Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
|
|
ҮЛЕМҺЕҘЛЕК - ИЗГЕ ЭШТӘРҘӘ
|

"Урал батыр" эпосы нигеҙендә ижад ителгән Өфө "Ay Yola" триоһының дебют альбомы күп милләтле Рәсәйҙең визит карточкаһына әйләнеүе ихтимал. Билдәле музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, "Арғымаҡ" этно-төркөмөнә нигеҙ һалыусы һәм солисы Ринат Рамазанов ошо проект тураһында тулыраҡ һөйләне.
- "Ay Yola" башҡорт телендә үлтермә, урлама, өлкәндәрҙе хөрмәт ит, кеселәрҙе яҡла кеүек мәңгелек ҡиммәттәргә нигеҙләнгән "бөтә йыһан закондары, устав", "донъяуи ҡағиҙәләр йыйынтығы" тигәнде аңлата. Проект нигеҙендә тап ошо принциптар ята ла инде, - тине "Башинформ" хәбәрсеһенә Ринат Рамазанов. - Беҙ музыкаль альбом ғына түгел, ә донъялағы иң серле һәм боронғо эпостарҙың береһе - "Урал батыр"ҙан рухландырылған бөтөн шоу-мюзикл, интернет-проект тәҡдим итәбеҙ...
Музыкант әйтеүенсә, тәрәнлеге һәм йоғонтоһо буйынса "Махабхарата" һәм Гилғәмеш эпосы менән сағыштырырлыҡ әҫәр беҙҙе беҙҙең эраға тиклем XVII-XVIII быуаттарға, кешелектең инешенә күсерә. Сюжет үҙәгендә геройҙарҙың өс быуыны тарихындағы тормош һәм үлем, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, үлемһеҙлек темалары яҡтыртыла. Мәңгелек тормошҡа хөкөм ителгән Тарауыл ҡарттың аҡылы һәм Урал батырҙың васыяты тәрән мәғәнә аса: ысын үлемһеҙлек - изге эштәрҙә.
Традиция буйынса сәсәндәр тарафынан телдән тапшырылған "Урал батыр" эпосы тәүҙә музыка менән тығыҙ бәйләнгән була. Музыканттар был боронғо традицияны заманса яңғырашта дауам итә: синтезаторҙар гитара көйө менән үрелеп бара, ә традицион башҡорт инструменттары - ҡурай, ҡумыҙ, думбыра музыкаға ҡабатланмаҫ колорит бирә. Альбомдың һәр трегы-эпостың айырым бүлеге, ул оригиналь текст һәм заманса бейеү аранжировкаһы ярҙамында бирелә.
- Тыңлаусы риүәйәт донъяһына сумасаҡ, Аҡбуҙаттың күктән төшөүен ишетәсәк, ҡараңғылыҡ батшалығында Урал батырҙың үгеҙ менән алышын тоясаҡ һәм герой менән бергә Көнсығыш һәм Азия музыкаль мотивтары менән яңғыратылған донъя буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәткә юлланасаҡ, - тип һөйләй Ринат Рамазанов. - "Урал батыр" эпосын заманса интерпретациялау был уникаль әҫәрҙе популярлаштырырға, боронғо тарихҡа сумырға һәм Ер шарындағы барлыҡ кешеләр өсөн бөгөн дә актуаль булған "Ay Yola" мәңгелек ҡиммәттәрҙең тәрән мәғәнәһен аңларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Альбомды ижад итеүселәр командаһында шулай уҡ халыҡ-ара "Илһам" конкурсында гран-при яулаусы, ТНТ-ла "Йырҙар" шоуында ҡатнашыусы, ҙур Рәсәй лейблдары менән хеҙмәттәшлек иткән йырсы, "Musume" проектының йөҙө һәм тауышы Адель Шәйхетдинова (вокал, гитара, домбра) һәм Тop-30 djs russia-ға ингән билдәле Dj, "Мaximum" (Мәскәү) радиоһында Electroshock радио-шоуын алып барыусы Руслан Шәйхетдинов (саунд-продюсер, клавишалар, бас-гитара, ҡыл-ҡумыҙ), музыкант, тауыш режиссеры Ruslan Sever. Ул заманса ритмдарҙы традицион инструменттар менән берләштергән проекттың үҙенсәлекле яңғырашы өсөн яуаплы.
Проекттың маҡсаты - "Урал батыр" башҡорт эпосын үҙенсәлекле интерпретациялау аша йәштәр иғтибарын Рәсәйҙең бай мәҙәни мираҫына йәлеп итеү. Проект әҙәби ҡомартҡыны һәм уға бәйле урындарҙы популярлаштырыуға, ғәҙеллек, ғаилә традициялары, патриотизм һәм толерантлыҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләүгә, ижад призмаһы аша Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 39
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|