«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛДЫҢ НИСЕК БУЛЫРЫ БАРЫ ҮҘЕҢӘ БӘЙЛЕ
+  - 

Быйылғы 2025 йылдың символы - Йәшел Ағас Йылан йылы, тигәйнек былтырғы һуңғы һанда. Яңы йыл Көнсығыш календары билдәләренә ниҙәр вәғәҙә итә икәнен дә белгәйнек. Билдәләнеүенсә, Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса йылан бик ихтирамлы йән эйәһе, ул аҡыллы, һығылмалы һәм бер үк ваҡытта хәйләкәр. Тап ошо сифаттары менән ул үҙгәрештәргә тиҙ өйрәнә һәм яраҡлаша ала. Йыландар тыныс күренһә лә, үҙҙәренә хәүеф янағанда дошманына ҡаршы тора алырға һәләтле. Был йән эйәләре маҡсаттарына ынтылышлы һәм шул уҡ ваҡытта сабыр: ул, ғәҙәттә, ҡарар ҡабул итергә ашыҡмай; ошо сифаттары уға уңыш ҡаҙанырға ярҙам итә лә инде. "Йылан йылы нигеҙендә шуға ла аҡыл менән уйлап һәм үлсәнгән аҙымдар менән эш итеү хуплана", - ти йондоҙнамә белгестәре. Ә хәҙер Йәшел Ағас Йылан йылы йондоҙнамә буйынса ниҙәр вәғәҙә итә икән?

Ҡуҙыларға 2025 йыл үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Был билдә эйәләре ниндәй генә хәлдә лә лидерлыҡ ынтылыштарынан сигенмәйәсәк; яңы йылда планеталар йоғонтоһо был сифатты көсәйтәсәк кенә. Яңы мөнәсәбәттәр, танышлыҡтар булдырыу һәм ғаилә ҡороу өсөн уңай осор етә.

Буғалар үҙҙәренең консерватизмы менән билдәле. Шуға ла, күрәһең, яңы йылдағы теләһә ниндәй үҙгәрештәрҙе ҡыйынһынып, борсолоп ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта йыл йоғонтоһо уларҙы үҫешкә, яңырыуға табан этәрер, ихлас булығыҙ!

Игеҙәктәргә лә үҙгәрештәргә әҙер булыу ҡамасауламаҫ: йыл улар өсөн яҡшы мөмкинлектәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итә. Шулай ҙа уларға маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ярайһы ғына көс һалырға тура килеүе бар. Уның ҡарауы, тап ошо осор карьерағыҙҙа боролош яһау ихтималы бирә. Насип ишегеҙҙе осратыу, шулай уҡ аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр.

Ҡыҫала яңы йылдың тәүге айҙарында әкрен темптар менән, ләкин ышаныслы рәүештә ҙур маҡсатына ынтыла. Эшендә йондоҙҙар был билдәгә ихтирам һәм танылыу вәғәҙәләй. Шәхси тормоштарында күсемһеҙ милек һатып алыу, ремонт эштәре өсөн уңайлы мәл тыуа.

Арыҫлан өсөн йылдың тәүге яртыһы уңышлы килер. Был билдәләрҙең абруйы һәм йоғонтоһо артабан үҫер, ә был иһә яңы ниәттәр һәм проекттарға юл асыр. Яңы дуҫтар һәм фекерҙәштәр табырһығыҙ. Йылдың икенсе яртыһында эш сәфәре буйынса проблемалар килеп тыуыр.

Ҡыҙҙарҙы шәхси тормоштарында ла, һөнәри өлкәлә лә етди үҙгәрештәр көтә. Айырыуса яҙғы һәм көҙгө айҙар мөһим ваҡиғалар менән һөйөндөрөр. Яңғыҙаҡ Ҡыҙҙар көҙ үҙ иштәрен табыр. Йылдың тәүге осорондағы һынауҙар яҡшы үҙгәрештәр менән алмашыныр.

Үлсәүҙәр өсөн йылдың тәүге яртыһы һөнәри белем арттырыуҙа, сит телдәр өйрәнеүҙә уңай осор булыр. Тап ошо осорҙа иңегеҙгә алынған эш буйынса яңы партнерлыҡ һөҙөмтәләре ҡыуаныс килтерер: яҡшы ғына килем алырһығыҙ. Яҙға табан сәләмәтлеккә иғтибарҙы арттырығыҙ: көсөргәнешле эштең организмды ҡаҡшатыуы, иммунитетты көсһөҙләндереүе бар.

Саяндар яңы йылдың тәүге яртыһын оҙайлы, тотороҡло киләсәктәре өсөн нигеҙ һалыуға бағышлар. Февраль айы тирәһендә күсемһеҙ милек һатып алыу, ремонт эштәре ихтималлығы бар. Планеталарҙың ыңғай йоғонтоһон матди һәм рухи үҫешегеҙ өсөн файҙаланығыҙ, быйылғы йыл һеҙҙең өсөн иң һәйбәте булыр.

Уҡсылар өсөн дә был йыл мөһим ваҡиғалар һәм үҙгәрештәргә бай булмаҡсы. Был айырыуса эш һәм шәхси мөнәсәбәттәр өлкәһенә ҡағылыр. 2025 йылда эш менән шәхси тормошоғоҙ араһында тигеҙлекте һаҡлағыҙ, ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Яҡындарығыҙ һаулығы йә күсенеү эштәре менән бәйле мәшәҡәттәрҙе сабыр үткәрергә тырышығыҙ.

Ылаҡтарға 2025 йылдың айырыуса феврале карьера һәм бизнес өлкәһендә уңыш килтерер, ләкин был һөҙөмтә фәҡәт тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс һәм сабырлыҡтар аша яуланыр. Яңы вазифағыҙ лидерлыҡ сифаттарығыҙҙы асыр. Яңғыҙаҡ Ылаҡтар быйыл үҙ иштәрен табыр, ғаилә ҡорор.

Һыуғоярҙарға үҙгәрештәр өҫтөнә үҙгәрештәр шарттарына өйрәнергә түгел, уларҙың тормошо гел бер төрлөлөк һәм ялҡытҡыс мәлдәрҙән азат. Шулай ҙа уларға һаулыҡ торошо кеүек мөһим тормош ҡиммәте хаҡында ла онотоп ебәрергә ярамаҫ. Яҙғы айҙарҙа был айырыуса көнүҙәк булмаҡсы. Эштә бөтәһе лә яҡшы, коллегалар менән мөнәсәбәттәр яйлы. Был осор яңы танышлыҡтар, уҡыу һәм бизнесты үҫтереү өсөн генә түгел, мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ҡылыу өсөн дә уңайлы йыл.

Балыҡтар үҙҙәре өсөн билдәләгән маҡсаттарына яҡынайыр. Улар өсөн иң яйлыһы көҙ айҙарына тап килмәксе. Был осорҙа Балыҡтарға партнерлыҡ мөнәсәбәттәрендә иғтибарлы булыу кәрәк, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, финанс йәһәтенән отошҡа өлгәшерһегеҙ, килем алырһығыҙ, матди хәлегеҙ яҡшырыр. Ә инде йыл башынан бының өсөн тырышлыҡ һалмаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләргә тура килмәгәйе.

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.25 | Ҡаралған: 82

Киске Өфө
 
Уйлап та тормайынса миңә яуызлыҡ күрһәткән кешегә мин баш эйәм һәм уны иң йомарт һөйөү менән бүләкләйем; ул ни тиклем күберәк яуызлыҡ ҡылһа, мин шул тиклем күберәк изгелек ҡыласаҡмын.

(Будда).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru