
Һеҙҙең тормош иртәнсәк нисек башлана, йәмәғәт? Минең һәр иртәм гәзит йәки журнал уҡыуҙан башлана. Ваҡытлы матбуғаттың яңы һандары булмаһа, электән үҙемә ҡыҙыҡлы һанағандарын йыйып барғандарын яңынан ҡараштырам. Бик тә булмаһа, төрлө темаларға арналған йыртма календарҙе ҡулыма алам. Шулай итеп, һәр яңы көнөмдә ниндәй ҙә булһа әлегәсә белмәгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә эйә булам.
Ҡағыҙ баҫмаларҙы уҡырға яратҡан һәр кемдең иң оҡшаған гәзите һәм журналы булалыр, моғайын. Минең ошондай гәзиттәремдең береһе - "Киске Өфө". Тәүге битенән үк позитивҡа көйләүсе, ышанысты арттырыусы, ниндәйҙер эштәр башҡарырға дәрт-дарман биреп тороусы был баҫманы оҙаҡ йылдар алдырам. Ул хәҙер минең генә түгел, тотош ғаиләбеҙҙең яратҡан һәм ихтирам иткән баҫмаһы.
Баш ҡалаға ғына түгел, ә тотош республикаға ҡағылышлы актуаль мәғлүмәт биреүе менән бер рәттән, илдәге һәм донъя кимәлендәге ижтимағи-сәйәси хәлдәргә төплө күҙәтеү эшләп барған "Киске Өфө" бары тик маҡтауға лайыҡ. Башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡарата оло иғтибар биреүе менән дә мәртәбәле ул. Туған телдең ҡәҙерен белергә, уны өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өндәгән мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. Улар ҡайһы саҡта балаларына туған телде өйрәтеү кәрәклегенең әһәмиәтен баһалап етмәгәндәргә аңлатыу өсөн шәп материал булып тора.
Беҙ - тәбиғәт балалары. Уны яратырға, хөрмәт итергә өйрәтеүсе, тәбиғәттең кешелек өсөн ниндәй мөһим әһәмиәткә эйә булыуын аңлатыусы мәҡәләләр ҙә урынлаштырыла гәзиттә. Уларҙың һанын тағы ла арттырырға ине, тип теләйем. Тирә-яҡ мөхиттең ниндәй хәлдә булыуы беҙҙең йәшәйешкә туранан-тура тәьҫир итә һәм "Киске Өфө" был турала матур, аңлайышлы итеп еткерә белә. Баҫмалағы мәҡәләләрҙе уҡыйһың да, "Бәй, был ысынлап та шулай ҙа инде!" тип фекер төйнәп ҡуяһың.
Республика халҡының тормошона бәйле проблемаларҙы ла бик оҫта күтәрә гәзит. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенә ҙур урын бирә. Театр, эстрада һәм башҡа өлкәләрҙе үҙ эсенә алған мәҡәләләре менән дә күңелдәргә үтеп инә. Ғөмүмән алғанда, баҫма бөтә яҡлап та оло хөрмәткә лайыҡ. Артабан да ошо йүнәлешенән тайпылмайынса, халҡыбыҙға кәрәк һәм терәк булып, оҙаҡ йылдар донъя күреүен теләйем. "Киске Өфө"бөҙ булыуы менән бәхетлебеҙ.
Рәмзиә ӘСӘҘУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|