«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПЕЛӘШТӘРҘЕ ЛӘ СӘСЛЕ ИТЕП БУЛЛА
+  - 


Кешенең тышҡы ҡиәфәте - уның күңел торошоноң сағылышы ғына түгел, ә йәшәү кимәленең, заман трендтары менән бер ҡатарҙан атлауының күрһәткесе, тигән фекерҙә бөгөн күптәр. Һәм ошо инаныу матурлыҡ индустрияһының сәскә атыуына килтерә лә инде. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, көслө зат та матурлыҡ салондары юлын тапай - был да көндәлек тормоштоң ғәҙәти бер күренешенә әйләнеп бара. Шулай ҙа матурлыҡ индустрияһы тышҡы ялтырауыҡтан тыш, кешене сәләмәт итеү йүнәлешендә лә эшләйме? Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - сәс күсереп ултыртыу буйынса табип-хирург Тимур Афзал улы ҒАЛИН менән ошо хаҡта әңгәмәләшәбеҙ.

Сәс - борондан һылыулыҡ билдәһе иҫәпләнә, быны беҙ халыҡ йырҙарынан, әйтем-мәҡәлдәрҙән дә асыҡ күрәбеҙ. Һеҙ, табип булараҡ, сәстең кешене матур итеүҙән тыш, тағы ла ниндәй үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыр инегеҙ?

- Ысынлап та, кеше организмында һәр нәмәнең үҙенең тәғәйенләнеше бар. Кешенең бөтөн тәне сәс менән ҡапланған тиерлек, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе шулай итеп яралтҡан. Сәстең төп функцияһы терморегуляция, йәғни ул кеше өшөгәндә йылыны һаҡларға ярҙам итә, эҫе саҡта уны һыуындыра. Тир ҙә тирегә ҡарағанда сәстәрҙә тиҙерәк кибә. Эволюция процесында организм үҙгәрештәр кисергән, әлбиттә, тиренең ҡайһылыр өлөштәрендә сәстең кәрәге ҡалмаған. Бөгөн иһә донъя трендтары тәьҫире һөҙөмтәһендә кеше артыҡ сәстәргә ҡаршы "көрәш" алып бара, мәҫәлән, эпиляция хеҙмәте популяр. Сәс үҫмәһен өсөн препараттар ҙа эсәләр. Эстетик йәһәттән ҡарағанда, бында мәғәнә бар ҙа, шулай ҙа мин алтын урталыҡты һаҡлау яғындамын.

Ә һеҙ сәс күсереп ултыртыу йүнәлешендә эшләйһегеҙ, ул да косметологияға ҡараймы, әллә медицинағамы? Ябай ғына итеп аңлатҡанда, сәс күсереп ултыртыу процесы нисегерәк була?

- Ул бик етди процедура, шуға күрә медицинаға ҡарай. Бөгөн үҙен косметолог тип атағандарҙың бер өлөшөнөң махсус медицина белеме лә юҡ, ә беҙҙең үҙәктә эшләүселәр - һөнәр үҙләштереү өсөн 8 йыл юғары белем алған, аҙаҡтан оҙайлы йылдар тәжрибә туплаған кешеләр, хирургтар. Башҡортостанда ул әлегә берҙән-бер. Косметология, трихология йүнәлешендә эшләгән клиникалар ситтән хирургтар саҡырып, был хеҙмәтте күрһәтһә лә, үҙебеҙҙең табиптарҙың сәс күсереп ултыртыуға тотонғаны юҡ ине.
Процедура шулайыраҡ башҡарыла: пациенттың соңҡа йәки икенсе төрлө әйткәндә елкә сәсенең фолликулаһын алып, кәрәк урынға күсереп ултыртабыҙ. Соңҡа йәки елкә зонаһында иң көслө сәстәр урынлашҡан, шуға ла ул донор зонаһы булып иҫәпләнә. Әлеге көндә сәсте кешенең үҙенән генә алып ултыртып була, йәғни башҡа кешенең сәсен уның организмы ҡабул итмәй. Шуны ла әйтергә кәрәк, медицина процедураһы булһа ла, хәҙер уны ауыртыуһыҙ, операцияһыҙ эшләп була. Кеше шул көндө үк өйөнә ҡайтып китә, ә һөҙөмтә иһә 1-6 айҙан күренә һәм ғүмер аҙағынаса тиклем һаҡлана.

Матурлыҡ индустрияһының был төрө башлыса ир-егеттәр араһында популяр. Бының сәбәбе нимәлә?

- Ҡатын-ҡыҙҙарҙа сәсте юғалтыу башҡасараҡ бара: сәс һирәгәйеп, тире яланғаслана башлай, шулай уҡ сәстәр йоҡара, ялтырауыҡлығын юғалта, тире ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Былар барыһы ла бер көндә башланмай, йылдар буйына бара һәм ҡатын-ҡыҙ, барыбер үҙенә иғтибарлыраҡ булыу сәбәпле, ваҡытында табипҡа ла мөрәжәғәт итә. Ошо этапта анализдар тапшырып, тәү сиратта гормондарҙың кимәлен асыҡлап, дөрөҫ диагноз ҡуйып, мезеотерапия, плазматерапия кеүек хирургик булмаған ысулдар менән уларҙы уңышлы дауалап була.
Ә ирҙәрҙә пеләшләнеү башҡасараҡ, "ирҙәрсә тип"та. Улар был осраҡта сәсен тулыһынса юғалта тиерлек. Шуға ла күсереп ултыртыуға ла күбеһенсә ирҙәр мохтаж. Ҡартайғас ҡына сәс ҡойола икән тип уйлаусылар ҙа хаталана, 20 йәшлек егеттең дә был проблемаға тарыуы бар.
Был уларҙың психологик торошона ла йоғонто яһай. Кеше бит йәмғиәт менән тығыҙ бәйләнештә, төрлө сараларға бара, ҡайҙалыр сығыш яһай һ.б һәм башының пеләш булыуынан уңайһыҙлыҡ кисерә. Сәс бит матурлыҡ һәм сәләмәтлектән тыш, йәшлек билдәһе лә. "Мин гел ошолай йәш булырмын", тип уйлай ул, әммә йылдар сәстәргә үҙенең эҙен һала. "Пеләшлек - аҡыл билдәһе" тигән шаярыу ҙа бар, әммә хәҙерге ир-егеттәр бындай "аҡыллылыҡ билдәһе"нең булыуынан булмауын теләйәсәк.
Табип булараҡ, ирҙәрҙең косметологияға йышыраҡ мөрәжәғәт итеүенең дә бер насарлығын күрмәйем. Бөгөн һәр кемдең күркәм күренгеһе килә, кейеменә лә, тышҡы ҡиәфәтенә лә иғтибар итә. Етмәһә, бының өсөн төрлө инструменттар бар икән, кешенең үҙен ҡарауынан зыян юҡ. Әммә был салондарҙан сыҡмай ятырға кәрәк тигәнде аңлатмай.

Беҙҙең өләсәйҙәрҙең дә сәс тәрбиәләүҙә үҙ алымдары бар ине. Әйтәйек, сәсте майлап тарау, үреп йөрөтөү һ.б. Бөгөнгө көн күҙлегенән был ысулдарға ниндәйерәк баһа биреп булыр ине?

- Боронғо ысулдарға көлөп ҡарарға ярамай, улар халҡыбыҙҙың аң-белем, һиҙемләү кимәленең юғарылығы тураһында ла һөйләй. Уларҙы беҙ бөгөнгө белемебеҙ менән дә аңлатып еткерә алмайбыҙҙыр әле. Сәсте йыйып йөрөү, яулыҡ ябыныу гигиена күҙлегенән ҡарағанда әһәмиәтле - ризыҡ әҙерләгәндә ашҡа сәс төшөүҙән һаҡлай. Яулыҡ шулай уҡ ҡояштан, һыуыҡтан һаҡлай, был сәләмәтлек өсөн файҙалы. Баш түбәһенә һары май һөртөп, мейене кибеүҙән һаҡлағандар тигәнде лә ишеткәнем бар. Шулай ҙа халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан уны ныҡлап өйрәнергә, һайлап ҡына тотонорға кәрәк. Тәжрибәмдә бер пациент булғайны, ул сәс ҡойолоуҙы үләндәр, ҡәнәфер порошогы менән дауаланы һәм был, киреһенсә, тиренең яныуына һәм сәстәрҙең нығыраҡ ҡойола башлауына килтерҙе.
Элек йәшәү шарттары ла башҡа булған, таҙа һыу эсеп, таҙа һауа һулағандар. Хәҙер транспорт та күп, көнкүреш техникаһын да ҡулланабыҙ: кеҫәлә телефондар, йорттарҙа телевизор һәм башҡа ҡоролмалар, уларҙың барыһы ла бүлеп сығарған нурҙар тирбәлешендә көн итергә мәжбүрбеҙ. Былар ҙа һаулыҡҡа, психик торошҡа йоғонто яһай. Сәстәрҙе тәрбиәләүсе косметик сараларҙың да сифатлы булыуы мөһим, нимә менән йыуһам да ярамаймы, тип, осһоҙлоһона ҡыҙыҡмағыҙ. Туҡланыуға ла иғтибар итергә кәрәк, ризыҡтың ниндәйе генә юҡ, мул йәшәйбеҙ кеүек, ә уның һаулыҡҡа зыянын белмәйбеҙ. Трансмайҙар, газлы эсемлектәр, тәм-том күп. Былар барыһы ла сәстәрҙең генә түгел, тотош организмдың эшмәкәрлегенә йоғонто яһай. Минеңсә, кеше әүҙем физик тормош алып барһа, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итһә, дөрөҫ туҡланһа, уның гормондар системаһы ла нормала була. Хәрәкәттә - бәрәкәт, хәрәкәт итергә яратҡандар йәшерәк тә күренә, күңел тыныслығы кисереп, бар донъя менән гармонияла йәшәй.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ҡайһы саҡта матурлыҡ индустрияһының сәләмәтлеккә бер мөнәсәбәте булмаған кеүек тойолһа ла, Тимур Афзал улының хаҡлы билдәләүенсә, сәс кенә ҡойолоу ҙа кешенең тормошон ныҡ ҡатмарлаштырыуы ихтимал. Әгәр ҙә был проблеманы хәл итеүҙән ул үҙен яҡшыраҡ, ышаныслыраҡ тоя башлаһа, тышҡы ҡиәфәтенә күҙ һалыуҙан ғына күңеле күтәрелеп, ыңғай хистәр кисерһә, бер һүҙ менән әйткәндә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башлаһа, косметологик, эстетик етешһеҙлектәрҙе үҙгәртеүсе саралар үҙен аҡлай тигән һүҙ. Шулай ҙа был осраҡта үҙеңдең һаулығыңды һәм ғүмереңде махсус белеме булған табиптың ҡулына тапшырыу төп талаптыр, моғайын. Сөнки сәстәр матурлыҡ ҡына түгел, сәләмәтлек билдәһе лә.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 113

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru