
Евросоюз тынғы тапмай, әйтерһең дә, ул тағы ла нисегерәк итеп Рәсәй тәнен зәһәрерәк тешләргә, күберәк ағыу сәсергә була икәне хаҡында көнө-төнө баш вата һәм мөмкин тиклем ҡатмарлыраҡ мәсьәләләр килтереп тыуҙырыу хаҡында ғына уйлай.
Үҙҙәрен цивилизация үҙәге тип танытырға тырышыусы был континенттың "юлбашсылары" иҫәпләнгән Британия, Франция, Германия, шулай уҡ туҡтауһыҙ Рәсәйгә ҡарап өрөүсе сәүекте хәтерләткән Балтик буйы илдәре лидерҙары һәм русофоб сәйәсмәндәре, ысынлап та, "хәүефһеҙлек", "ер йөҙөндә именлек", "үҫеш һәм прогресс хаҡына хеҙмәттәшлек" тигән һүҙҙәрҙе һәм төшөнсәләрҙе, ғөмүмән, онотто, хәтер янсығынан сығарып ташланы. Юғары мәҙәнилек кимәлен билдәләүсе был һүҙҙәр урынына "санкция", "ҡоралланыу", "ҡаршы тороу", "шартлатыу", "реактив бомбалар менән тәьмин итеү", "ғәскәр индереү" һәм башҡа шундай "йөмлә"ләрҙән тора хәҙер Евросоюздың әүҙем аралашыу лексикаһы.
Украина конфликтын тыныс юл менән хәл итеүгә аяҡ салыусы Европа сәйәсмәндәре ҡылығы Америка Ҡушма Штаттары лидерҙарында күптән инде ризаһыҙлыҡ һәм асыу тыуҙыра. Әле яңыраҡ ҡына милли хәүефһеҙлек буйынса АҠШ президенты кәңәшсеһе Майк Уолтц та ошо хаҡта юғары трибунанан белдерҙе. Аҙаҡтан был хаҡта eadaily-com сайты ҡыҙыҡ ҡына реплика бирҙе: "Уолтц хаталана түгелме? Европала ниндәй сәйәсмән тапҡан ул тағы? Урсуламы - сәйәсмән? Һуң ул бит акушерка... Элекке математика уҡытыусыһы, әлеге ГФР сит ил эштәре министры Бербок ханыммы сәйәсмән? Ә инде гел ел ыңғайына баштарын бороусы Макрон менән Шольц тураһында һөйләп тороу ҙа уңайһыҙ: улар сәйәсмән түгел, ә мәрәкәсе-шут!" Эйе, ситтән яҡшыраҡ күренә бит ул, шуға ла бындай әсе телле хәбәрсе ҡәләме осона эләкмә генә инде!
Әйткәндәй, 23 февралдә Германияла канцлер вазифаһына ваҡытынан алда һайлауҙар булып үтте. Дәғүәселәр әлеге лидер Олаф Шольц, ХДС/ХСС блогынан Фридрих Мерц һәм "Йәшелдәр" партияһынан Роберт Хабек - улар Украинаны артабан ҡоралландырыу яҡлылар. Эксперттар айырыуса власть башына Мерцтың килеүенән хәүефләнә: ул канцлер була ҡалһа, Рәсәй менән ГФР мөнәсәбәттәре уғата киҫкенләшәсәк кенә, ти улар. Һәр хәлдә, Мерц күптән инде үҙен яңы канцлер ролендә күрә ине. Һайлауҙар һөҙөмтәһендә уның партияһы иң күп тауыш йыйып, еңеүсе булды һәм әле яңы хөкүмәт составын ойошторорға әҙерләнә. Ҡайһы бер сәйәсмәндәр күҙаллауынса, был һайлауҙарҙан һуң Германия үҙенең яңы канцлеры менән Европала лидерлыҡ ролен ҡулына аласаҡ һәм шул уҡ ваҡытта, Европаның позицияһын нығытып, АҠШ-тан бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшергә ынтыласаҡ.
Украина.ру сайты хәбәренә ҡарағанда, әгәр Мәскәү менән Киев араһында килешеүгә өлгәшелгән хәлдә, Британия премьеры Кир Стармер Франция президенты Макрон менән берлектә төҙөлгән 30 мең һандағы "тыныслыҡ ғәскәре" көстәрен Украинаға индереү хаҡындағы планы менән Дональд Трампты таныштырасаҡ. Был йәһәттән Евросоюз Трамптан ярҙамға өмөт итә, ә Макрон менән Стармер АҠШ президентын Рәсәй менән үҙ-ара һөйләшеүҙәрҙән туҡтатырға маташасаҡ.
23 февраль - Ватан һаҡсылары көнөн Рәсәй Ҡораллы көстәре хәрби постарында уяу ҡаршыланы. Оборона министрлығы белдереүенсә, 23-өнә ҡарай төндә беҙҙең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары 20 украин пилотһыҙ аппаратын бәреп төшөрҙө. Дошмандың һауа һөжүме бының менән генә сикләнмәне, таңға табан Орел, Тула һәм Курскиға табан осоролған тағы ла 10 аппарат бәреп төшөрөлдө. Уның ҡарауы, 23 февраль төнө Украина Рәсәй армияһының ҡеүәтле һөжүменә дусар булды: дошман күген Рәсәйҙең "Герань" тибындағы 200-ҙән ашыу дроны ҡапланы. Бынан тыш, РФ Ҡораллы көстәре Одесса өлкәһе объекттарын утҡа тотто: 15 урында яңғыраған көслө шартлауҙарҙан һуң, янғындар башланды, тип хәбәр итә хәрби хәбәрселәр.
Украина хәрби көстәре Херсон өлкәһенең һул яҡ яры биләмәһендәге граждандар инфраструктураһына ҡарата ҡораллы баш-баштаҡлығын дауам итә. 22 февраль кис Херсон өлкәһенең тораҡ пункттарына 23 снаряд яуҙырылған, унан 23-өнә ҡарай төнө буйы тағы 18 снаряд атылған. Яңы Збурьевка ауылында бер граждан һәләк булған, башҡа ауылдарҙа, бәхеткә күрә, тыныс халыҡ араһында зыян күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ. Курск өлкәһенә бәреп ингән дошман көстәре менән һуғыштар дауам итә.
...Ә Трамп ваҡиғаларҙы ашыҡтыра. Уның матбуғат секретары әйтеүенсә, АҠШ президенты "ошо аҙнала уҡ", имеш, Украина конфликтын көйләү буйынса килешеүгә өлгәшеләсәгенә өмөт итә. Шул уҡ ваҡытта матбуғат секретары Дональд Трамп менән Владимир Путиндың осрашыу мәсьәләһе буйынса әлегә бер ни ҙә әйтә алмауын белдерҙе.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА