«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢ МЕНӘН АРАЛАШ, ҺӨЙЛӘШ!
+  - 

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балалар психотерапевты, консультация-диагностика бүлеге мөдире, балалар табип-психотерапевты Светлана АЛЯНГИНА балалар һәм ата-әсәләр мөнәсәбәтенә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлаша.

- Үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр араһындағы көсөргәнешле мөнәсәбәт нилектән барлыҡҡа килә? Тәү сиратта, был хәл баланың психологик һәм физиологик үҫеш үҙенсәлектәре менән бәйле. Ул үҙенсәлектәргә фекерләүҙең өлгөрөп етмәүе, ҡыҙыусанлыҡ, бәләкәй генә проблема ла ҙур булып күренеүе инә. Шулай уҡ интернет-технологияларҙың үҫеше лә йоғонто яһай, балалар ата-әсәләре йәки дуҫтары менән онлайн аралашыуҙы өҫтөн күрә. Бында ниндәйҙер бер сәбәпте атап булмай, был проблемалар комплексы, мәҫәлән, имтихандарҙан, уңышһыҙлыҡтан ҡурҡыу менән дә бәйле.
- Нисек кенә булмаһын, бала менән һөйләшеү, уның үҙ-үҙенә бикләнеүенә, оҙон еңле кейеменә иғтибар итергә кәрәк. Бала үҙен йәшерергә теләһә, шулай итә, - тип аңлата эксперт.
Светлана Алянгина республикала төрлө иҫкәртеү программалары һәм саралар комплекстары булдырылыуын, мәктәп психологтары эше ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә белгескә барыуҙы оят тип һанау кеүек проблема бар әле. "Беҙҙең йәмғиәттә психологҡа йәки психотерапевҡа барыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ғәҙәткә инмәгән. Кешеләр уны ниндәйҙер ҡара тап кеүек күрә. Ә беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итеүҙең бер ниндәй психиатрия йоғонтоһо юҡ. Беҙ балаларҙы иҫәпкә ҡуймайбыҙ, ә диагностика ғына үткәрәбеҙ, ата-әсәләргә кәңәш бирәбеҙ. Кәрәк булһа, коррекция эшмәкәрлегенә йәки ҡатмарлы осраҡта стационар шарттарҙа дауалауға йүнәлтәбеҙ. Шулай уҡ ата-әсәһенә һөйләргә ҡурҡҡан осраҡта балалар "ышаныс телефоны"на шылтырата ала", - ти ул.
Белгес әйтеүенсә, үҫмерҙең именлеге тәү сиратта тап ата-әсәләр һәм опекундарға бәйле. "Беҙ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия менән әүҙем эшләйбеҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр йыш ҡына беҙҙең тәҡдимдәрҙе һанға һуҡмай. Сөнки бала ниндәйҙер мәсьәләләрҙә тулыһынса яҡланмай һәм һуңғы һүҙ барыбер ата-әсәһенә ҡайтып ҡала. Йыш ҡына улар бындай етди темаларға балалар менән һөйләшергә ҡурҡа", - тип билдәләй Алянгина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, телефон номерҙары һәм психологик ярҙам күрһәтеүсе учреждениеларҙың адрестары: Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн берҙәм дөйөм Рәсәй ышаныс телефоны (тәүлек әйләнәһенә) 8-800-2000-122. Республика клиник психотерапия үҙәге: 8 (347) 241-62-85 (тәүлек әйләнәһенә).
Республика клиник психотерапияһы дауаханаһы: 8 (347) 295-02-36 (тәүлек әйләнәһенә).

Иван ВАВИЛОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 89

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru