«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠЫҘҘАР БЕҘҘЕ НИСЕК ҺАЙЛАЙ?
+  - 

Беҙ, ир-аттар, йыш ҡына "Буласаҡ кәләштәребеҙҙе үҙебеҙ һайлап алабыҙ" тип хаталанабыҙ. Йәнәһе, кәпәс менән һуғып ҡарайбыҙ ҙа, кемеһе ҡоламай, шул һинеке. Һуҡмай тор әле! Әгәр ҙә ҡыҙ кеше, һиңә кейәүгә сыҡмайым, ти икән, ней нәмә эшләй алабыҙ инде? Дөрөҫө шул: ҡыҙҙар беҙҙе һайлай.

Бал ҡорттары һәм бөркөттәр донъяһы был йәһәттән бик ҡыҙыҡлы. Инә бал ҡорто умартанан сығып, һауаға тура күтәрелә, ҡайһы ата ҡорт уны ҡыуып етә ала, шуның менән ҡауыша. Ҡалған ата ҡорттар юҡ ителә. Тимәк, көсһөҙҙәрҙең йәшәргә, тоҡом ҡалдырырға хаҡы-хоҡуғы юҡ. Был ҡанун бик аяуһыҙ, ҡаты, әммә ошо юл менән бал ҡорттары тоҡомон яҡшырта.
Инә бөркөт иһә ағас ботағын тырнаҡтарына эләктереп, һауаға күтәрелә. Шунан уны ысҡындыра. Парлыҡҡа дәғүә итеүсе ата бөркөт ботаҡты, ергә төшмәҫ элек, тотоп алырға бурыслы. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана, инә бөркөт һынауҙы уңышлы үтә алғаны менән генә парлаша.
Урынлы һорау тыуа: ни өсөн ул себештәренең буласаҡ атаһын тик ошо юл менән һынай икән? Себештәрен осорға өйрәткәндә кәрәк икән ата бөркөттөң был һәләте. Тик ата-инәһе килтергән ризыҡ менән генә ояла туҡланып ятыусы себештәргә ризыҡ бирмәй башлайҙар бер саҡ. Аслыҡ үҙенекен итә. Етмәһә, ата бөркөт менән инә бөркөт килтергән ризыҡты оя янындағы ағас ботағына ултырып, үҙҙәре ашарға керешә. Себештәрен ошо рәүешле тамшандыра улар. Себештәр, билдәле, уларға ынтыла, шунан ояның ситенә сығып, ергә ҡолай башлай. Шул саҡта ата бөркөт таш кеүек ергә шыҡыйып, себеше ергә төшөп йәнселмәҫ элек һыртына ултыртып алып, кире ояға алып менә. Осорға өйрәнеүҙең тәүге күнекмәләре ошо рәүешле башлана... Һе, ҡыҙыҡ, ә ҡыҙҙар беҙҙе нисек һайлай икән? Ботинкабыҙға ҡарапмы, әллә ҡулыбыҙҙағы "текә" смартфондарға күҙ һалыпмы?..

"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 427

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru