«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИҢ ЯҠШЫ ОНКОЛОГ
+  - 

Ошо арала Сочи ҡалаһында "ПроДокторов" порталының Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Илдең иң яҡшы табиптары араһында башҡорт егете Даян Солтанғужин "Иң яҡшы онколог" номинацияһы буйынса Гран-при алды!

"ПроДокторов" порталы илдең 752 меңдән ашыу табибы тураһындағы мәғлүмәтте берләштерә. Унда теге йә был табиптың ҡайҙа эшләүе күрһәтелгән, пациенттар ошонда уҡ белгестәр тураһында фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ яҙып ҡалдыра ала. Даян Баязит улы тураһында әлеге мәлгә 200 самаһы комментарий теркәлгән, араларында бер генә бөртөк тә кире фекер юҡ. Һәр яҙмала кешеләр, ғаиләләр яҙмышы сағыла.
"Әсәйем 70 йәштә, ул күптән онкология менән көрәшә. 2024 йылдың июнендә ул онколог Даян Солтанғужин ҡулына эләкте. Доктор әсәйемә шунда уҡ оҡшаны, ул дауаланыу ысулын бик дөрөҫ билдәләне, иң мөһиме, яҡшылыҡҡа ышаныс уятты. Даян Баязит улы ярҙамы менән әсәйем төшөнкөлөккә бирелмәне, ауырыуҙы еңергә тип маҡсат алды!" тип яҙған бер ҡатын.
Йәнә бер фекер. Уны ир кеше ҡалдырған: "Даян Солтанғужин 2022 йылда ҡатыныма ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйҙы. Баш мейеһендәге яман шеш ҡатыным йөклө саҡта асыҡланды. Бала тыуғандан һуң шеште алыу буйынса операция яһалды. Бер аҙ хәл алғас, Даян Баязит улы ҡатынымды нурлы терапияға йүнәлтте. Хәҙер онколог уны даими күҙәтә. Докторыбыҙ бик итәғәтле, кешеклекле. Тормошобоҙҙағы ауыр осорҙа тап уны осратыуыбыҙ - оло бәхет".
Л.Д. исемле пациент яҙа: "Даян Баязит улының егәрлелеге һоҡландыра. Иртәнән кискә тиклем пациенттар ҡабул итеүҙән тыш, ул халыҡ өсөн конференциялар ойоштороуға ла ваҡыт бүлә. Ундай сараларҙа кешеләр докторҙарға туранан-тура һорау бирә ала. Ошо конференциялар ярҙамында яман шеште башланғыс стадияларҙа асыҡлау осраҡтары артты. Мәҫәлән, тире яман шеше генә өс кешелә асыҡланды".
Даян Солтанғужиндың бала сағы Башҡортостандың Йылайыр, Хәйбулла райондарында үткән. Өфө дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Әбйәлил үҙәк район дауаханаһында башлаған. Әлеге мәлдә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында "Медсанчасть" ойошмаһында эшләй. Яҡташыбыҙҙы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 378

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru