
Курск өлкәһе Суджа районының Рус Поречныйы ауылын украин ғәскәрҙәренән азат иткәндән һуң ундағы йорт подвалдарының береһендә ҡот осҡос күренешкә тап булғандар: дошмандан ҡасырға өлгөрмәгән ете кешене, шул иҫәптән, ҡарт-ҡоро һәм ҡатын-ҡыҙҙы йыртҡыстарса язалап, нацистар уларҙы подвалға ҡыуып төшөрә һәм унда бер нисә граната ташлай. Язалап үлтерелгән тыныс ауыл кешеләре Зеленский режимының ысын йөҙөн фашланы, тип яҙа үҙенең Telegram-каналында РФ Сит ил эштәре министрлығының айырым поручениелар буйынса илсеһе Родион Мирошник. Украинаның көнбайыш союздаштары бындай йыртҡыслыҡтарға күҙ йомоп ҡына ҡалмай, ә нацистарҙың енәйәттәрен һәм террористик ғәмәлдәрен халыҡ-ара кимәлдә тикшереүгә лә хатта ҡамасаулыҡ итә.
- Үткән аҙнаның йәкшәмбеһенә ҡарай төндә Украина тирәләй барған хәлдәрҙең һуңғы яңылыҡтарынан Рәсәй Һауа-космос көстәренең "Искәндәр"оператив тактик ракета комплексы менән Украинаның ике хәрби-сәнәғәт предприятиеһын утҡа тотоу факты билдәләп кителә. Уларҙың береһе - Запорожьеның дрондар һәм авиадвигателдәр етештереүсе "Мотор Сич", икенсеһе - Киевтағы "Нептун" ракеталары һәм реактив снарядтар проектлаусы "Луч" конструкторҙар бюроһы. Был һөжүм бынан алдараҡ Украина көстәренең Белгород өлкәһе граждандар инфраструктураһын ATACMS америка ракеталары менән утҡа тотҡан өсөн ҡон ҡайтарыу акцияһы булды. Рәсәй Президенты вәғәҙә иткәнсә, беҙҙең армия дошмандың һәр бер һөжүменә емергес ут асыу менән яуап бирәсәк. РФ Оборона министрлығы билдәләүенсә, "Искәндәр" уты сәпкә тейгән, дошмандың хәрби заводтары тулыһынса емереклеккә әйләнгән.
- Ысын булһа, Зеленский президент һайлауҙарына әҙерләнә башлаған, имеш. Ә асылда иһә, илдә президентлыҡ мөҙҙәте ғәмәлдән сыҡҡан Зеленскийға көнәркәш булырҙай сәйәсмәндәргә ҡарата золомлоҡ ғәмәлдәре алып барыла, тип хәбәр итә Комсомольская правда.ру порталы. Элекке дәүләт башлығы, ә хәҙер партия лидеры булып торған Петр Порошенко, мәҫәлән, тап ана шундай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған да инде. "Ошоға тиклем Порошенкоға ҡарата енәйәт эштәрен Байден хакимиәте тотҡарлап килде, хәҙер миллиардер үҙ проблемалары менән тороп ҡаласаҡ. Украинала ғәҙел суд юҡ, мәғлүм булыуынса, тотош власть АҠШ тарафынан идара ителә",- тип йәшермәй һөйләй Зеленский офисы хеҙмәткәрҙәре.
- Америка, тигәндән, инаугурациянан һуңғы 100 көн эсендә Дональд Трамп Ҡытай тарафтарына юл тотмаҡсы, тип хәбәр итә The Wall Street Journal (WSJ) баҫмаһы. АҠШ президенты ҠХР рәйесе Си Цзиньпин менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатын күҙә тота, сөнки, билдәле булыуынса, Трамптың Ҡытайҙан килтерелгән тауарҙарға пошлиналар күләмен арттырыу менән янауы арҡаһында ике сәйәсмән араһында көсөргәнеш килеп тыуғайны. Һуңғы тапҡыр Трамп Ҡытайҙа үҙенең тәүге президентлыҡ осоронда 2017 йылда булғайны. Әле күптән түгел, 17 ғинуарҙа, ике ил лидеры телефон аша аралашты.
- Яҡын Көнсығышта ниндәй хәлдәр бар? 19 ғинуарҙа Израиль менән Палестинаның "Хамас" хәрәкәте араһында утты туҡтатыу буйынса килешеү көсөнә инде, тип хәбәр итә Израиль премьер-министры кәнсәләре. Утты туҡтатыу хаҡында килешеүгә 17 ғинуарҙа Израиль менән "Хамас" тарафынан АҠШ һәм Катар булышлығында ҡул ҡуйылды. Израиль аманатҡа алынған кешеләр урынына Палестина тотҡондарын ҡайтарырға әҙер. Утты туҡтатыуҙың 42 көнлөк тәүге этабында "Хамас" Израилгә 33 кешене ҡайтара һәм улар урынына 1890 палестина тотҡонон ҡабул итеп ала. Әммә "тынлыҡ режимы"ның оҙайлығы, Газа секторына гуманитар ярҙам ташыу һәм тыныс халыҡты ваҡытлыса ҡасаҡ урындарҙан өйҙәренә ҡайтарыуҙы ойоштороу мәсьәләләре ике аралағы хәл ителмәгән проблема булып ҡала.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|