«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ЙЫЛДА ЛА УЯУ БУЛЫУ КӘРӘК!
+  - 


Киләһе 2025 йылдың символы - Йәшел Ағас Йылан йылы. Күп кеше йыланды күреү менән ытырғанып китә, ләкин Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса йылан бик ихтирамлы йән эйәһе, ул аҡыллы, һығылмалы һәм бер үк ваҡытта хәйләкәр. Тап ошо сифаттары менән ул үҙгәрештәргә тиҙ өйрәнә һәм яраҡлаша ала. Йыландар тыныс күренһә лә, үҙҙәренә хәүеф янағанда дошманына ҡаршы тора алырға һәләтле.

Был йән эйәләре маҡсаттарына ынтылышлы һәм шул уҡ ваҡытта сабыр: ул, ғәҙәттә, ҡарар ҡабул итергә ашыҡмай; ошо сифаттары уға уңыш ҡаҙанырға ярҙам итә лә инде. "Йылан йылы нигеҙендә шуға ла аҡыл менән уйлап һәм үлсәнгән аҙымдар менән эш итеү хуплана, - ти йондоҙнамә белгестәре. - Йылан йылын ҡаршылағанда шау-шыулы компанияларҙан ҡасырға һәм был кисте өйөгөҙҙә, яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ менән булырға тырышығыҙ". Яңы йыл кисендә йәшелдең бөтөн сағылыштары төҫөндәге (тәбиғәт төҫтәрендәге ылыҫ, зөбәржәт таш, малахит һ.б.), көрән, аҡһыл көрән, аҡ, һары, көмөш йә алтын төҫөндәге кейем кейеү хуплана.
Яңы йыл Көнсығыш календары билдәләренә ниҙәр вәғәҙә итә? Астрологтар фаразлауынса, Йылан йылында Һыйыр (Үгеҙ) менән Тауыҡ (Әтәс) үҙҙәрен яҡшы һәм уңышлы тоясаҡ, ә бына Ҡабан йылында тыуғандарға уңышлы булыр өсөн бер аҙ тырышырға тура килер. Хәйер, башлайыҡ әле баштан:

Сысҡан йылы тыуғандар өсөн йыл тотороҡлолоҡ вәғәҙә итә. Йондоҙҙар был билдәгә карьера һәм финанс өлкәһендә уңыш юрай. Тырыш хеҙмәт бушҡа китмәҫ: Сысҡандар түрәләр һәм йоғонтоло кешеләр хуплауына лайыҡ булыр. Финанс өлкәһендә уңыш ҡаҙаныу өсөн шулай ҙа һаҡ һәм уяу булыу мотлаҡ. Йыл яңы танышлыҡтар һәм мөнәсәбәттәр өсөн уңай килә.

Һыйыр өсөн йыл бик уңай килә, күп мөмкинлектәр асыла. Эш буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек яңы эш һәм проекттарға юл ярыр, мул килем килтерер. Эш буйынса ниәттәрегеҙ һәм пландарығыҙ өсөн бик тә ыңғай йыл. Карьера һәм бизнесығыҙ сәскә атыр, тик бының өсөн баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, уңай мөмкинлектән файҙалана белеүегеҙ шарт.

Барыҫ билдәләре өсөн был йылда һәйбәт мөмкинлектәрҙең ҡыйынлыҡтар менән аралашып килеү ихтималлығы бар. 2025 йылда Барыҫтар шәхси мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар менән осрашыр, уның ҡарауы, карьера һәм финанс өлкәһендә уларға уңыштар вәғәҙәләнә. Эштә һәм, ғөмүмән, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә бәхәс һәм конфликттарҙан ситтә ҡалырға тырышығыҙ, шул саҡ бөтәһе лә һеҙҙең файҙаға булыр. Ихласлыҡ, асыҡ күңеллелек һәм намыҫлы мөнәсәбәтегеҙ кешеләр менән гармонияла булырға ярҙам итәсәк.

Ҡуяндарҙы ыңғай үҙгәрештәр һәм яңырыу көтә. Айырыуса эштә әүҙемлек һәм тырышлыҡ күренмәй ҡалмаясаҡ: етәксе түрәләрегеҙ быны лайыҡлы баһалар. Бигерәк тә ҙур предприятиела эшләгәндәрҙе үҫеш баҫҡысына үрләү, эш хаҡы артыу кеүек ҡыуаныстар "һағалай". Шулай ҙа донъяғыҙҙы онотоп, иркенләп китеү ҙә килешмәҫ, абай булығыҙ, сығымдарығыҙҙы иҫәптә тотоғоҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрегеҙ нығыныр.

Лыу йылғыларҙы тотороҡлолоҡ һөйөндөрөр, сөнки йыл баштарында булыуы ихтимал ҡатмарлыҡтар тиҙ хәл ителер, һеҙгә зыяны теймәҫ. Шулай ҙа сәләмәтлеккә ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса ваҡытында сара күреүегеҙ хәйерлерәк. Эшегеҙ буйынса үҫешкә өлгәшеү өсөн күп көс һалырға тура килер; үҙгәрештәр булып алыр, ахыр сиктә, барыһы ла яҡшы һөҙөмтәгә килтерер. Мөхәббәттә һәм ғаиләлә фәҡәт һәйбәт мөмкинлектәр көтә.

Йыландарҙы үҙ йылдарында ҡатмарлыҡтар көткәндәй, ләкин бик борсолоп та китмәгеҙ: һеҙҙе улар ҡурҡытмай һәм бәхетле йондоҙ йоғонтоһонда карьерағыҙ үҫер, финансығыҙ артыр. Әлеге ҡатмарлыҡтар, тигәндән, уларҙы һағыраҡ ҡыланыу һәм оҙайлы маҡсаттарға йөҙ тотоуығыҙ менән йомшарта алырһығыҙ. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Яңы йылда шәхси тормошоғоҙ һәм мөнәсәбәттәрегеҙҙә тыуып торған мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бар.

Йылҡыларҙы тотороҡлолоҡ һәм тормоштарының сәскә атыуы көтә. Йыл хеҙмәт баҫкысына ҡағылышлы уңыштар вәғәҙәләй, был бигерәк тә ижад менән бәйле һөнәр эйәләрен ҡыуандырыр. Ләкин карьерала уңышҡа өлгәшер өсөн өҫтәмә белем алыу йә һөнәр күнекмәләрен камиллаштырыу фарыз. Тотош алғанда, йыл һеҙҙең өсөн ыңғай, тик шәхси тормошоғоҙҙа аңлашылмаусылыҡҡа юл ҡуймаһағыҙ ине.

Ҡуйҙарҙы тыныс йыл көтә. Ләкин тормош бит бер кем өсөн дә шыма ғына бармай. Һеҙҙең дә эш йә һаулыҡ буйынса проблемалар тыуып алыуы бар. Яңы йылда ыңғай йондоҙлоҡ йоғонтоһо килемдәрегеҙ артыуына сәбәп итер, тик был мөмкинлекте ҡулда тотоу кәрәк. Шәхси мөнәсәбәттәрегеҙҙә бөтәһе лә һәйбәт булыр; яңғыҙаҡтарҙы яңы романтик мөнәсәбәттәр көтә.

Маймылдар өсөн йыл бер төрлө генә булып тормаҫ: төрлө уңай мөмкинлектәрҙең ҡаршылыҡтар менән бәрелешеү осраҡтары ихтимал. Һөнәри үҫеш ҡыуаныстары эштә килеп тыуасак күңелһеҙлектәр менән аралашып алыуы бар, ләкин ниндәй мәлдәрҙә лә үҙегеҙҙең принциптарға тоғро ҡалыуығыҙ хәйерле булыр. Уйланған ҡарарҙарға килеүегеҙ килемегеҙҙе арттырыр. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә бәхетле мәлдәрегеҙ ҡыйынлыҡтар менән аралашып барыр.

Тауыҡ (Әтәс) йылғыларға Йылан фәҡәт яҡшылыҡтар килтерер, уңай мөмкинлектәргә һәм яҡшы үҙгәрештәрәгә юл асылыр. Хеҙмәт баҫҡысынан ғына түгел, шәхси йәһәттән дә үҫерһегеҙ, проект һәм ниәттәрегеҙ хуплап ҡабул ителер. Яңғыҙаҡтарҙы романтик мөнәсәбәттәр көтә, үҙ ишегеҙҙе табырһығыҙ.

Эттәр өсөн дә 2025 йыл тотороҡло килә. Былтырғы йыл һынауҙары тамамланып, киләсәккә ыңғай перспектива асыла. Һөнәри һәләттәрегеҙ үҫер, карьера мөмкинлеге бар. Шулай ҙа финанс һәм мөхәббәт өлкәләрендә һаҡ булыуығыҙ кәрәк. Яңғыҙаҡтар үҙ ишен табыр.

Ҡабандар өсөн йыл ябай ғына булмаҫ, ахыры, ти йондоҙҙар. Хәйер, ғәҙәти тормоштағыса: ҡыйынлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар һәр саҡ һәр кем өсөн дә тыуып тора, юҡҡа сығып, китеп тора. Ҡыуаныслы ваҡиғалар һеҙҙе лә уратып үтмәйәсәк: күңелдәге юшҡынды йыуып ҡына торасаҡ улар. Бары тик эштә, бизнес һәм һөнәри өлкәләрҙә йыйнаҡлыҡ, әүҙемлек, һиҙгерлек кәрәк. Айырыуса финанс өлкәһендә һаҡлыҡ талап ителә. Һөҙөмтәлә һеҙҙе уңыш, килем көтә.

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.24 | Ҡаралған: 205

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru