«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РОБЕРТ ЮЛДАШЕВ САҠЫРА!
+  - 

7-9 февралдә Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында I "Ел моңо" музыка һәм бейеү фестивале үтә.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев менән "Ҡурайсы" этно-төркөмө киң аудитория һәм Башҡортостанда йәшәүсе төрлө мәҙәниәт вәкилдәре өсөн һоҡланғыс байрам әҙерләй. Ошо көндәрҙә күп милләтле республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә барған "Ел моңо" музыка һәм бейеү фестивале Башҡортостандың мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиғаға әүереләсәк. Өс көн буйына өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өс уникаль проекттың шаһиты буласаҡ.
Музыка билдәһе аҫтында үтеүсе тәүге көн, 7 февралдә, Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө симфоник оркестр музыканттары ҡатнашлығында киңәйтелгән составта сығыш яһай. "World musik" форматында төркөмдөң билдәле композициялары, композиция премьералары, донъя һәм Рәсәй кинематографынан саундтректар, Эдуард Артемьев, Ханс Циммер, Джон Уильямс, башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев, Азамат Аҙнағоловтарҙың музыкаһы яңғыраясаҡ.
8 февралдә иһә тамашасыларҙы бөтөн күп төрлөлөгө менән әсир итеүсе Бейеү батшалығы көтә. Роберт Юлдашев башҡарыуындағы ҡурай моңо аҫтында "Guzal Dance", Стәрлетамаҡ ҡалаһы бейеү театры, "Солнышко", "Дарман", Регина Агилова етәкселегендәге бейеү коллективы, шулай уҡ ҙур сәхнәгә тәүләп юл башлаусы йәш коллективтар, Ҡыл-ҡумыҙ ансамбле (Әбйәлил районы), ғаилә триоһы (Баҡалы ауылынан), Урал тау (Белорет районы) ансамблдәре сығыш яһаясаҡ. Был көндә шулай уҡ "Бишбармаҡ", "Zainetdin" төркөмдәренең дә сығышы көтөлә.
9 февраль, фестивалдең һуңғы көнөндә, көй менән бейеүҙе берләштергән сағыу шоуҙың шаһиты буласаҡбыҙ. "Ҡурайсы" төркөмөнөң Рәсәй ҡалалары буйлап гастроль турында күрһәтелгән "Ел моңо" музыкаль-хореографик программаһы тамашасыларға улар яратып өлгөргән Этно-шоу тәҡдим итә.
Журналистар менән осрашыуҙа Роберт Юлдашев ошо үҙенсәлекле мәҙәни программаһы менән таныштырып, шулай тине: "Ҡурайһыҙ байрам - аҡсаны елгә осороу ул. Концертта халыҡ уйын ҡоралдары яңғыраһа, үҙенсәлекле байрам килеп сыға. Фестиваль, күҙҙәрен йомоп, музыканттар менән бергә гүзәллек донъяһына сума алырҙай йыр-моң һөйөүселәргә оҡшар, тип ышанам. "Ел моңо" тигән исем - Хоҙай бүләге. 2013 йылда Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә, бер ҡалала тамашасылар ҡурайҙы, беҙҙең легендаларҙы тыңлағас, концерттан һуң яныбыҙға килде. "Был - ел моңо! Күңелебеҙгә үтеп инде", тине улар һоҡланып. Уларҙың һүҙҙәренән тәнем семерҙәп китте, һәм беҙ программаны шулай тип атарға булдыҡ..."

"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 233

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru