«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХ ҠОШО ЯРҘАМЫ МЕНӘН...
+  - 

Ата-бабаларыбыҙ фекеренсә, Аллаһ Ер йөҙөндәге һәр бер халыҡҡа үҙ Рух ҡошон бирә. Рух ҡошо нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары тик күңел менән генә тойоп була. Ҡош халыҡтың күңел йылылығынан көс ала. Халыҡтың үҙ булмышына, моңона, теленә һөйөүе, бер-береһен яратыуы һәм тартыуы, киләсәге өсөн яуаплылығы күңел йылылығы булып туплана. Ошонан көс алған Рух ҡошо халыҡҡа юғары хыялдар, оло маҡсат, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө - йәшәүгә ынтылыш бирә!

Эйе, халҡыбыҙҙың Рух ҡошо ярҙамы менән бөгөн республиканың һәр районында һәм ауылында бер ойошма булып тупланған, Ағинәй тигән оло вазифа йөкмәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бер ҡорҙа аралаша, онотолоп бөтөп барған йолаларыбыҙҙы, моңдо, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы яңынан тергеҙә, Рәми әйтмешләй, туған телебеҙҙең йәнле ынйыларынан кәрәҙ ҡоя, йөрәктәрендә бер-береһе менән нур бәйләнеше булдыра. Ошо бәйләнештән көс алып, берҙәм, бәхетле, маҡсатлы, эшлекле һәм булдыҡлы, илһамлы һәм дарманлы булып йәшәй беҙҙең ағинәйҙәребеҙ.
Ошо хәҡиҡәтте раҫлау булды Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкләгән Архангел ауылы ағинәйҙәре ойошторған "Табындарҙа аманат тапшырыу" сараһы. Һәр халыҡ үҙенең ижад емештәрен, изгелек һәм аҡыл хазинаһын үҙе булдыра һәм уны киләһе быуындарға тапшыра. Архангел ауылы ағинәйҙәре әлеге сарала ғаиләләрҙә бер ҡомартҡы итеп һаҡланған әйберҙәрҙе - алмас ҡылыс, уҡ-йәйә, көмөш йүгән, аҡыҡ ҡашлы эйәр, ҡоршаулы һандыҡтар, күҙ яуын алырҙай аҫалы балаҫтар, кейеҙҙәр, бәйләгән йә һуғылған дебет шәлдәр, шау тәңкәле муйынса-һаҡалдар, ҡашмау-еләндәрҙе йәш быуынға аманат итеп еткереү йолаһын сәхнәләштерҙе. Халҡыбыҙҙың кәсеп-һөнәрҙәрен балҡытыусы, ижад итеүсе, башҡорт һөнәрмәнлеген данлаған, башҡорт донъяһын ҡотайтҡан ағинәйҙәребеҙҙең аманат тапшырыу йолаһы ихласлыҡ, изгелек, ғаилә уңайлылығы, мәҙәниәттәр һәм быуындарҙың күсәгилешлеге символына әүерелде. Йырҙа йырланғанса, "Йәшәү бәхете - күңел сафлыҡта, йәшәү бәхете - дуҫлыҡ, хаҡлыҡта, йәшәү бәхете - илең, халҡың өсөн хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта" икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы алтын ҡуллы ағинәйҙәребеҙ!
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динара Хисамова "Хазина" һәм "Ихлас" төркөмдәре ағинәйҙәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып ҡыуандырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Салауат Әбделмәнов, мәҙәниәт һарайы директоры Марат Рәхмәтуллин, оҫта ҡурайсы Урал Хызыров, баянсы Зәкир Өмөтбаев , "Ихлас" төркөмөнөң берҙән-бер батыр егете Риф Ғафаровтарҙың әүҙем ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Рәхмәтле булды уларға һәм райондың төрлө ауылдарынан йыйылған ағинәйҙәргә сараны ойоштороусылар.
Әйткәндәй, Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкләгән "Хазина" һәм "Ихлас" төркөмдәре ағинәйҙәре Яңы йыл алдынан ғына республика "Байыҡ" бәйгеһендә Гран-при яулап, районыбыҙҙы данланы. Ҡотло булһын уларҙың еңеүе!

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА,
Архангел районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru