Бөгөнгө заманда тыуған көн, туй байрамдарын, сығарылыш кисәләрен һәм башҡа тантаналы сараларҙы алып барыусыһыҙ, йырсы-бейеүсеһеҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Һәр кем байрам күңелле үтһен, йыйылған халыҡтың күңеле булһын өсөн тырыша. Ләкин бөтә уйындар ҙа ятланып бөтөп, ҡыҙығы ҡалмаһа, байрамды концертҡа әйләндереп, бер йырсыға ҡарап ултырғы килмәһә, ни эшләргә? Әлбиттә, сараһын табырға булалыр. Белеүебеҙсә, кемдәрҙер ошондай кисәләргә Шишмә районы Әлкә ауылында йәшәүсе фокусник-иллюзионист Шамил Азамат улы ВӘлиевты саҡыра икән. Яңы йылға аяҡ баҫырға торғанда тирә-яғында мөғжизә тыуҙырыусы, тылсымға ышанырға ярҙам итеүсе егет менән бәләкәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Мөғжизә - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө. Ә фокусник-иллюзионистар иһә ысын мөғжизә оҫталары, улар үҙҙәренең һөнәрҙәре менән онотолмаҫ мәлдәр бүләк итә, балаларҙың ғына түгел, ә ололарҙың да күңелен шатлыҡ менән тултыра. Шуға күрә мин үҙемдең һөнәремдән оло кинәнес алам, ихласлыҡ менән шөғөлләнәм.
Мин профессиональ фокусник-иллюзионист. Был өлкәлә 10 йылдан артыҡ эшләйем. Беренсе тапҡыр фокусник-иллюзионистың сығышын бәләкәй сағымда урамда күрҙем. Күрҙем дә, бар донъямды онотоп, хайран ҡалдым, уның оҫта итеп төрлө фокустар күрһәтеүе миңә ныҡ тәьҫир итте һәм үҙемде ошо өлкәлә күргем килде. Ҡыҙғанысҡа күрә, фокусник-иллюзионист һөнәренә уҡытҡан уҡыу йорттары һәм хатта ниндәйҙер курстар ҙа юҡ. Шуға күрә һәр бер фокусник-иллюзионист үҙ алдына уҡый, тип әйтергә була.
Мин дә бөтә донъяға билдәле фокусник-иллюзионистарҙың сығышын ҡат-ҡат ҡараным, ошо теманы яҡтыртҡан китаптар уҡыным, интернетта махсус сайттар буйлап "ҡыҙырҙым" һәм яйлап үҙем дә төрлө фокустар эшләп ҡарай башланым. Әлеге мәлдә минең репертуарҙа үҙем уйлап тапҡан фокустар менән бер рәттән, билдәле классик номерҙар ҙа бар. Сығыштарымда гипноз элементтарын, предметтарҙың юҡҡа сығыуы һәм барлыҡҡа килеүе, бер әйберҙең икенсеһенә әүерелеүе кеүек визуаль фокустарҙы ҡулланам. Төрлө фестиваль, шәхси байрам һәм башҡа төрлө сараларҙа ҡатнашып, ғәм алдында ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле тамаша күрһәтәм. Шулай уҡ буш ваҡытымда балалар һәм өлкәндәр өсөн фокус күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм, үҙем күрһәткән фокустарҙың серҙәре менән уртаҡлашам.
Өр-яңы фокус идеянан башлана, унан мин кәрәкле реквизиттар эшләйем, уны башҡарыу техникаһын өйрәнәм һәм ҡат-ҡат ҡабатлайым. Яңы фокусты кеше иғтибарына алып сыҡҡансы ике көндән алып бер нисә айға тиклем ваҡыт үтә. Оҫталыҡты камиллаштырыу процесы бер ҡасан да туҡтамай. Хатта әллә нисә йылдар дауамында күрһәткән фокустарҙы ла ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатлап, шымартып, ҡулымды таһылландырып торам.
Ҡайһы берҙә көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуа, әммә был минең һөнәремдең бер өлөшө. Ундай осраҡтарға мин һәр саҡ әҙермен һәм тамашасы аңлап өлгөргәнсе, хатамды төҙәтеп, сығышымды дауам итәм. Әлбиттә, был оҫталыҡ йылдар дауамында практикалау менән формалаша, үҙ өҫтөңдә өҙлөкһөҙ эшләү менән камиллаша.
Мин был һөнәрҙе аңлы рәүештә һайланым, сөнки ул минең ҡыҙыҡһыныуҙарыма һәм һәләтемә тура килгән иң яҡшы өлкә тип уйлайым. Тәүҙә атай-әсәйем минең һайлауымды хупламаны, әммә ваҡыт үтеү менән улар фокустарҙың хобби ғына түгел, ә минең бөтә йәнемде биргән эш икәнен аңланы. Хәҙер уңыштарыма шатланып, миңә дәрт-дарман өҫтәп торалар, күңел төшөп китһә, үҙемә ышаныс өҫтәп ебәрәләр. Бының өсөн ҙур рәхмәт уларға. Яҡындарыңдың таяныс булыуы бик мөһим.
Башҡортостанда фокусник-иллюзионистар күп түгел, әммә беҙҙең социаль селтәрҙә берләшмәбеҙ бар. Шулай уҡ беҙ осрашып торабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, уй-фекерҙәребеҙ менән бүлешәбеҙ. Бындай осрашыуҙар беҙгә яңы һулыш өҫтәй, бер өлкәлә ҡайнаған кешеләр менән аралашыу ҡыҙыҡлы һәм файҙалы.
Гәзит уҡыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Барығыҙға ла мөғжизәләргә ышаныуығыҙҙы, теләктәрегеҙҙең ҡабул булыуын һәм, әлбиттә, бөтә байрамдарығыҙ ҙа тылсымлы нурға төрөнөп, ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ булып үтеүен теләйем. Ә беҙ, фокусник-иллюзионистар, бының нәҡ шулай булыуына әҙ генә өлөшөбөҙҙө индереү өсөн тырышасаҡбыҙ. Байрам менән, милләттәштәр!
Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА