Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
|
|
АУЫЛДЫ КҮТӘРЕҮ ҘӘ УЛАР ИҢЕНДӘ
|

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты майҙансыҡтарында "Киләсәк командаһы" ауыл йәштәре форумы үтте. Унда агросәнәғәт комплексының алдынғы вәкилдәре - барлығы165 йәш белгес һәм уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Сара йәш белгестәргә ярҙам итеү һәм, уларҙың төбәк үҫешенә индергән өлөшөн иғтибарға алып, стратегик башланғыстар сиктәрендә урындағы властың ауыл йәштәре менән тығыҙ бәйләнешен булдырыу маҡсаттарында ойошторолдо.
Ике көн дауам иткән форумдың программаһы үҙ эсенә панель дискуссияларҙы, тормошта үҙ юлыңды табыу һәм уй-ниәттәреңде ғәмәлгә ашырыу алымдарын өйрәтеүгә йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестәрен, шулай уҡ ауыл биләмәләрен үҫтереү өсөн стартап проекттар эшләү буйынса практик сессияларҙы алды. Осрашыуҙар майҙанында власть һәм бизнес вәкилдәре сығыш яһаны, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм кәңәштәр бирҙе. Әлбиттә, йәш аграрийҙар өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән аралашыу - иң фәһемле һәм иҫтәлекле ваҡиға булды.
-Бөгөн Башҡортостан - ҡымыҙ бешеү һәм бал алыу буйынса лидер, һыйыр ите етештереү, һауын һыйырҙары һәм аттар һаны йәһәтенән - 2-се, һөт һауыу һәм эре мөгөҙлө мал үрсетеү буйынса 3-сө урындар биләй. Шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө (5-се урын), картуф (8-се урын) үҫтереү күрһәткестәре менән дә тәүге 10 төбәк иҫәбенә инә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров, йәш аграрийҙар алдында сығыш яһап. - Беҙ бөгөн ауыл хужалығын индустриялаштырыу юлын һайлағанбыҙ һәм әле үҙебеҙҙе барыһы менән дә тиерлек етерлек күләмдә тәьмин итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа республикала 21 индустриаль ферма асылды, улар тауар һөтөнөң 42 процентын етештерә. Тармаҡта 50 меңгә яҡын кеше эшләй. Шул уҡ ваҡытта кадрҙар ҡытлығы ла бар - ауыл 5 меңгә яҡын белгескә мохтаж. Киләсәккә төбәлгән төп бурыстарҙың береһе - ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү. Шулай уҡ тармаҡ технологик яҡтан ныҡ үҫешә. Цифрлаштырыу, роботлаштырыу, биотехнологиялар, экологик башланғыстар, башҡа бик күп йүнәлештәр ауыл хужалығы производствоһын үҫтерә лә инде...
- Республика уҡыу йорттарында ветеринария һөнәренә конкурс - иң юғарыларҙың береһе, - тине Радий Хәбиров ауылда ветеринар табиптар етешмәүе тураһында һорауға яуап итеп. - Шул уҡ ваҡытта бөтә йәш белгестәр ҙә ауылға ҡайтырға уҡталып бармай. Улар шәхси клиникаларҙы өҫтөнөрәк күрә. Ә бит райондарҙа алып барған ветеринар табиптарҙың хеҙмәте бик мөһим - улар санитар кордон тотоп, ауыл хужалығы малдары эпидемияһын иҫкәртә, таралыуға юл ҡуймай.
Форумда ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ йылҡысылыҡ, экологик туризм мәсьәләләре, хужалыҡтарҙы киңәйтеү өсөн субсидиялар алыу мөмкинлеге, Белорусиянан Башҡортостанға ҡайтарылған зубрҙар яҙмышы ла ҡыҙыҡһындырҙы.
Билдәләнеүенсә, республикала йәш аграрийҙар өсөн көнүҙәк булып торған агростартап, ғаилә фермалары, кооперативтар һәм агротуризм буйынса ярҙам программалары 2030 йылға тиклем һаҡлана. Шулай уҡ республикала йыл әйләнәһенә йәшелсә-емеш үҫтереү мәсьәләһен хәл итеү өсөн теплицаларға ярҙам итеү мөмкинлеге ҡарала. Был турала вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
"Киләсәк командаһы" ауыл йәштәре форумында Әлшәй районы Хәнйәр ауылынан Марсель Муллағәлиев та ҡатнашты. Ул - Н. М. Сибирцев исемендәге Аксен агросәнәғәт колледжының икенсе курсы студенты. Ауыл хужалығы производствоһы мастеры буйынса һөнәргә уҡый. Марселдың юғары форумда үҙе белем алған уҡыу йортон һәм тотош тыуған районын кәүҙәләндереүе юҡтан түгел, әлбиттә. Егет уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә, спортта әүҙем һәм ярайһы уңыштарға өлгәшкән. Ауылда тыуып үҫкәс, оҙаҡ икеләнеп тормай, туғыҙынсы кластан һуң тура Аксен колледжына бара. "Өйгә лә яҡын, һөнәр ҙә оҡшай", - ти ул. Форумда команда менән "Һөтсөлөк тауар фермаһы" проекты өҫтөндә эшләйҙәр. Уҡытыусылары биргән белемгә, эш тәжрибәһенә таянып, кәңәшсе-белгестәр ярҙамында заман талаптарына тап килгән производство ҡорорлоҡ план төҙөүгә өлгәшәләр.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышы ныҡ оҡшаны. Күтәрелдгән теманы еренә еткереп аңлата. Матур итеп ябай тел менән һөйләй, - тине Марсель, форум тәьҫораттары менән бүлешеп.
Колледждан һуң уҡыуын ул Башҡорт дәүләт аграр университетында дауам итмәксе. Армияға барып ҡайтыу ҙа егеттең алдағы тормош пландарынан төшөп ҡалмаған.
Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 27.02.25 | Ҡаралған: 84
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|