«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАУ БАШЫНДА БЕР МӘСЕТ...
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың "Әр-Рәхим" мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булып, монтажлау һәм биҙәкләү эштәренең барышын баһаланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсеткә 2006 йылда нигеҙ һалынғайны. Төҙөлөштө төрлө инвесторҙар финансланы. 2016 йылдың йәйендә эштәр туҡтатылды. 2021 йылдың аҙағына иман йортона бөтәһе 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән булған. 2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсете төҙөлөшөн тергеҙеү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Шунан һуң белгестәр объектҡа комплекслы тикшереү үткәрҙе һәм уның торошон баһаланы. 2024 йылдың 10 апрелендә республика Башлығы ҡатнашлығында мәсеттә төҙөлөш эштәре тергеҙелде.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, бөгөнгө көндә мәсеттең дүрт манараһы ла Грециянан килтерелгән мәрмәр менән йөҙләнгән, мозаика менән биҙәлгән.
- Манараларҙы эшләү бик ауыр, һәр элемент 80 килограмдан ашыу тарта, архитектура яғынан да үҙ балансын һаҡларға кәрәк ине. Күп көс талап иткән эш, бер квадрат метрҙы ҡайһы берҙә ике көн эшләргә тура килде. Тотош илдән белгестәр йәлеп ителде. Бөгөн үк Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары уларҙың матурлығы менән һоҡлана ала. Төҙөүселәр мәсеттең эсе яҡты булһын өсөн тәҙрәләрен алмаштыра. Беҙ Радий Фәрит улына ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ, финанслау йәһәтенән бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Бөтә этаптарҙы ваҡытында тамамлау һәм республика Башлығы ярҙамында алға барыу өсөн барыһы ла төҙөүселәргә бәйле, - тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты аппараты етәксеһе Тимур Зәйнуллин.
- Шәхсән минең өсөн был - иң ҡатмарлы төҙөлөш объекттарының береһе, сөнки оҙаҡҡа һуҙылған объектҡа килеүе һәр саҡ ауыр. Әле тегендә, әле бында төрлө проблемалар килеп тыуа, шуға күрә тикшереү өсөн күп ваҡыт сарыф ителде. Быйыл фасадты көпләүгә тотонорға тигән ҡарар ҡабул иттек. Быйыл фасадты эшләп, киләһе йылда эске биҙәкләү эштәрен башлаһаҡ, яҡшы булыр ине. Ваҡытын әйтмәйем, финанс мөмкинлектәренә ҡарап, эште тыныс ҡына дауам итербеҙ. Уны туҡтатмайбыҙ, Хоҙай ярҙамы менән башҡарып сығырбыҙ, - тине Радий Хәбиров "Башинформ" журналисына, "Әр-Рәхим" мәсетендә төҙөлөш барышы менән танышҡандан һуң.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 198

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru