«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РИНАТТЫҢ ДАНЛЫ ЯУ ЮЛЫ
+  - 

Төньяҡ амурҙары, Шайморатов вариҫтары... Был һүҙҙәр илебеҙҙә һәм унан ситтә йәшәгән һәр кемгә таныш. 1812 йылғы Ватан һәм Бөйөк Ватан һуғышында даны бөтә донъяға таралған башҡорт атлыларының шанлы яу юлын бөгөн Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ дауам итә. Тап шундай һалдаттарҙың береһе - А. Доставалов исемендәге ирекле батальондың штурм ротаһы командиры, депутат, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Ринат ҠОЛТОМАНОВ.

Ринат Ҡолтомановты республикабыҙҙа күптәр "Томан" позывнойлы хәрби булараҡ белә. Ул оҙаҡ йылдар башҡорт ОМОН-ында һәм Ҡаҙандағы СОБР-ҙа хеҙмәт итә, хаҡлы ялға сыҡҡас, Стәрлетамаҡта хәрби-патриотик берекмәлә йәштәрҙе хәрби эшкә өйрәтә, Ишембай районы хакимиәтенең спорт бүлеген етәкләй. Махсус операция башланғас, шунда уҡ хәрби хеҙмәтен дауам итергә ҡарар ҡыла. Ринат тәүге башҡорт батальондарының береһе составында алғы һыҙыҡҡа юллана. -Мин бөтә киҫкен шарттарға әҙер инем һәм Махсус хәрби операция зонаһында нимә көткәнен аңлағайным. Юғары физик әҙерлек мине бер нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙы. Бынан тыш, алғы һыҙыҡта айыҡ аҡыл һәм тәртип мөһим. Рота командиры итеп тәғәйенләнгәс, иң тәүҙә эште һалдаттар араһында тәртип урынлаштырыуҙан башланым, - ти Ринат.
Тәүге көндәрҙә үк Ринат Ҡолтоманов етәкселегендәге взвод ут аҫтына эләгә. "Томан"дың грамоталы эш итеүе һөҙөмтәһендә шәхси состав бер юғалтыуһыҙ хәрби заданиенан сыға.
- Запорожье йүнәлешендә бер посадкаға оборонаға ҡуйҙылар. Әҙерләнеп, окоп ҡаҙа башлағас, беҙҙең позициялар өҫтөнән 2-3 дрон осоп үтте. Һөжүм итмәйҙәр, шартлатҡыс та ташламайҙар. Баҡтиһәң, Украина нацистары беҙҙең ҡайҙа урынлашҡанды һағалап торған. Икенсе көндө беҙҙең посадкаға снарядтар яуа башланы. Был ҙур юғалтыуҙарға килтерәсәген аңланым һәм егеттәргә техника менән бергә артҡа сигенергә ҡуштым. Ә үҙем позицияла ҡалдым. Бәхеткә күрә, ошо ваҡытта Донбасс отряды менән осрашыу насип булды. Улар беҙгә ярҙам күрһәтте. Минең Башҡортостандан икәнемде белгәс, шунда уҡ командирҙарына алып киттеләр. Ул беҙҙең яҡташыбыҙ булып сыҡты, матур итеп ҡаршы алды. Берләшеп, ҡатмарлы заданиеларҙы бергәләп үтәнек, һуңынан беҙҙең взводты көлгә әйләндерергә маташҡан дошманға яуап ҡайтарҙыҡ, - тип хәтерләй тәүге яу көндәрен Ринат Ҡолтоманов.
Алғы һыҙыҡта Ринатҡа уҡ атыу оҫталығы үҙенең һәм хеҙмәттәштәренең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә. Бер заданиела ул дошман квадрокоптерын уҡ менән атып төшөрә.
- 2022 йылда квадрокоптерҙар улай уҡ юғары технологиялы түгел ине. Бер осҡос беҙгә яҡынлай башлағайны, мин уны уҡ менән атып төшөрҙөм. Көнбайыш каналдарында, МХО-ла, башҡорт уҡсылары һуғыша, тигән репортаждар таралды. Был тарих хаҡында хатта Ҡытай телеканалдары ла һөйләне. Был мәғлүмәт тулҡыны Рәсәй һалдаттарының Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өсөн барлыҡ алымдарҙы һәм бөтә көсөн ҡулланыуын тағы бер тапҡыр раҫланы, - ти Ринат. "Томан"дың фекеренсә, бөгөн еңеүгә ынтылыш илебеҙҙең һәр гражданының күңелендә булырға тейеш.
- Барыбыҙға ла билдәле, хәрби хәрәкәттәр "таҫма" аръяғында ғына бармай, дошман интернет селтәрҙәре аша һәр кешенең аңына үтеп инергә маташа. Был мәғлүмәти-психологик һуғыш илебеҙҙе эстән емереү өсөн алып барыла. Хатта республикабыҙҙағы эске сәйәсәтте тотороҡһоҙландырырға маташыу ҙа ошонан килә. Мин мәғлүмәти баҫымға ҡаршы тороу, берҙәмлекте, еңеүгә ышанысты нығытыу өсөн социаль селтәрҙә видеояҙмаларым менән уртаҡлашам. Был үҙемдең дә, һалдаттарҙың да рухын күтәрә.
Хәрби хәрәкәттәр барышында "Томан" яралы иптәшен ҡотҡарыуы менән дә дан ала. Ринаттың әйтеүенсә, башҡорт яугирҙары ҡыйыулығы, ныҡлығы менән айырылып тора.
- Башҡорт яугирҙары иҫ киткес батырлыҡ күрһәтә. Улар ата-бабалары, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә лайыҡлы. Окоптарҙа хеҙмәттәштәр эс серҙәре менән уртаҡлашҡанда, алдынғы позицияларҙа бергә задание үтәгәндә ысын дуҫтарға әйләнә. Улар ныҡ берҙәм. Тап шундай егеттәр бөгөн Ватан һағында тора.
Махсус операция барышында хәрби заданиеларҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Ринат Ҡолтоманов генерал Шайморатов, Батырлыҡ ордендары, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" һәм "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән. - Яҡын киләсәктә Еңеү беҙҙеке булыр тип ышанам. Беҙ барыбыҙ ҙа баш командующий - илебеҙ Президенты янында берләшергә тейешбеҙ. Бөгөн халыҡтар татыулығы мөһим, - ти "Томан".
Әңгәмә барышында Ринат Ҡолтоманов Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеме бирелеүенә ҡарата фекерен белдерҙе.
- Ул беҙҙең рухты күтәрә, тыуған ерең, илең мәнфәғәтенә тағы ла нығыраҡ эшләргә дәртләндерә. Президент ҡарары - тарихи ҡаһарманлыҡҡа баһа, әммә ул киләсәккә йүнәлтелгән. Йәш быуын ата-бабаларыбыҙҙың батырлығына лайыҡлы итеп йәшәргә, тиңләшергә тейеш, - ти Ринат.

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
“Башинформ”.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.25 | Ҡаралған: 51

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru