«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОҪТАЛАР ҠАЛАҺЫ БУЛАБЫҘМЫ?
+  - 

Башҡортостандың баш ҡалаһы ағас, таш эшкәртеү һәм биҙәү буйынса донъя оҫталары ҡалаһы статусы алыуға ғариза тапшырҙы. Ике яҡлы ҡарар ҡабул ителеү осрағында Өфө Рәсәйҙә шундай кимәлдәге беренсе ҡалаға әйләнеүе мөмкин. Был турала Өфө мэрияһының ситуациялар үҙәгендә AISBL (WCC-AISBL) Бөтә донъя оҫталар советының жюри ағзалары менән матбуғат конференцияһында билдәле булды.

Артабан Бөтә донъя оҫталар советының жюри ағзалары баш ҡаланың туристарҙы йәлеп итерлек төрлө урындарында, оҫтаханаларында булып, үҙҙәренең фекерҙәре, кәңәштәре менән уртаҡлашты:
"Был статус ошо йүнәлешкә айырым иғтибар бүлгән, оҫталыҡ үҫешкән ҡалаларға бирелә. Әлбиттә, уны тапшырыу Өфөнөң туристик потенциалын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, Үзбәкстандағы Кокандта, донъя оҫтаханалары ҡалаһы статусы алғандан һуң, һуңғы биш йыл эсендә туристар һаны биш тапҡырға артыуы күҙәтелә - әгәр элек беҙгә 5 мең кеше килһә, хәҙер уларҙың һаны 25 меңдән ашыу. Шул рәүешле, күберәк ҡунаҡханалар, кафе, ресторандар төҙөлә башланы. Шулай уҡ оҫталар араһындағы бәйләнеш нығый, улар үҙҙәренең эшен популярлаштырыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм өйрәнеү өсөн Ҡытайға, Һиндостанған һәм донъяның башҡа илдәренә барыу мөмкинлеген ала", - тип белдерҙе Үзбәкстандан Азиз Муртазаев. Италиянан WCC Европа төбәге вице-президенты, халыҡ-ара жюри ағзаһы, доктор Фатина Сайкали фекеренсә, ойошманың глобаль миссияһы - дөйөм мәҙәни ҡиммәттәрҙе нығытыу. "Бөгөнгө визитҡа тиклем мин Өфө тураһында бер нәмә лә ишетмәгәйнем, әммә хәҙер бөтә дуҫтарыма уның хаҡында һөйләргә тейешмен. Комиссияның маҡсаты - һеҙҙең милли үҙенсәлектәрегеҙҙе һәм традицияларығыҙҙы яҡшыраҡ аңлау", - тип билдәләне ул.
Көньяҡ Африка Республикаһынан WCC Африка төбәге вице-президенты Надя Меер Өфөгә визитынан оҫталыҡ сәнәғәтенең хәле тураһында тулы мәғлүмәт алырға өмөтләнә. "Әгәр баш ҡала донъя оҫталары ҡалаһы статусы алыуына өлгәшһә, был беҙҙең мәҙәниәттәрҙе һәм кешеләрҙе яҡынайтыр. Элегерәк беҙ Көньяҡ Африкалағы БРИКС саммитында Рәсәй делегацияһы менән хеҙмәттәшлек иттек", - ти Надя Меер.
Кувейттан WCC милли берекмәһе ағзаһы, оҫталыҡтар буйынса белгес, Али әл-Нажадтың билдәләүенсә, Өфөнөң ғаризаһы рәсми рәүештә оҫталарҙы хуплауҙы таныу билдәһе. "Был уларҙың үҫешенә, алға китешенә ярҙам. Әгәр ҡала был статусҡа эйә булһа, һеҙҙең оҫталарҙың эше милли һәм халыҡ-ара кимәлдә киңәйәсәк", - тип аңлатты спикер.
"Ағиҙел" предприятиеһы директоры, Өфөнән WCC милли берекмәһе ағзаһы Гүзәл Кәримова фекеренсә, ҡаланың шундай статус алыуы баш ҡалаға һәм бөтә Башҡортостанға бик күп нәмә бирәсәк.
- Беҙҙең урындағы туризм ғына түгел, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән килгән кешеләр республикабыҙ тураһында беләсәк. Сөнки беҙҙә башҡорт балы һәм нефть кенә түгел, оҫталар ҙа күп, - тине Гүзәл Кәримова.
Әйткәндәй, 1964 йылда барлыҡҡа килгән Бөтә донъя оҫталар советы коммерцияға ҡарамаған ойошма, ул оҫталарға киң танылыуға өлгәшергә булышлыҡ итә. Советтың эшмәкәрлеге Африка, Азия-Тымыҡ океан төбәге, Европа, Латин Америкаһы һәм Төньяҡ Американы үҙ эсенә ала. Ойошманың миссияһы - оҫталарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү һәм донъя оҫталығының бай мираҫын һәм традицион оҫталығын һаҡлау.

Иван ВАВИЛОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.25 | Ҡаралған: 52

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru