабул иттек, йыуындырҙыҡ, кейендерҙек, ашаттыҡ, инвалид коляскаһында, таяҡҡа таянып йөрөгәндәрҙе төрлө медицина тикшереүҙәренә, процедураларға алып барҙыҡ, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләнек. Һөйләштек, аралаштыҡ, йөрәк йылыбыҙ менән бүлештек. Яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙарыбыҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә булдыҡ. "Бәлки кәрәге тейер", тип, машинка алып барған инем, 16 көн эсендә госпиталдә ятҡан 230 егеттең сәсен алырға, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырырға, хатта тырнаҡтарын ҡырҡырға тура килде.
Госпиталь тотош Рәсәйҙең сағылышы, унда Луганск, Донецк, Дағстан, Чечен республикаларынан, Ростов, Волгоград өлкәһенән, Краснодар, Красноярск крайынан егеттәр күп. Башҡортостандан 6 яугир булды, хатта Әбйәлил районынан яҡташымды ла осраттым.
Көнө буйы аяғөҫтө йөрөһәк тә, арып-талһаҡ та, ашап өлгөрмәһәк тә, күңелдә иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо булды. Мин бер ваҡытта ла шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәнем юҡ ине. Хәҙер илдең һәр мөйөшөндә герой дуҫтарым бар.
Үҙебеҙҙең "Ете ҡыҙ" исемле шәп командаға, республиканың төрлө төбәктәренән - Өфө, Учалы ҡалаларынан, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондарынан йыйылған оло йөрәкле, изге күңелле, миһырбанлы гүзәл заттарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерер инем. Улар менән бергә ошондай сәфәрҙә булып ҡайтыуым менән бәхетлемен. Шулай уҡ Зөһрә Гордиенкоға, Гүзәл Коваленкоға ошондай кәрәкле, әһәмиәтле "Беренсе тирмә" төбәк проекты өсөн рәхмәтемде белдерәм!
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА