«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҘЫМ ҺАЙЫН АЛКОГОЛЬ ҺАТАЛАР
+  - 


Яңыраҡ М.Рыльский урамындағы бөтөн Сипайлы халҡы яратып файҙаланған "Хәйерле көн" көнкүреш химияһы һәм косметика магазинын ябып, уның урынына ат башындай эре хәрефтәр менән "Тантана. Башспирт" тип яҙылған яңы сауҙа нөктәһен күреп, телһеҙ ҡалынды.

Дөрөҫ, әлегә ул эшләмәй, ябыҡ тора, ләкин күңел тантанаһын спиртлы эсемлектәрҙә күргән әҙәмдәр былай ҙа бошонмай ине бит: беҙҙә ни - аҙым һайын араҡы һатыусы нөктәләр, әллә ҡайҙан эҙләп йөрөргә кәрәкмәй. Мәҫәлән, әлеге М.Рыльский урамының "Тантана" асыла торған 17-се торлаҡ йортто үҙәк нөктә итеп алған хәлдә, 1-2 саҡрым радиустағы биләмәлә араҡы һатыусы магазиндарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Тик шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн ҡара иҫәп менән һанап сыҡҡандан һуң тағы бер һуштан яҙырлыҡ булды: әйтелгән ошо радиус биләмәһендә генә лә 10 урында "Красное-белое" (ә дөйөм баш ҡала буйынса уның 379 филиалы эшләй), 4 "Тантана" (Өфөлә 49 филиалы бар), 2 "Мастер вин"( ҡалала 60 филиал) һәм ошоға аҙыҡ-түлек менән бергә спиртлы эсемлектәр ҙә һатыусы 3-әр "Магнит" һәм "Монетка", 2 "Пятерочка", 1 "Альдо" аҙыҡ-түлек магазиндарын да ҡушһаң, тотош араҡы диңгеҙе хасил була, тигән һүҙ.
Әйтеүемсә, был ҡара иҫәп булды. Ҡайҙа ҡарама - ҡыҙыл-күкле-йәшелле неон реклама уттары, улар хатта көпә-көндөҙ ҙә алкоголь һатып алырға саҡырып янып тора. Алкоголь компаниялары яңынан-яңы ҡулланыусылар йәлеп итеү һәм үҙҙәренең продукцияһына ыңғай ҡараш булдырыу өсөн маркетинг һәм рекламаға аҡса йәлләмәй. Рекламала, ғәҙәттә, алкоголь күңел асыу, көсөргәнештән арыныу, социалләшеү сараһы итеп күрһәтелә. Иҫерткес эсемлектәргә ҡаршылар иһә алкоголь компанияларын бындай рекламаларҙы сикләүгә йүнәлтелгән закондарҙы юҡҡа сығарырға маташыуҙа ғәйепләй, спиртлы эсемлектәргә юғары һалымдар индереүҙе, алкоголь ҡулланыуға һәр төрлө контроллек сараларын көсәйтеүҙе талап итә. Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзы рәйесе Владимир Жданов алкоголь ҡулланыуҙың беренсе сәбәбен уның һатып алыусыға еңел бирелеүендә күрә, йәғни, араҡы беҙҙә аҙым һайын һәм ул арзан. Икенсе сәбәп - кешеләрҙең һис икеләнеп тормайынса, араҡы эсеүҙе ғәҙәти хәл, тип уйлауы. Өсөнсөһө - алкоголдең наркотик тәбиғәте. Эксперттар белдереүенсә, Рәсәйҙә даими рәүештә акцизды күтәреү иҫәбенә спиртлы эсемлектәр хаҡы арттырыла, халыҡ араһында эскелеккә ҡаршы өгөт-нәсихәт саралары алып барыла һәм улар бөтөнләй үк һөҙөмтәһеҙ ҙә түгел. Һуңғы ваҡыт, ти эксперттар, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу кәмей төштө. Ләкин... Нисек кенә булмаһын, алкоголде күтәрмәләүсе көстәрҙең (лобби) дәүләт властарына йоғонто механизмдары ла һаҡлана әле. Унан һуң, спиртлы эсемлектәр һатыуҙан ил ҡаҙнаһына килеп торған ярайһы тос килем дә ныҡлап ауыҙ асырға ирек бирмәй, күрәһең. Һәр хәлдә, бер кем дә берәүҙең дә ауыҙына көсләп ҡоймай, был мәсьәлә ахыр сиктә кешенең аң кимәленә, кешелеклелек сифаттарына туранан-тура бәйле икәнен дә оноторға ярамай...
Был яҙма күп ҡырлы һәм етди проблема булған алкоголь мәсьәләһенә ниндәйҙер күҙәтеү ҙә, тәнҡит тә түгел, сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, уның төбөнә төшөп етерлек тә түгел. Беҙҙең маҡсат икенселә: ни өсөн баш ҡала һынлы ҙур төйәктә аҙым һайын араҡы, ә бына шифалы экологик продукция етештереүсе республика фермерҙарының сауҙа нөктәләре юҡ кимәлендә? Сағыштырыу өсөн баяғы радиус үлсәмен алып ҡараһаҡ, Сипайҙың ошо биләмәһендә Ю.Гагарин урамында һәм "Корсо" сауҙа үҙәгендә ике ит баҙары бар. "Хәләл" ит магазинында ла һыйыр, һарыҡ, ҡош ите алырға була, ләкин унда ситтән килгән мигранттарҙың һатыу итеү ысулы һәм санитар-гигиена сараларының күҙәтелмәүе үҙенә бик саҡырып тормай. Шул тирәләрәк Дәүләкән ярымфабрикаттар магазины эшләй һәм унда киҫәкле ит һатылмаһа ла, билмән, кәтлит һәм башҡа ит ризыҡтары күп һәм төрлө. Ләкин бер инеп сыҡҡандан һуң, балсыҡтан әүәләнгән төҫлө кәтлиттәрен күреп, башҡаса унда барырға теләк тыуманы...
Баҙар ҙа - баҙар инде, унда һатып алыусы теләктәрен аңлап, уның түләгән аҡсаһына ярашлы сифатлы һәм уға кәрәкле киҫәк тоттороп ебәреү, йәғни мәҙәниле сауҙа итеү ғәҙәттәре бөтөнләй юҡ. Ә фермер магазиндарында иһә сауҙа коллективы үҙ тауары маркаһын тоторға, һатып алыусыны йәлеп итергә тырышып торор ине. Шуға күрә баш ҡалабыҙҙа фермерҙарҙың фирма магазины булып, унда иттән башҡа һөт, ҡаймак, эремсек, май, ҡорот, ҡатыҡ кеүек ризыҡтар ҙа һатылып торһа икән, тип хыялланырға ғына ҡала.
Бөгөн һәр кемгә яҡшы мәғлүм: аҙыҡ-түлек сәнәғәте етештергән магазин продукцияһының нисә проценты ашарға яраҡлы һәм хәүефһеҙ икән? Зыяны тураһында һөйләп-яҙылып торһа ла, һаман да шул арзан пальма майын бөтөн ризыҡҡа ла иркенләп ҡуша бирәләр; бынан тыш, тәмләткестәр, буяуҙар, консерванттар... Ул хаҡта күп яҙылды инде, ҡабатлап торғо ла килмәй. Өҫтәүенә, бөгөн күп нәмәгә күҙҙе астырыусы бойондороҡһоҙ интернет каналдар бар. Унда сығыш яһаусы ҡайһы бер билдәле табиптар һәм нутрициологтар кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалмау мөмкин түгелдер. Шуның өсөн дә бөгөн экологик таҙа аҙыҡ-түлек етештереүсе фермер продукцияһына ла юл асыу - көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, сөнки эреләтелгән аҙыҡ-түлек сәнәғәте конвейерҙарынан хәүефһеҙ һәм тулыһынса сифатлы ризыҡ килеп сыға, тип уйлау -йомшаҡ итеп әйткәндә, аңһыҙлыҡ билдәһе ул.
Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә мотлаҡ бойондороҡһоҙ контроль селтәре булдырыу кәрәк. Мәҫәлән, Бөйөк Новгородтағы "Лактика" агросәнәғәт холдингы директоры һөйләүенсә, уларҙа шундай контроль ишек төбөнән үк башлана, йәғни тәьминәтселәрҙән килгән һөттөң сифатын улар 20 күрһәткес буйынса тикшерә һәм айырыуса һөттә антибиотик булыу ихтималлығына иғтибар итә. Был йәһәттән уларҙа 75-кә тиклем препаратты асыҡлау мөмкинлеге бар. Әгәр антибиотик булыуы асыҡланһа, һөттөң бөтөн партияһы тәьминәтсегә кире ҡайтарыла. Һөт заводының үҙендә генә лә ике лаборатория эшләй. Әҙер продукцияны тағы бер тикшереү ризыҡты магазиндарға оҙатыу алдынан эшләнә: һуңғы һүҙҙе бындағы тәмләп ҡарау хеҙмәте әйтә һәм һатыуға ебәреүгә рөхсәт бирә. Бөгөн аҙыҡ-түлек етештереү мәҙәниәте ана шулай булырға тейештер.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 91

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru