«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУЛЫҠ - БАШЫБЫҘ ҠАЛҠАНЫ
+  - 


Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеүгә үҙҙәренең ҙур өлөшөн индергән районыбыҙ ағинәйҙәре, Өфөнән килгән ҡунаҡтар Убалар ауылына Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы Юламанова етәкләгән "Мираҫ" ағинәйҙәр төркөмө ойошторған "Яулыҡ байрамы"на йыйылды.

Сәхнә аллы-гөллө, күҙҙең яуын алырлыҡ яулыҡтар менән биҙәлгән. Өләсәй ролендәге Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы әсәй-өләсәйҙәрҙән, ҡәйнәләренән ҡалған, зиннәтле ҡомартҡы итеп һандығы төбөндә һаҡланған боронғо яулыҡтарын сығара-сығара, ейәнсәрен уларҙың тарихы менән таныштыра. Яулыҡтар ниндәй туҡыманан яһалған, мәсеттәргә, ҡунаҡтарға, өйҙә йөрөгәндә уларҙың ҡайһыһын ябынғандар - барыһы тураһында ла мәғлүмәт бирелде. Сара йыр-бейеүҙәр, таҡмаҡтар, шиғыр юлдары менән үрелеп барҙы.
Яулыҡ ябыныу тарихы - бик тәрәндә. Ул күп халыҡтарҙың, дини йүнәлештәрҙең, шул иҫәптән Ислам диненең дә төп атрибуты, сағыу бер өлөшө булып тора. Яулыҡ - башҡорттарҙа иң киң таралған баш кейеме. Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Әлбиттә, был динебеҙҙән дә килә - сәс күрһәтергә ярамаған. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә, яулыҡ шайтандан, зәхмәттән һаҡлаған. Яулыҡта йөрөү - хижаплы, бәрәкәтле булыуҙы аңлата, иман арта, медицина яғынан да хуплана. Сәсе ҡапланған ҡатын-ҡыҙ матур, йыйнаҡ һанала, башҡаларҙан айырылып тора, иғтибарҙы йәлеп итә, ихтирам тойғоһо уята, иманлы, тәүфиҡлы, инсафлы, тәрбиәле булыуҙы аңлата. Ул йәй көнө башҡа эҫе ҡағыуҙан, ҡышын һалҡындан, күҙ тейеүҙән һәм башҡа төрлө зәхмәттәрҙән аралай. Ошо ябай ғына әйбер иҫ киткес ҙур көскә эйә. Дөйөм алғанда, яулыҡ һәр бер диндә, культурала "ҡатын-ҡыҙ ҡалҡаны", әҙәпте һаҡлаусы ролен биләй. Йәш килендәр яулыҡты маңлайҙан артҡа, елкә яғына тартып ябынһа, өлкән йәшкә еткәндәр, балалары ҙурайған ҡатындар яулыҡты алдан яҙып кейгәндәр, бөкләмәй эйәк аҫтына бәйләп ҡуйғандар.



Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратып ябынған яулыҡ төрө - "француз яулыҡ". Халҡыбыҙҙа 19-сы быуатта киң таралған был кейем элементы Наполеон яуҙарынан һуң популяр булып киткән. Башҡорт яугирҙары үҙҙәренең әсәһе-һеңлеһе, һөйгән йәрҙәренә ҡәҙерләп бүләк итеп алып ҡайтҡан уларҙы. Шул осорҙан алып был яулыҡ - милли кейемебеҙҙең бер өлөшө. Ошо туралағы тарихты ла һөйләп ишеттерҙе ағинәйҙәр. Яулыҡ менән халҡыбыҙҙың күп йолалары, "Йәшерәм яулыҡ", "Яулыҡ осоро", "Яулыҡ йүгертеү", "Лыбыр-лыбыр" уйындары бәйле булыуы тураһында ла телгә алынды. Туй йолаларында ла яулыҡ төп урын биләй икәнен һәр кем белә хәҙер. Туйға барған сананың дуғаһында бер яғында таҫтамал, икенсе яғында иһә яулыҡ бәйләнә. "Килен һөйөү" йолаһында ҡәйнәһе киленде ҡаршылап, уның башына шәл яба, кейәүҙең еңгәйҙәре һәм апайҙары ла шуны уҡ ҡабатлай. "Йыуаса" йолаһында ла ҡунаҡтарҙы һыйлаған саҡта ҡоҙағый ҡоҙасаларға яулыҡ бүләк итә. Йортҡа беренсе тапҡыр ҡунаҡ булып килгән ҡатын-ҡыҙ затына ла яулыҡ бүләк иткәндәр, уны буш ҡул менән сығармағандар. Ошо йоланы һаҡлап, Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы ла ҡунаҡтарға матур яулыҡтар бүләк итте. Егет менән ҡыҙ араһындағы тоғролоҡ билдәһе лә булған яулыҡ. Тоғролоҡто һәм ғаилә ҡороу ниәтен белдереү маҡсаты менән "Ҡыҙ күҙләү" йолаһында егет ҡыҙға яулыҡ бүләк иткән. Әгәр ҡыҙ ҙа, егетте оҡшатып, кейәүгә сығырға риза булһа, бүләк-яулыҡты ҡабул иткән. Шулай итеп, яулыҡ ныҡлы ғаиләнең башланыуына ла сәбәп булған.



Беҙҙең һалҡын климатта иң популяр яулыҡ төрө - ул дебет шәл. Башҡорт дебет шәле - затлы бүләк. Ул тик Башҡортостанда ғына барлыҡҡа килгән, әммә даны алыҫтарға таралған хазина. Кәзә дебетенән бәйләнгән күпереп торған йомшаҡ, йылы шәл республиканың бренды тип аталыуға хоҡуҡлы. Әлеге байрамда ветеран-уҡытыусы Раҡыя Фәзлиәхмәт ҡыҙы Заһиҙуллина оҫта ҡулдары менән бәйләнгән шәлдәрен килтереп, дебет шәл бәйләү серҙәре менән бүлеште.
Райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина үҙе менән алып килгән таҫтарҙар тарихы һәм тубый ҡашмау менән таныштырҙы. Уның һөйләүенсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, яулыҡтарҙан тыш, баштарына таҫтар ҙа (урама, урамал) ябынып йөрөгән. Ғәҙәттә, таҫтарҙың оҙонлоғо 3 метр самаһы тәшкил иткән. Остарының сигелгән өлөшө 50 сантиметр тирәһе булған. Улар айырым тегелгән. Сигеүҙә ҡыҙғылт-көрән төҫтәр өҫтөнлөк итә. Ҡайһы берҙә күк, һарғылт-йәшел төҫтәге ебәк ептәр ҙә ҡулланылған. Сигеүҙең өлгөләре күп төрлө. Таҫтарҙы ябыныу өсөн уны баш тирәләй бер нисә тапҡыр ураталар. Бер осо алғы яҡҡа төшөп торһа, икенсеһе арҡаға һалына.
Сарала ҡатнашыусы төрлө ауылдарҙан йыйылған ағинәйҙәр ҙә үҙҙәре алып килгән өләсәләренән һәм инәләренән ҡалған, күҙ ҡараһындай һаҡлаған боронғо яулыҡ төрҙәре тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт еткереп, матур-матур йырҙар менән дәртләндерҙе. Сараға ҡунаҡ булып килеүсе билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина ла аҙаҡ үҙенең "Бәйләнештә"ге битләүенә осрашыуҙан алған тәьҫораттарын яҙып ҡуйып, Архангел районы ағинәйҙәренең күңеленә май яҡты. Мәҡәләмде уның һүҙҙәре менән тамамлайым әле: "Эх, белһәгеҙ икән минең бөгөн ҡайҙа йөрөп, кемдәр менән аралашып ҡайтҡанды! Архангел районы Убалар ауылында "Яулыҡ байрамы" үтте. Унда бөтә район ағинәйҙәре йыйылды. Ниндәй генә яулыҡтар, шәлдәр булмай икән! Әлбиттә, әсәйемдең яулыҡтары, суҡлы шәлдәре миндә лә һаҡлана, хатта шаҡмаҡлы һуғылған шәлем дә бар, ләкин сәхнәнән был турала тыңлау бөтөнләй икенсе күренеш булды минең өсөн. Төрлө яҡлы талант эйәһе Илүзә һылыуға һоҡландым, күҙ теймәһен үҙенә! Түшелдерек-ҡашмауҙарын да үҙе эшләгән, матур итеп йырлай ҙа. Ошондай йәштәребеҙ күберәк булһын ине!
Бөтә райондан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап, иң рухлы, иң талантлы, матур күңелле кешеләр бында йыйылған икәнен аңлап була ине. Шул тиклем талант, ихласлыҡ, берҙәмлек, киң күңеллелек! Бейеүселәр ҙә, йырсылар ҙа, ҡул эше оҫталары ла улар. "Байыҡ"ҡа барып, Гран-при алып ҡайтҡан хатта бындағы ағинәйҙәр төркөмө! "Хазина" һәм "Ихлас" төркөмдәре тураһында һүҙем. Етәкселәре Рәсимә Мөхәмәтйәрова үҙемдең яҡташым булып сыҡҡас, айырыуса шатландым да, ғорурландым да. Арҡама ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай булып ҡайттым. Донъя мәшәҡәттәрем онотолдо, күңелем үҫте, йәшәү дәртем ташып тора! Рәхмәт һеҙгә, ойоштороусылар, ҡатнашыусылар, йылы һүҙҙәрен йәлләмәүселәр! Шиғырҙарымды бик ихлас, йылы ҡабул иттегеҙ. Һәр берегеҙ һөйкөмлө, күҙҙәрегеҙ балҡып тора, һәр кемегеҙ талантлы, дәртле, рухлы! Һеҙҙең кеүек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа ауылдар йәшәр әле! Тик донъялар ғына тынысланып китһен инде..."

Зилә ШӘМСЕТДИНОВА.
Архангел районы.

"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.25 | Ҡаралған: 80

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru