«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗЕЛЕНСКИЙҒА "ПЕРӘНИК" ЭЛӘГЕРМЕ?
+  - 

‭• Йәкшәмбе - 9 февраль көнөнөң төп яңылығы Владимир Путин менән Дональд Трамптың телефондан һөйләшеү факты булды. Дөрөҫ, "Интерфакс"ҡа һылтанып, Коммерсант.ру яҙып сығыуынса, Рәсәй Президентының матбуғат секретары Д.Песков ике ил президентының телефондан һөйләшеүен "булды" тип тә, "юҡ" тип тә әйтмәне. Һәр ваҡыттағыса, аныҡ ҡына аңлатма биреүҙән ялтанды. Дональд Трамп New York Post гәзитенә белдереүенсә иһә, Путин менән һөйләшеү булған һәм һүҙ Украина конфликтын көйләү хаҡында барған. Журналистарҙың аныҡлауҙы талап иткән һорауҙарына Трамп шулай уҡ өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күргән. 10 февралдә Луизианаға эш сәфәрендә Трамп Рәсәй лидеры Владимир Путин менән "уңайлы бер ваҡытта" осрашыуға иҫәп тотоуын әйткән. РФ Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Чепа белдереүенсә, ике президенттың телефон аша аралашыуына нигеҙләнеп, Трамп Зеленскийҙы Вашингтонға саҡыртып һөйләшергә ниәтләй, имеш.
Әйткәндәй, Трамп хакимиәтенең яңы ғына төҙөлгән составы Украина конфликтын тамамлау мәсьәләһе буйынса төрлө ҡараштағы ике төркөмгә бүленде: беренселәре Рәсәйгә баҫымды көсәйтеү яҡлы булһа, икенселәре Киевҡа ярҙамды сикләү яғында. АҠШ тыныслыҡ килешеүе төҙөгәндә Киев яғына хәүефһеҙлек гарантиялап, шуның иҫәбенә Украинаның һирәк осрай торған ҡаҙылма минералдарына һәм газға өмөт итә, имеш. Бизнесмен Трамп бының өсөн Украинаға 500 млн доллар вәғәҙәләй. Яңылыҡтар Рәсәй мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе яҙып сығыуынса, АҠШ Рәсәйгә хәрби хәрәкәттәрҙе һәм ут асыуҙы туҡтатырға, Украина менән Рәсәй араһындағы зонала Евросоюз һәм Британия ғәскәрҙәре тороуға ризалыҡ бирергә тәҡдим итә һәм шуның иҫәбенә Киевтың "яулап алынған Рәсәй территорияларын" таныуына йоғонто яһарға әҙер булыуын белдерә. Трамп Киевҡа ла "перәник" вәғәҙәләй: берәй биш йылдан Евросоюзға ағзалыҡ, шуға өҫтәп, хәрби һәм финанс ярҙамы күрһәтеүҙе дауам итеү.
Эйе, Трамптың Украина конфликтын "көйләү" теләге артында тап АҠШ-тың үҙ мәнфәғәттәре хаҡына иҫәп-хисап һәм бизнес ҡыҙыҡһыныуы йәшеренгәнлеге билдәле. Тик бына сәйәсмән Иван Мезюхо РЕН ТВ каналы менән әңгәмәһендә белдереүенсә, Украина ҡаҙылма байлыҡтарына ҡағылышлы Трамп үҙенең белекһеҙлеген, йә булмаһа алдашыуын күрһәтте. Ысынында иһә, Украина территорияһындағы һирәк осрай торған минералдар хаҡындағы мәғлүмәт ҡабартылып күрһәтелә һәм ул, асылда, АҠШ өсөн, бәлки, мөһим дә түгелдер. Өҫтәүенә, был ятҡылыҡтарҙың күпмелер өлөшө Рәсәй Федерацияһы территорияһында һәм тиҙҙән беҙҙең ғәскәр тарафынан азат ителәсәк ерҙәрҙә урынлашҡан.

‭• Күпте күргән данлы һәм шанлы Курск ерендә быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тарихында совет һалдаттарының тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһөнә әүерелгән Курск дуғаһы һуғышына (1943 йылдың 5 июленән 23 авгусына тиклем) 82 йыл туласаҡ. Курскиҙа был күренекле дата йыл һайын тантаналы билдәләнә. Ошо һуғышта ғына ла 180 совет һалдаты һәм офицеры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Был алыш Бөйөк Ватан һуғышы барышында мөһим һынылыш булды һәм ошо еңеүҙән һуң фашистар армияһының кикереге шиңә. Курскиҙағы бөгөнгө хәлдәр менән ниндәйҙер оҡшашлыҡ бар түгелме бында?
РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, "Төньяҡ" ғәскәр төркөмө тарафынан 9 февралгә ҡарата Украина Ҡораллы көстәренең өс контрһөжүме кире ҡағыла. Рәсәй Ҡораллы көстәре 16 тораҡ пункты райондарында, шул иҫәптән, Колмаков, Суджа һәм Көньяҡ пункттарында дошмандың 12 бригадаһы төркөмөн юҡ итеүгә өлгәшә. Бынан тыш, беҙҙең авиация менән артиллерия Курск өлкәһенең 15 тораҡ пуктында һәм Сумы районындағы 8 ауылда нацистарҙың тере көстәрен һәм техникаһын ҡыйрата. РФ Оборона министрлығы хәбәренә ҡарағанда, Рәсәй Ҡораллы көстәре Курск өлкәһендәге Украина ғәскәре төркөмдәрен эҙәрлекләүҙе дауам итә. Тәүлек эсендә дошман 320 һалдатын, ә ошо йүнәлештәге хәрби бәрелештәрҙә бөтәһе 58 870 кешеһен юғалтты. Ләкин әлегә хәл ҡатмарлы ҡала. ФедералПресс мәғлүмәтенә ҡарағанда, дошман Суджа районындағы хәрби төркөмдәрен резервистар менән нығытыу сараһын күрә, ләкин беҙҙең егеттәр уларҙың ҡыҫымына ныҡлы ҡаршы тора һәм Суджаның бер нисә тораҡ пункты тулыһынса нацистарҙан таҙартылған. Көсөргәнешле алыштар дауам итә, шулай ҙа ҡасандыр фашистик Германия вермахтының баштан-аяҡ ҡоралланған 50 дивизияһы - миллиондан ашыу һайланма һалдаты, 19 мең орудие һәм минометы, 2 мең 758 танкы, 2 мең самолеты менән Курскиға ташланған немец фашистарын ҡыйратҡан шанлы Курск ере укрофашистарға ғына бирешмәҫ, тигән ышаныс егеттәребеҙгә көс бирә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.25 | Ҡаралған: 100

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru