
* * *
Капитан Двинянин дежур бүлмәлә взвод командиры урынбаҫары, сержант Зуев менән тәмәке борҡота-борҡота нарда уйнай. Төлкөгә оҡшаған ерән Зуев - хәйләкәр, капитанды ҡыҙыҡтырып, беренсе партияларҙа еңелеп тора ла, артабан тәмләп кенә үсен ала, бөтә алдашыу оҫталығын һалып, бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшеп, ҡәнәғәтлек кисерә. Сираттағы уңышһыҙлыҡтан һуң Двинянин ҡыҙара-бүртенә "Дежурный по части" тип яҙылған ҡул бәйләмен йолҡоп тигәндәй һыпырҙы ла, кителен сисеп ташланы. Сержанттың еңелсә көлөмһөрәүе аҫтында ишекле-түрле йөрөп алды, асыуы ташты, дәғүәсеһен һуғып осорорҙай булып, өҫтәлгә яҡынлашты. Зуев, бәләһенән баш-аяҡ, тороп тәҙрәгә табан сигенде, ике ботлоҡ герҙәрҙе уйынсыҡтай уйнатҡан капитандан шөрләй ине.
- Иптәш капитан, иптәш капитан, бөгөн тикшереү булырға тейеш тә, оноттоғоҙмо? - Ҡотолоу юлын тапҡанға ҡыуанған сержанттың ауыҙы ҡолағына етте.
Инде суҡмарҙай йоҙроҡтарын Зуевтың һипкелле танауына килтергән Двинянин маңлайына көрәктәй усын шапылдатты:
- Ысынлап та, замполит еҫкәнә торған көн... Инәңде... Ну был буйҙаҡ Негрҙың теңкәгә тейгәне...
Подполковник Сорокин Африка иле Танзанияла инструктор булып хеҙмәт иткән. Союзға ҡайтарылғас, танкка бер ниндәй ҡағылышы булмаһа ла, сәйәсәт буйынса урынбаҫар итеп ошо төпкөлгә ебәрелгән. Экватор ҡояшына янған быштыҡ Сорокин штабҡа аяҡ баҫҡас та, полковник Ковалев, һайыҫҡандай ҡара-аҡ тиһәм, негрҙай сөм-ҡара был, тип һүҙ ҡатҡан, тиҙәр. "Негр" ҡушаматы отставкаға сығып ҡотолғансы талпандай йәбеште подполковникка.
Ғаиләһеҙ замполиттың һәр йәкшәмбе көтмәгәндә инеп сығыу ғәҙәтен барыһы ла белә, уйын ҡомарына бирелеп, был хаҡта бөтөнләй онотҡан капитан. Дежур бүлмәләге тәртипһеҙлекте күҙҙән үткәреп, ул киҫкен бойорҙо:
- Дневальныйҙы саҡыр, тәмәке төпсөктәрен һепереп түкһен... Ҡыҫҡаһы, бер минуттан бүлмә замполит пеләше һымаҡ ялтырап торһон! Марш!
Сержант Зуев "дежурка"нан башын сығарып, тана мөңрәгәндәй һөрәнләне:
- Бөрсә-ә-ә! Йүгер бынд-а-а-а!
Ғәлим үҙәк ҡапҡала дневальный булып тора ине, ишеткәс тә ашыҡты.
Кирзаларын асфальтҡа таҡылдатып йүгерә-атлай килеп ингән һалдатҡа капитан күҙҙәрен аҡайтып ажғырҙы:
- Бөрсәләй ҡыймылда! Замполит килгәндә ҡапҡа төбөң буш булһа, үҙең яуап бирәһең!
Ғәлим, ҡыҙыҡ та инде былар, икегә бүленергә тейешменме икән ни, тип уйланып, мөйөштәге һоҫҡо-һеперткегә үрелде. Һеперә башлағас, тәҙрә тимеренә ҡыҫтырылған йомарлам ҡағыҙҙы шәйләп алырға турайҙы һәм ҡото осто.
- Иптәш капитан, бокс яна! Танктар! - Ул ҡаушауҙан ҡалтырап, һоҫҡоһон даңғырлатып төшөрөп ебәрҙе.
Һалдатты этеп тәҙрәгә ҡапланған Двинянин шул секундта ҡырағай тауыш менән һөрән һалды:
- Тревога-а-а! Зуев, пожаркаға шылтырат! Ҡарауылдан башҡа бар личный состав, янғынды һүндерергә!
Капитан Двинянин ырғанлап барып етеүгә ҡуйы ҡара төтөн бокс ишегенән урғылып, һауаға күтәрелгәйне. Паникаға бирелгән һалдаттар эскә инергә ҡыймай эркелешә, бер нисәүһе буш огнетушитель тотоп алған.
- Нимә яна? Танк! - Быға ышанырға теләмәгән капитан бер төпкә ынтылды, бер тышҡа сыҡты, буталсыҡ һөйләнде. - Кем яндырҙы? Ах, яна бит, яна! Огнетушитель ҡулландығыҙмы, йүнһеҙҙәр! Килтерегеҙ огнетушителде!
- Иптәш капитан, аңғармай ҙа ҡалдыҡ, ялҡын танк эсенән сығып, ҡапыл ялмап алды... Огнетушителдәр ярҙам итмәне... Яҡынларға һуң инде... Боекомплект туп-тулы! Хәҙер шартлай! - Сержанттарҙың береһе асырғанып ыуаланды. Ҡаушаған һалдаттар ни ҡылырға белмәй, бокс буйлап йүгереште.
- Шартлай!
- Ах! Хәҙер шартлай!
- Ҡалайтабыҙ, егеттәр!?
Капитан Двинянин, асыуынан үҙе шартларҙай булып, ҡарлыҡҡан тауыш менән үкерҙе:
- Зуе-е-ев! Зуе-е-ев! Ҡайҙа янғын машинаһы? Янғын машинаһы ҡайҙа, тим?
Ахылдап, сержант Зуев килеп етте.
- Иптәш капитан, машинаның аккумуляторы ултырған, тоҡанмай!
Бөттө. Егерме километр алыҫлыҡта ятҡан ҡалалағы янғын часына шылтыратыуҙан фәтүә юҡ, өлгөрмәйәсәктәр. Бер танк шартлаһа, сиратлап башҡалары ла күккә осасаҡ. Капитандың башына бер төплө фекер килмәй, ул юғалып ҡалды. Ҡурҡыуҙан шыбыр тиргә батҡан Двинянин, ҡалтыраған аяҡтарын көскә тыңлатып, бер-ике аҙым яһаны ла, телен саҡ әйләндереп, һалдаттарға бойорҙо:
- Бөтәгеҙ ҙә ышыҡҡа! Бокстан ситкә ҡасығыҙ!
Кемуҙарҙан дөбөрләшеп, эстакадалар яғына йүгерештеләр. Ҡалын бетон артына һуҙылып төшкән капитан илаулап, янындағы һалдаттарға екерҙе:
- Ни эшләнегеҙ һеҙ, алйоттар? Тоҡанғас та һүндереп өлгөрөргә булғандыр инде шуны!
Һәм ҡапыл хәлдең етдилеген аңлап, алдындағы үләнде услап йолҡоп олоно:
- О-о-ох, башты ашанығыҙ бит, йолҡоштар! Трибунал бит был, трибунал! Төрмәлә серетәһегеҙ мине!
Былай ҙа шөр ебәргән һалдаттарҙы ҡурҡытып, ул аҡырып ебәрҙе:
- А-а-а-а! А-а-а-а!
* * *
Ваҡыт үткән һайын төтөн ҡуйырҙы ғына. Инде нимә эшләргә? Ҡарап тороуға ҡеүәтле батальон көсһөҙгә әйләнде лә ҡуйҙы, ойошторор офицер ҙа илап ята. Бисара һалдаттарға, хәлдең ҡот осҡос аҙағын көтөп, ҡул ҡаушырырға ҡалды.
Ҡапыл ҡурҡыныс күренеш берәү ҙә уйламаған төҫ алды. Бөтә батальон хәрәкәтһеҙ ятҡан арала боролоштан тәүҙә кеше күләгәһе пәйҙә булды, артынан йүгерә-атлаған хужаһы ла күренде. Ул эстакада янынан үтеп торҙо ла, барыһын да шаҡ ҡатырып, туп-тура бокс яғына атылды. Һалдаттар ҡалҡынышып күрәләтә үлемгә ынтылған "йүләр"гә баҡты. Арыҡ кәүҙәле һалдат "һә" тигәнсе эстакада менән бокс араһының яртыһын үтеп тә өлгөрҙө. Танып геүләштеләр:
- Бөрсә бит!
- Бөрсә? Бушты!
- Шул! Уны берәйһе менән бутап буламы?
- Бөрсә-ә-ә? Бөрсәләнеп ни ҡылмаҡ булды?
Двинянин, йәш ҡатыш тупраҡҡа буялған йөҙөн күтәреп, ҡатып ҡалды.
Ағарышҡан егеттәр, аҡайышып, бер-береһенә ҡарашты. Ҡапыл айныған капитан йәнәсыҡҡа ҡысҡырҙы:
- Ҡайҙа-а-а! Рядовой Бөрсә, артҡа-а-а!
Зәһәр уй менән янған Ғәлим бойороҡто ишетмәне, йәнтәслимгә йүгерҙе, ыңғайына "дежурка"нан эләктергән противогазды сумкаһынан сығарып, башына кейҙе: "Тоҡанһа ғына ярар ине, тоҡанһа ғына ярар ине... - Төтөн араһында һәрмәнеп, люкты тиҙ тапты ул. - Двигатель төтөнгә тонсоҡһа, йә сымдар ирегән булһа, тоҡанмаясаҡ..." Бәхетенә, танк уртанан яна башлап, ут яртыһын ғына солғап өлгөргәйне. Шулай ҙа водитель ултырғысына сумыуы булды, арҡаһын эҫе һауа өтөп алды. Двигателдең гөрөлдәп эшләй башлауын ул тоноҡ ишетте, противогаз эсендә һауа етмәүен тойҙо, тулҡынланыуҙан йөрәгенең дөп-дөп тибеүе ҡолағына бәрҙе. Аяҡ-ҡулдар кәрәкле рычагтарҙы өйрәнелгәнсә һәләт хәрәкәткә килтерҙе. Ауыр танк, тертләгәндәй, ҡапыл һикереп, урынынан ҡуҙғалды.
Артынан ҡарағусҡыл төтөн һуҙған танк юғары тиҙлектә периметр эсенән сығып, ике ҡатлы тимер сымды ергә һылаштыра тапатты ла, үкереп, ағастар араһына уҡталды. Юлына осраған ҡарағайҙарҙы уйынсыҡтай һындырып, бер аҙыраҡ барҙы ул, әммә алыҫ китә алманы, шул арала алдына тауҙай өйөлгән ағас һыныҡтарына сөрсөлөп, шып туҡтаны. Люкты асып ергә һикергән Ғәлим, йыуан олондарҙы урап, һеләүһендәй бер-ике ҡыуаҡ аша ырғып өлгөрҙө, көслө шартлау тайганы шаулатты. Танктың башняһы, кәүҙәһенән айырылып, ағас бейеклек күтәрелеп торҙо ла, ағастарҙы шатырлатып, ергә тәгәрәне. Шартлау тулҡыны яҡындағы ҡарағайҙарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп күккә сорғоно, һынып төшкән бер осо һалдатты бәреп йыҡты. Иҫтән яҙған Ғәлим бокстар яғынан уға табан йән-фарманға йүгергән подполковник Сорокинды, капитан Двинянинды, улар артынан ашыҡҡан һалдаттарҙы күрерлек хәлдә түгел ине...
* * *
Ҡала үҙәк дауаханаһының 6-сы палатаһы ишеге төбөнә яҡынлағас, полковник Ковалев менән подполковник Сорокин быяла аша карауатта ятҡан һалдатҡа текләп оҙаҡ торҙолар. Үтеп барыусы табип туҡтап:
- Нимә кәрәк ине, иптәштәр? - тип өндәште.
- Бында минең һалдат... Хәле нисек икән? - тип һораны полковник.
- Ҡурҡырлыҡ бер ни юҡ, еңелсә арҡаһы бешкән, мейеһе һелкенгән, әлегә ул ҡаты йоҡлай. - Табип командирға һынамсыл ҡарап өҫтәне. - Һалдатығыҙ йонсоған, уның гемоглобины түбән, тураһын әйткәндә, егет астан интеккәнгә оҡшаған...
Полковник Ковалев, плита иҙәнгә текләп, ыҡ-мыҡ иткәнсе, табип китеп барҙы. Сорокин һалдат ашханаһындағы тәртипһеҙлекте белмәй ине, артынан аптырап ҡарап ҡалды.
- Рядовой Бөр... Э-э-э, фамилияһы нисек әле? - Полковник палата эсенә ымлап, үҙенән бер башҡа түбән замполитҡа баҡты.
- Рядовой Заһитов. - Замполит ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы асҡыланы һәм һоҡланыуын йәшермәй, тел шартлатты. - Так точно, Заһитов. Вот, геро-о-ой! -
Ковалев быяла аша күҙ ташлап, ауыҙ эсенән бурылданы:
- Уйламаҫһың да... Ҡайһы яҡтан ул?
- Уралдан. Башҡорт, буғай. - Ҡыҫҡа яуапланы Сорокин.
- Былай итәбеҙ... Былай итәбеҙ... - тип уйланып торҙо полковник. - Сүпте өйҙән сығармайбыҙ. Һалдаттарҙың ҡолаҡтарына киртеп ҡуй, тикшереү килһә - ләм-мим. Танк маневрҙар ваҡытында шартланы һәм вәссәләм! Мин берәй әмәлен табырмын. Баштан һыйпамаҫтар, әммә танышлыҡҡа таянып, оло ғауғаһыҙ ғына үткәреп ебәрергә тырышырмын. Капитан Двинянинды армия сафтарынан ҡыуырға - яуаплы мәлдә юғалып ҡалған булдыҡһыҙ офицерҙар беҙгә кәрәкмәй. Ә был... Рядовой Заһитов, тиһең инде - ысынлап та батыр егет! Тик артыҡ шаштырмаҫҡа, герой-лыҡҡа юллаһаң, ни өсөн, тип соҡсона башларҙар. Тикшереү үткәнсе, аяҡ аҫтында буталмаһын - бер-ике көн карауатта аунаһын да, отпуск йүнләгеҙ, ҡайтып әйләнһен.
Бер аҙыраҡ өндәшмәй торҙо комбат, йәнә палата эсенә ҡарап:
- Шундай ҡураныс ҡына кәүҙәлә ниндәй көс йәшеренгән, ә? Йөрәге ҙур егеттең, ысын һалдат! - тине лә, йылмайып өҫтәп ҡуйҙы. - Ут бөрсәһе...
Тик уның һүҙҙәрендә тамсы ла мыҫҡыллау һиҙелмәй ине. Замполит та, пеләш башын ҡағып йөпләне, ҡуңыр йөҙөн бороп, батыр йоҡлаған карауат яғына йылы ҡарашын һирпте...
(Аҙағы. Башы 1-2-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА