«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ҺӨЙӨҮҘӘН ЯРАЛҒАНМЫН...
+  - 

Был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм БИКБУЛАТОВАға төбәнек өс һорауыбыҙҙы:

Гөлсөм, һин бик иртә "йондоҙ" булып балҡының. 9 һәм 13 йәшеңдә балалар конкурсында еңдең, ә 18-ҙә "Ирәндек" моңдарының гран-приһын яуланың. Бикбулатовтар юлын дауам иттең булды инде. Ә шулай ҙа "Йондоҙлоҡ" башыңды әйләндермәнеме ул саҡта?

- Йондоҙлоҡ... Йондоҙсоҡ... Юҡ, ундай зәхмәт ҡағылманы. Бала булғанмын бит, йырлағым килгәс, йырлап тик йөрөгәнмен. Еңмеш булдым, гел үҙемдекен эшләргә тырыштым. Сибай интернатында уҡыным, еңмешлегем арҡаһында уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә ауырлыҡ та һалғанмындыр, бәлки. Әле лә мин үҙемде, йондоҙмон, тип йөрөмәйем. Ябайлығым еңә. Кеше менән һәүетемсә аралашам. Ҡайһы берәүҙәр яратып арҡамдан һөйөп, ҡайһылай ябайһығыҙ, тигән булалар. Шул ябайлыҡ арҡаһында ҡайһы саҡ янаһың, шунан, улай ярамай, тип уйлаған булаһың. Тик барыбер эскерһеҙлек, кешеләргә ышаныусанлыҡ үҙ халәтеңә кире ҡайтара.

"Аҡ болоттар" йыры бына нисәмә йыл яңғырай, ә ялҡытмай. Нисек уйлайһың, сере нимәлә? Ғөмүмән, һин үҙеңдең репертуарыңа бик тоғроһоң, ахры, шулаймы?

- "Аҡ болоттар", "Аҡ сәскәләр", "Апайыма аҡ сәскәләр" - гел аҡ төҫтә булған йырҙарым халыҡ күңеленә хуш килде. "Аҡ болоттар"ға килгәндә иһә, ул - Фәрит ағайым Бикбулатовтың юбилейына әҙерләнгәндә тыуған йыр. Композитор Юлай Үҙәнбаевҡа, ағайымды яңы йыр менән ҡотлағым килә, тип мөрәжәғәт иттем. Шиғыр алып килһәң, көйөн яҙып бирәм, тине ул, ризалашып. Унынсы синыфта уҡыған сағым, шиғыр эҙләйем, тик оҡшағанын, күңелгә ятышлыһын таба алмайым. Ә Фәрит ағайымды яңы йыр менән ҡотлау теләге шул тиклем көслө. Каникул ваҡытында ауылда, блантта (беҙҙең яҡта ишек алдын шулай атайҙар) уйланып йөрөп ятам, таштар типкеләйем. Шул мәл алдыма "Йәшлек" гәзитенең бер остоғон ел ойоҫҡотоп алып килеп һалды. Алып ҡараһам, "Йәш ғүмерҙәр" тигән шиғыр юлдары баҫылған. Авторы - Зәлифә Ғилметдинова. Ни ғиллә менәндер, гәзит битенең нәҡ шул урыны йыртылмаған. Шиғыр күңелгә ятты, уны Юлай ағайға алып барҙым. Бер нисә көндән йыр әҙер ҙә ине инде.
Миңә ҡалһа, "Аҡ болоттар" Илаһ ҡөҙрәте ярҙамында тыуҙы. Йыр хит булып китте, уны кем генә йырламаны. Әммә ләкин ул, статусым һымаҡ, миңә йәбеште лә ҡуйҙы, мине уның буйынса таныйҙар. Ул йыр бер ваҡытта ла ялҡытмай кешене. Бала ғына булыуыма ҡарамай, өлкәндәргә барып етерлек итеп башҡарғанмын уны. Йырҙың тәрән мәғәнәһен йәшәй-йәшәй генә төптән аңланым. Ошоға бәйле ҡыҙыҡ та, уйландырырҙай ҙа бер хәл: "Туғандарым ҡунаҡҡа йыйылғанда мотлаҡ "Аҡ болоттар"ҙы йырлар ине. Уның моңона ағайҙарыбыҙҙың береһе туҡтала алмай үкһеп-үкһеп илар булды. Беҙ, бала-саға, ҡунаҡҡа уны ҡарар өсөн генә килер инек. Ваҡыт үткәс кенә ул ағайҙың ни өсөн илағанын аңланым", - тип яҙҙы телефоныма бер ҡатын кеше. Ваҡыт та, донъялағы барлыҡ нәмә лә, ғүмер ҙә үтә шул...

Һин - 2004 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы. Театрҙағы һәм эстрадалағы ижад бер-береһен тулыландыра, бер-береһенә ярҙам итә, тип әйтә алаһыңмы? Бөгөн ниндәйерәк һығымталар яһай алаһың үҙ ижадың, үҙеңдең сәхнә хеҙмәтең тураһында?

- Театр - бөйөк сәнғәт. Миңә, йырсыға, театр факультетында уҡыу ныҡ ярҙам итте. Эсенә инеп, автор уның менән нимә әйтергә теләгәнен тойомлап, мәғәнәһен тулыландырып, тотош бер спектакль уйнағандай башҡараһың бит йырҙы. Эстрада һәм театр белеме, ысынлап та, береһе икенсеһен тулыландыра. Театрҙа эшләүем мине ныҡ үҫтерҙе, нескә күңелле илаҡ кешене сыныҡтырҙы. Унда йә бөгөлөп ҡалаһың, йә тырмашып алға сығаһың - көсһөҙҙәрҙе ул яратмай. Уҫаллыҡ та кәрәк ҡайһы саҡ. Театр - ике аяғымды ныҡ терәп баҫҡан таяуым.
Һығымталарға килгәндә инде, эскерһеҙ йәш саҡта дуҫтарың күп була, бөтә кешегә ышанаһың, ихласлыҡ хаттин ашҡан була. Хәҙер дуҫтарҙың һайламдары ғына ҡалды, бергә ҡатышып йөрөгәндәр ҙә әҙәйҙе. Иң мөһиме - ғаиләңдең, туғандарыңдың яныңда булыуы.
Ижадҡа ҡағылғанда, үкенескә ҡаршы, эшләп еткермәгәндәр юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта эшләнгәндәргә байҡау яһап, элекке йырҙарымды тыңлап, ҡайһылай күпкә өлгәшкәнмен, ҡайһылай мин молодец, тип үҙемде маҡтап та ҡуям, үҙемә үҙем рәхмәт әйтәм. Шулай көс-ҡеүәт туплап, үҙемде яңы ижадҡа көйләйем.

Шулай итеп...
Тамашасыларҙы 13 һәм 14 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Гөлсөм Бикбулатованың "Мин һөйөүҙән яралғанмын" тип аталған ҙур концерты була тип тә иҫкәртеп ҡуяйыҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 50

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru