«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАНЫЛҒАН ХОККЕЙСЫҒА АРНАП...
+  - 

"Өфөлә Сергей Ғимаевтың 70 йыллығына арналған хәйриә уйынында Ғимаев Кубогына турнирҙы йыл һайын үткәрергә ҡарар иттек. Балалар өсөн шәп спорт байрамы буласаҡ", - республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шулай тип хәбәр итте.

Ғимаев Сергей Наил улы - Туймазы районының Кәкребаш ауылы башҡорто. Танылған хоккейсы 2017 йылдың 18 мартында Тула ҡалаһында СССР хоккейы ветерандары матчы барышында вафат булды. Туймазы ҡалаһындағы боҙ һарайы уның исемен йөрөтә, ошонда уҡ 2019 йылда шәхескә арналған музей булдырылған.
Был аҙнала Өфөлә уҙған "Ғимаев Кубогы" хәйриә матчында донъяның билдәле хоккейсылары Илья Ковальчук, Павел Дацюк, Алексей Морозов, Сергей Мозякин һәм башҡа йондоҙҙар ҡатнашты. Спорт сараһын БР Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы - спорт министры Руслан Хәбибов, билдәле хоккейсы Вячеслав Фетисов и Сергей Ғимаевтың улы - хоккейсы Сергей Ғимаев асты.
"Сергей Ғимаевтың 70 йыллығына арналған турнир үткәреү бөтә республика өсөн оло мәртәбә. Сергей Ғимаев спорт карьераһын тап ошонда башлаған. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исемдәренә лайыҡ булған. Беҙ уны шулай уҡ абруйлы спорт комментаторы булараҡ хәтерләйбеҙ. Сергей Ғимаев илебеҙ спорты үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Ғәҙел, асыҡ һәм талапсан кеше ине. Уның "Барығыҙ һәм алышығыҙ!" тигән ҡанатлы һүҙҙәре бөгөн хоккей һәм спорт өсөн генә түгел, барыбыҙ өсөн дә, айырыуса ил һағында торған егеттәребеҙ өсөн бик актуаль", - тине Руслан Хәбибов.
Хәйриә матчы данлыҡлы хоккейсы Алексей Морозовтың командаһының 8:7 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды. Еңеүселәр составында Александр Гуськов ике шайба индерҙе, шулай уҡ Илья Ковальчук, Вячеслав Буцаев, Евгений Давыдов, Вячеслав Фетисов, Игорь Щадилов һәм Андрей Зюзин берәр мәрәй яуланы. Павел Дацюктың командаһында Максим Афиногенов һәм Максим Спиридонов - икешәр, Дацюк үҙе, Игорь Григоренко һәм кесе Сергей Ғимаев берәр шайба индерҙе.

Теманы дауам итеп...

Оҙаҡ йылдар танылған хоккейсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаевтың ниндәй милләттән булыуы хаҡында бәхәстәр тынмай. 2016 йылда Сергей Ғимаев Туймазыға спорт учреждениеларын ҡарарға килгән ваҡытта крайҙы өйрәнеүсе ғалим Марат Ғәйнетдиновтан үҙенең шәжәрәһен төҙөүен үтенә.
Хоккейсының вафатына тик 4 йылға яҡын ваҡыт уҙғас, ғалим үҙенең асыштары менән уртаҡлаша:
- Мин уның башҡорт булыуына шикләнмәй инем. Спортсының ата-бабаһы сығышы менән Туймазы районының Кәкребаш ауылынан. 2016 йылдағы осрашыуҙа мин уға "Башҡорт ырыуҙары тарихы" китабын бүләк иттем, унда 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары араһында Кәкребаш ауылы тураһында мәғлүмәттәр барлығын әйттем. Бындай бүләккә бик ҡыуанғайны ул. Әммә һуңынан уның менән бәйләнеш өҙөлдө, ә киләһе йылдың яҙында яҡташыбыҙ мәрхүм булды. Мин үҙем 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарын ҡарап сыҡҡайным, уның ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәр тапманым. Бынан һуң Кәкребаш ауылына барып, халыҡ менән аралаштым, бер нисә кешенән һорау алдым. Әммә бер кем дә аныҡ ҡына мәғлүмәт бирә алманы.
Сергей Наил улының бер туғаны ғына, Ғимаев фамилияһы Ғимазетдин тигән кешенән сыҡҡан, тип фаразланы. Ысынлап та, халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Ғимазетдинов фамилияһы менән бер ғаилә бар ине. Әммә унда Сергей Наил улының ҡартатаһы тураһында мәғлүмәт булмай сыҡты. Артабан метрикаларҙы өйрәнергә тотондом. Ауылдағы тыуым-үлемде, никах теркәүҙәрен ауыл муллалары ғәрәп графикаһы менән яҙып барған. Әммә көтмәгәндә бер мәсьәлә килеп тыуҙы, метрика кенәгәләрен уҡый белгән кеше кәрәк. Оҙаҡ ваҡыт эҙләргә тура килде.
Бәхеткә күрә, Туймазыла ғәрәп яҙмаларын өйрәнгән Альберт Исмәғилевты осраттым. Ул миңә ярҙам итте. Метрика яҙмаларын уҡығас, Сергей Наил улы Ғимаевтың этник башҡорт булыуы асыҡланды. Был ғәжәп түгел, Кәкребаш ауылындағы халыҡтың күпселеге - башҡорттар. Хоккейсының шәжәрәһе: Сергей - Наил - Йәмғетдин - Ғимазетдин - Ғәбделғәфәр - Ғәбделйәббәр - Мәмбәт".

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 33

Киске Өфө
 
Ахмаҡ һәм наҙан бәндәне ошо биш сифат аша танып була: ул сәбәпһеҙгә асыулана, урынһыҙ ерҙә һүҙ һөйләй, үҙенә ҡағылмаған эшкә ҡыҫыла, әленән-әле фекерен үҙгәртә, уға кем яуызлыҡ, кем изгелек теләгәнен дә айыра алмай.

(Г. Честертон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru