«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДРОНДАР ТЫНҒЫ БИРМӘЙ
+  - 


26 ғинуар һәм унан алдағы көндәрҙә (ваҡытынан алда) Беларусь республикаһы президентын һайлауҙар булып үтте. Йәкшәмбе көн ғәмәлдәге президент Александр Лукашенко өсөн 86,82 процент кеше тауыш бирҙе.

‭• Беларусь республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, һайлауҙар ойошҡан рәүештә, берҙәм һәм тыныс шарттарҙа үтте, тип белдерҙе. Лукашенконан башҡа ил президентлығына тағы дүрт кандидат - республиканың Либераль-демократик партияһы етәксеһе Олег Гайдукевич, депутат Анна Канопацкая, коммунистар лидеры Сергей Сыранков, шулай уҡ Хеҙмәт һәм ғәҙеллек партияһы етәксеһе Александр Хижняк дәғүә иткәйне. 1994 йылдан алып ил менән идара итеүсе ғәмәлдәге президент Александр Григорьевич Лукашенко үҙ посын һаҡлап ҡалды һәм бының шулай булыры билдәле ине инде. Кисеүҙә ат алмаштырмайҙар, тигәндәй, Беларусь халҡы дөрөҫ юл һайланы, сөнки бөгөнгө тотороҡһоҙ сәйәси-иҡтисади шарттарҙа үҙ илендә генә түгел, халыҡ-ара даирәләрҙә лә абруй менән файҙаланыусы, уйлап-үлсәп эш итеүсе, иле һәм халҡының тоғро патриоты, тәжрибәле сәйәсмән һәм хужалыҡсыл етәксе булып танылған Лукашенконан башҡа президентты күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Өҫтәүенә, республика халҡы Украина менән ил сиге биләмәләрендә күрше яҡтың ҡорал һәм ғәскәр менән тороуын да белә һәм хәлдең төрлө сценарийға үҙгәреп китеүенән хафалана. 2020 йылда пенсияға китәм, йәштәргә юл бирергә кәрәк, тип вәғәҙәләһә лә, бындай тынысһыҙ ваҡытта Лукашенконың ял итеп ятырға намыҫы етмәҫ ине барыбер.

‭• 26 ғинуарға ҡарата Махсус хәрби операция яңылыҡтарына килгәндә, 26-һына ҡарай төндә Украина ҡораллы көстәренең Рязангә һәм нефть эшкәртеү заводына һөжүмен дауам итеүе билдәле булды. Урындағы халыҡ шартлауҙар ишетә, нефть заводында янғын сыға. Төбәк губернаторы Павел Малков һауа һөжүменә ҡаршы оборона һәм РЭБ (радиоэлектрон көрәш) көстәренең дошман дронын юҡ итеүе, бәхеткә, бер кемдең дә зыян күрмәүе хаҡында хәбәр итә. РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был төн эсендә Рәсәй күгендә 15 пилотһыҙ шартлатҡыс аппараты бәреп төшөрөлгән, шуларҙың һигеҙе - Рязандә, алтауһы - Курск, береһе Белгород өлкәләрендә. Бынан тыш, дошман диңгеҙҙән Ҡырымға һөжүм итә. 26 ғинуар иртәнсәк Ҡара диңгеҙ Флоты көстәре менән Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайышында Ҡырым ярымутрауына йүнәлеүсе экипажһыҙ ике катер юҡ ителгән. Элекке кеүек үк, Украина көстәренең маҡсаты - Ҡырым күпере һәм беҙҙең кораблдәр. Беҙҙең диңгеҙ пехотаһы егеттәре неонацистарҙы Курск еренән ҡыҫырыҡлай. Рәсәй көстәре хәҙер Никольский хуторы биләмәһендә алыша һәм был ерҙән боевиктарҙы бәреп сығарып, ошо урында позицияһын нығыта. Рәсәй һалдаттары һөйләүенсә, Украина Курск сиге һыҙығына Колумбия наемниктарының сираттағы төркөмөн ташлаған. Яу яланынан дезертирҙар ҡасмаһын өсөн, наемниктар артынан элекке "зэк"тар отряды һәм хатта штурмлаусы төркөм күҙәтә. Башҡа фронттарҙа, мәҫәлән, Днепропетровск өлкәһенә йүнәлеш тотоп, Курахово янында Рәсәй армияһы Украина ғәскәре тылына бәреп инә. Запорожье фронтында һиҙелерлек үҙгәрештәр юҡ, дошман был биләмәлә нигеҙҙә камикадзе-дрондар ҡуллана. Донецк фронтында беҙҙекеләр Ҙур Новоселка ҡасабаһын яуланы, унан тыш, хәҙер Торецк, Часов Яр, Суджа Рәсәй ғәскәрҙәре ҡарамағында. Курск өлкәһенең дүрт тораҡ пункты: Александрия, Леонидово, Рус Поречныйы һәм Кругленькое, шулай уҡ Донбастың Зеленое ауылы дошмандан азат ителгән.

‭• АҠШ президенты Дональд Трамп ниҙәр менән мәшғүл бөгөн? Известия порталы хәбәр итеүенсә, 26 ғинуарҙа Трамп Рәсәй лидеры Владимир Путин менән тиҙ арала осрашып һөйләшәсәге тураһында тағы бер тапҡыр ҡабатлаған. Инаугурациянан һуң АҠШ президенты Байдендың 78 указын ғәмәлдән сығарғайны һәм үҙе бер нисә указға ҡул ҡуйҙы. Артабан ул АҠШ-тың климат буйынса Париж килешеүенән, Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан сығыуы, үлем язаһын ҡайтарыуы, илдә сексуаль әҙселек хәрәкәтен (Рәсәйҙә тыйылған) тыйыуы хаҡында белдерҙе һәм 2021 йылда Капитолий штурмында ҡатнашып, төрмәлә ултырған 1500-ләп кешене ярлыҡаны.
Трамп үҙенең тәүге телмәрендә Америка территорияһына сит илдәрҙән законһыҙ инеүҙе туҡтатырға һәм илдәге миллиондарса мигранттарҙы ҡыуып сығарырға вәғәҙә бирҙе. Күп тә үтмәй, АҠШ-та законһыҙ йәшәүсе меңәрләгән мигрант ҡулға алынып, илдән һөрөлә. Илдә ситтән килгән 40 миллионға яҡын кеше йәшәй, уларҙың 11 миллионы - законһыҙ килгән мигранттар, шуларҙың күпселеге күрше Мексиканан. АҠШ-та законһыҙ йәшәүсе сит ил граждандарын депортациялау тураһындағы указға шулай уҡ Рәсәйҙең дә йөҙләгән гражданы эләккән. Илгә мигранттар килеп тулыуҙа Трамп бынан алдағы президент Джо Байденды ғәйепләй. Ғөмүмән, Трамп төрлө йүнәлештә һәм ҡыҙыу эшмәкәрлек башланы: ул илдәге нефть һәм газ запасын файҙаланып, энергетика реформаһын башлауы, АҠШ-ты етештереүсе сверхдержава һәм яһалма интеллект менән криптовалюта империяһына әүерелдерергә ниәтләүе хаҡында белдерә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.25 | Ҡаралған: 52

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru