«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ҠАЙТЫРМЫН!
+  - 

Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү буйынса бәхәстәр тынмай. Реставрация ни өсөн кәрәк, төҙөкләндереү өсөн һәйкәлде постаменттан алыу мотлаҡмы, атлы батыр үҙ урынына ҡасан ҡайтыр? Ҡурған, суйындан эшләнгән һәйкәл, скульптураны тотоп тороусы каркас ниндәй хәлдә? 22 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелгән "Мин ҡайтырмын!" документаль фильмы ошо һорауҙарға аныҡ һәм асыҡ яуап бирҙе.

Бихисап анализ һөҙөмтәләре, проект документтарын әҙерләү нескәлектәре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡаҙан ҡалаларынан билдәле федераль эксперттар фекере фильмдың төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Архитектор, скульптор, проектлаусы, реставратор, тарихсылар күптән төҙөкләндереүҙе талап иткән һәйкәлде һаҡлап ҡалыу буйынса фекерҙәре менән бүлешә. Һәм ышандыра.
- Сентябрҙә беҙ ижади төркөм менән, һәйкәл бейеклегенә күтәрелеп, уның эсенә инеп төшөрөргә тейеш инек. Ундағы ярыҡтарҙы, серегән урындарҙы күргәс, был уйҙан баш тарттыҡ. Һуңынан был ниәтебеҙҙе ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы егеттәре менән бергәләп атҡарҙыҡ һәм беҙ, фильм өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм, үҙ иңебеҙгә ни тиклем яуаплы эш алыуыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ төшөндөк. Беҙҙең фильмды ҡарап, республика халҡы Салауат һәйкәлен реставрациялауға ҡағылышлы сетерекле, ҡатмарлы һорауҙарға яуап табыр тип ышанабыҙ, - тигәйне ижади төркөм етәксеһе Гәүһәр Батталова.
Ысынлап та, күп һорауҙарға яуап алынды. Тамаша ҡылыусылар фильмды төшөрөүгә йәлеп ителгән үҙ эшенең оҫталарына - картинаның авторы Гәүһәр Батталоваға, режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Ләйсән Рамаҙанова, композитор Ләйлә Андреева, дизайнер Айрат Өмөтбаев, операторҙар Азамат Даянов, Ринат Кашапов, Вадим Лобов, Урал Ғатауллин, Радик Фәтхиев һәм башҡаларға һоҡланыуын белдерә һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
"Күк көмбәҙендә осрашыуҙар" - фильмындағы икенсе сюжет линияһы ла автор тарафынан бик уңышлы ҡулланыла һәм документаль фильмға матур бер йөкмәтке өҫтәй. Ысынлап та, Салауат Юлаев Сосланбәк Тавасиев, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Миңлеғәле Шайморатов, "Салауат" ҡушаматлы махсус хәрби операция яугире менән осрашһа, нимә тураһында һөйләшерҙәр ине икән? Авторҙың уйланыуҙары шулай уҡ уйландыра. "Cалауат Юлаев ролен билдәле спортсмен Эльбрус Ниғмәтуллин башҡара. Милли батырыбыҙҙы ул тәүге тапҡыр 2004 йылда "Мин үлмәнем, башҡорттар!" фильмында уйнағайны. 20 йылдан Эльбрус тағы ла беҙҙең менән. Башҡа ролдәрҙе республика театрҙарының күренекле артистары башҡара", - ти Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы. Ул шулай уҡ был үтә етди һәм арыу уҡ ҡатмарлы эштә республика халҡының да ихлас ярҙамы бихисап булыуы, мәҫәлән, фильмды төшөргән саҡта эшҡыуар Илгиз Йосоповтың уларға бушлай вышкалы автомобилен биреүе тураһында ла иҫкә алып үтте.
Фильмды БСТ телеканалы "Самрау" фонды менән берлектә Башҡортостан Башлығы грантына төшөргән.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын - Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау проекты Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алды. "Килеп тыуған хәлдә реставрация эштәрен оҫтахана шарттарында ғына башҡарырға мөмкин. Бының өсөн скульптураны һүтеү буйынса ҡарарҙар әҙерләнде. Мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау өсөн тейешле саралар комплекслы ғилми тикшеренеүҙәр нигеҙендә ҡабул ителде", - тине Рәсәйҙең баш дәүләт экспертизаһы эксперты Кирилл Кунаков. Бынан тыш, мәҙәни мираҫ объекты биләмәһе сиктәрендә төҙөкләндереү планлаштырыла.
Һәйкәлде реставрациялауға бер йылдан алып 1,5 йылға тиклем ваҡыт китәсәк, тип хәбәр итә йәмәғәт эшмәкәре Данир Ғәйнуллин. "Эш ҡатмарлы. Һәйкәлдең эске каркасы бик насар торошта. Тикшереү барышында белгестәр монументтың болттар менән тоташтырылған урындары тутығыуын, шулай уҡ иретеп йәбештерелгән йөйҙәре ысҡыныуын асыҡлаған. Суйын - бик үҙенсәлекле материал, уны һаҡ ҡына тергеҙергә кәрәк. Уның каркасы буйынса тағы ла ҡатмарлыраҡ эштәр башҡарырға кәрәк. Кәрәкле аҡса бүленһә, эштәр графикҡа ярашлы барһа, һәйкәл йыл-йыл ярым ваҡытта әҙер буласаҡ", - тип аңлатты ул.
БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин әйтеүенсә, һәйкәлде ремонтлау һәм уның нигеҙен нығытыу буйынса эштәр бер үк ваҡытта башҡарыласаҡ. Монумент реставрацияланған мәлдә уның урынына ваҡытлыса инсталляция ҡуйыу планлаштырыла. "Проект документацияһы бәләкәй архитектура формаһы йә лазер проекцияһы ҡуйыуҙы күҙ уңында тотмай. Әммә күҙәтеү советының тәүге ултырышында бындай фекерҙәр әйтелде, бер аҙ ваҡыттан был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ", - тине С. Ҡолбахтин.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 103

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru