«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСҺӨҘҘӨҢ АСЫУЫ КӨСЛӨ
+  - 

Евросоюз был көндәрҙә ҡаҙан кеүек ҡайнай һәм был "ҡаҙан"да береһенән-береһе үслерәк, ағыулыраҡ һәм аҡылһыҙыраҡ хөсөтсөлөк тигән яуыз план "бешә". 14-16 февралдә Германияның Мюнхен ҡалаһында хәүефһеҙлек буйынса булып үткән 61-се конференцияла 60 дәүләт һәм хөкүмәт башлығы, министрҙар, шул иҫәптән НАТО башлығы Марк Рютте, АҠШ-тың вице-президенты Джей Ди Вэнс, дәүләт секретары Марко Рубио, Евросовет башлыҡтары ҡатнашты. Рәсәйҙән унда делегация булманы.

Һәр ваҡыттағыса, иң тәүҙә Еврокомиссия рәйесе Урсула дер Ляйен менән ГФР президенты Штайнмайер конференция эшенә тон биреү, уны үҙҙәренә кәрәкле йүнәлештә алып барыу өсөн башлап һүҙ алдылар. Тәүҙә улар теләгәнсә эш шыма ғына барҙы. Украина президенты Зеленский ҙа улар тирмәненә һыу ҡойҙо: уға украин телендә сығыш яһарға рөхсәт итмәһәләр ҙә, һәр ваҡыттағыса, уның көнбайыш союзниктарынан ярҙам һорап шыңшыуы һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора ине инде. Ҡоторған эт эйәһен тешләр, тигәндәй, үҙенең сығышында Зеленский былтыр Украинаның 4 мең квадрат км территорияһынан ҡолаҡ ҡағыуында Ҡушма Штаттарҙы ғәйепләне, былтырғы эштәргә ҡағылышы булмаған әлеге президент Дональд Трампты тәнҡитләп маташты. Трамп иң тәүҙә Рәсәй Президенты менән түгел, ә минең менән һөйләшергә һәм шунан һуң ғына Путинға баҫым яһарға тейеш ине, тине ул.
Киевҡа Украина конфликтын көйләү өсөн ебәрелгән АҠШ илсеһе Кит Келлог иһә оятһыҙ рәүештә башҡа илдәр мөнәсәбәттәренә ҡыҫылыуҙан, улар араһын болғау ниәтенән һис тә тартынмауын күрһәтте. Ә инде уның тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Рәсәйгә ҡайһы бер территорияһынан баш тартырға кәрәк, тип белдереүе отставкалағы 81 йәшлек һуғыш суҡмарының ҡартлыҡ бәләһе, йәки Байден синдромы тип ҡабул ителһен, әйҙә. АҠШ менән Европа мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы конференция тематикаһы евролидерҙар теләгән йүнәлештән үҙенән-үҙе икенсе юҫыҡҡа киҫкен боролош алды. Айырыуса АҠШ вице-президенты Джей Ди Вэнстың сығышы конференцияны ойоштороусылар өсөн көтөлмәгән шаңҡыу булды. Дональд Трамптың яҡын ярҙамсыһы һәм урынбаҫары әйтеүенсә, Европаға Рәсәй менән Ҡытайҙан түгел, ә үҙенең эске демократик проблемаларынан ҡурҡырға кәрәк. Артабан вице-президент Вэнс демократияны ҡыҫымға алыуҙа Европаны ҡаты тәнҡитләне, үҙ граждандарының фекерен һанға һуҡмауҙа ғәйепләне, ә был иһә Көнбайыш донъяһында башланған тарҡалыу күренешен тағы бер тапҡыр раҫлаусы сигнал ғына булды. Дональд Трамп үҙенең урынбаҫарының был телмәрен хуплаған.
Конференцияла сығыш яһап, Финляндия президенты Стубб Рәсәйгә һаман да теш ҡайрауын күрһәтте: Украинаны ҡайтанан баштан-аяҡ ҡоралландырырға, ә Рәсәйгә санкция баҫымын көсәйтеп, активтарын ҡулға алырға тәҡдим итһә, Германияның сит ил эштәре министры Анналена Бербок ысын мәғәнәһендә үҙенең фашистик йөҙөн фашланы: Украинаға ебәрелгән Европа ҡоралы менән ул Рәсәйҙең төпкөл территорияларын утҡа тоторға саҡырҙы. Ләкин тәбиғәт тә ғәҙеллек яҡлы, күрәһең: Европа Арктика һыуыҡтарынан дер ҡалтырай, тиҙәр; континент паникала. Газ һаҡлағыстары яртылаш буш ҡалған, сөнки быйылғы миҙгелдә газ ҡулланыу ике тапҡырға артҡан, ә хаҡтар - зәңгәр яғыулыҡҡа ла, электр энергияһына ла көнләп түгел, сәғәтләп-минутлап арта бара. Европа Рәсәй газын һағына. Шулай итеп, Мюнхендағы "хәүефһеҙлек" конференцияһы, асылда, үҙенең етди хәүеф сығанағы булыуын күрһәтте. "Көсһөҙҙөң асыуы көслө" тип халыҡ та белмәй әйтмәгән икән шул...
Икенсе мөһим тема - Америка яғы башланғысы менән Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм АҠШ-тың дәүләт секретары Марко Рубио ике ил президентының Сәғүд Ғәрәбстанында күҙалланыусы юғары кимәлдәге осрашыуына әҙерлек буйынса, шулай уҡ үҙ-ара ихтирамға нигеҙләнеүсе дәүләт-ара диалогты президенттар биргән йүнәлештә тергеҙеүгә ҡағылышлы телефон аша аралашты. Ошо һөйләшеү нигеҙендә Эр-Риядта Рәсәй менән АҠШ делегацияларының осрашыуы булып үтте. Рәсәй яғынан унда Сергей Лавров менән РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков, Рәсәй Инвестициялар фондының гендиректоры Кирилл Дмитриев, ә АҠШ яғынан дәүләт секретары Марко Рубио, милли хәүефһеҙлек буйынса АҠШ президенты советнигы Майкл Уолтц һәм Яҡын Көнсығыш буйынса махсус илсе Стивен Уиткофф ҡатнашты. 4,5 сәғәткә һуҙылған һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе насар булманы, ти Юрий Ушаков. Рәсәй һәм АҠШ президенттарының киләсәктә күҙалланыусы осрашыуы хаҡында фекер алышҡандан һуң ике ил араһында йыйылып киткән мәсьәләләр ҡуҙғатылды, ә иң мөһиме ике яҡтың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу һәм үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәттәр булдырыу хаҡында килешелде. Украиналағы хәлдәр буйынса ике яҡ та үҙҙәренең был мәсьәләгә принципиаль ҡарашын белдерҙе һәм киләсәктә был тема РФ менән АҠШ-тың һөйләшеүҙәр алып барыусы айырым командалары тарафынан дауам ителәсәк.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru