«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШ ҒАИЛӘ ҠЫУАНЫР...
+  - 

РФ Дәүләт Думаһы һигеҙенсе сессияның тәүге пленар ултырышында Әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Был хаҡта дәүләт органының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

"Әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу тураһында закон проекты Президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен бойомға ашырыуға йүнәлтелгән, шуға күрә ул сессияның тәүге пленар ултырышында өҫтөнлөклө тәртиптә ҡаралды", - тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. Әсәлек капиталы программаһы 2006 йылда Владимир Путиндың тәҡдиме менән индерелде, тине Дәүләт Думаһы рәйесе. Ошо осорҙа 14 миллиондан ашыу сертификат тапшырылды. 2025 йылдың 1 февраленән Әсәлек капиталы күләме индексациялана. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған беренсе бала өсөн түләү күләме 676 398,58 һум була. 2020 йылға тиклем тыуған икенсе бала өсөн дә Әсәлек капиталының суммаһы шундай. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған икенсе йәки артабанғы балалар өсөн ата-әсәгә, әгәр быға тиклем сертификат алмаған икән, 893 835,55 һум түләнә.
Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1 марттан Әсәлек капиталын (эскроу-иҫәпте ҡулланып) төҙөлөш подряды килешеүе буйынса шәхси йорт һалыу өсөн файҙаланырға рөхсәт биргән ҡарарына ҡул ҡуйылды. Бындай иҫәптәге менән эш хаҡы төҙөлөш тамамланғас ҡына күсерелә, был иһә подрядты намыҫлы башҡарыуҙы тәьмин итә. Әлеге ваҡытта йорт һатып алыу йәки уны реконструкциялау өсөн Әсәлек капиталын файҙаланған ғаиләләрҙең дөйөм һаны 9,5 миллиондан ашыу тәшкил иткән. Уларҙың өстән бер өлөшө бының өсөн кредит алмаған, тип хәбәр иттеләр Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.
Торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуҙан тыш, Әсәлек капиталын уҡыуға түләү, әсә пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыу, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн йүнәлтергә рөхсәт ителә. Килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр икенсе балаға өс йәше тулғансы Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәрҙе рәсмиләштерергә мөмкин.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Дәүләкән районында йәшәгән Ҡорманаевтар ғаиләһендә 12-се бала тыуған. Уға Наҙгөл тигән исем биргәндәр. Бәхетле әсә ошондай ҡыуаныслы хәбәре менән уртаҡлашты. Наҙгөл - Ҡорманаевтарҙың татыу ғаиләһендә етенсе ҡыҙ. Быға тиклем "Ата-әсә ҡаһарманлығы", "Атай ҡаһарманлығы", "Әсәлек даны" миҙалдары менән бүләкләнгән Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар 5 малай, 6 ҡыҙ тәрбиәләгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Гөлназ Ҡорманаева "Герой-әсә" исеменә лайыҡ булғайны.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 124

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru