«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОСҠОНДАР ЯЛҠЫНҒА ӘЙЛӘНҺЕН!
+  - 

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында үткән башҡорт мәҙәниәтенә, башҡорт теленә арналған матур саралар тураһында яҙғаныбыҙ бар инде.

Уҡыу йорто "Родина" кинотеатры менән берлектә асыҡ "Рәми дәресе" проектын тормошҡа ашыра. Уның сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре кинотеатрҙа башҡорт фильмдарын ҡарау, актерҙар һәм кинорежиссерҙар менән осрашыуҙар форматында үтә. Бында шулай уҡ йыл да Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыуын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә проект тормошҡа ашырыла, улар араһында: башҡорт бауырһағы, рус ҡоймағы байрамдары, осетин бәлешен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм пасха күмәсен бешереү буйынса ярыштар ойоштороу ҙа йолаға әйләнгән.
Ә күптән түгел Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында икенсе тапҡыр, хәҙер инде республика кимәлендә "Осҡон" II Асыҡ интеллектуаль уйындары үтте. Уны Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм "Йәшлек" гәзите Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап ойошторҙо.
Быйыл интеллектуаль уйын 2 этапта уҙғарылды, беренсе этап ситтән тороп үткәрелде һәм унда республика ҡалалары һәм райондарынан тиҫтәнән артыҡ урта уҡыу йорто командалары ҡатнашты. Финалда иһә Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы, Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы, Башҡортостан кооператив техникумы, Мәсәғүт педагогия колледжы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы командалары визитка, "Әлләсе" уйынында, капитандар ярышында, башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереүҙә үҙ-ара көс һынашты.
Уйындың бөтә турҙары буйынса I урынды Сибай педагогия колледжы, II урынды Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы, III урынды Башҡортостан кооператив техникумы яуланы, ҡалғандар төрлө номинациялар буйынса баһаланды. Командалар сығыштарын Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Эльвира Рахимова, "Йәшлек" республика гәзите вәкиле Гөлназ Шәйхетдинова ҡатнашлығындағы абруйлы жюри баһаланы. Әйткәндәй, бынан ике тиҫтәнән ашыу йылдар элек Өфөлә уҡыусы балалар өсөн башҡорт "Шаяниум"ы ойошторолоуы оло ваҡиғаға әйләнгәйне. Ул бөгөн дә баш ҡаланың ғына түгел, ә республика ки-мәлендә уҡыусы балаларҙың яратып ҡатнашҡан, уларҙы башҡорт теле, башҡорт юморы тирәләй берләштергән тапҡырҙар бәйгеһе булып ҡала. Ҡалаларҙағы урта белем биреү усаҡтарында, колледждарҙа башҡорт телендә башҡорт мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, теленә арналған саралар үткәреү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик үк йыш күренеш түгел. Шуның өсөн Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы етәкселегенең был башланғысы, йәғни "Осҡон" Асыҡ интеллектуаль уйындары ойоштороуы маҡтауға лайыҡ. Был тәжрибәнең башҡа ҡалаларыбыҙҙағы колледждарға ла таралыуын теләге килә. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитовтың "Бөгөнгө йәш йөрәктәрҙәге осҡон ялҡынға әүерелеп, тыуған телебеҙгә һөйөүҙе дөрләтһен", - тигән һүҙҙәре шуға ишаралай ҙа инде.

Камилә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.25 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru