«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨҺИМ НӘМӘ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘШЕҮ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә етди иғтибар бүленә. Был - бик ваҡытлы күренеш, тип уйлайым. Һәр дүшәмбе мәктәптәрҙә гимн яңғырауы ғына ни тора! Хәҙер күптәр илебеҙ һәм Башҡортостаныбыҙҙың дәүләт гимндарының һүҙен ятлап бөтөп бара.

"Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү" тип аталған дәрестең әһәмиәте лә бик ҙур. Башланғыс класта уҡып йөрөгән ейәнем тап ошо дәрес аша дәүләт байрамдарының барыһы тураһында ла белә. Илһөйәрлек тәрбиәһе ғаиләлә башлана ла, тап ошондай үрҙә атап кителгән сараларҙа дауам итә. Быларҙың барыһы ла - бала йәки үҫмерҙең Ватанына һөйөүен, уның тарихы, милләттәштәренә ихтирамын тәрән тойоуын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән процесс. Билдәле булыуынса, уны тәрбиәләүҙә бер нисә мөһим аспект бар.

Беренсеһе, тарихи белем биреү. Балаларға илдең тарихын өйрәтеү мотлаҡ. Был йүнәлештәге белем уларға Ватандың ниндәй юлды үтеүен аңларға ярҙам итәсәк. Мәктәптәрҙә дәрестәрҙән тыш, элекке совет осорондағы кеүек, илһөйәрлек тураһында фильмдарға, тарихты өйрәнеү музейҙарына алып барыу файҙалы буласаҡ.

Икенсеһе, милләттең мәҙәни мираҫына ихтирам тәрбиәләү. Ватанды һөйөү өсөн уның мәҙәниәтен белергә һәм хөрмәт итергә кәрәк. Балаға халыҡ йолалары, байрамы, әҙәбиәте, музыкаһы, һынлы сәнғәте һәм башҡалар тураһында белем биреү мөһим. Йолаларҙы бергәләп башҡарыу, милли кейем кейеү, фольклор ижадын яҡшы белеү - былар барыһы ла балала үҙ тамырҙарына һөйөүен арттыра.

Өсөнсөһө, туған телде өйрәнеү һәм яратыу. Туған тел - милләттең рухи һәм мәҙәни нигеҙе. Туған телде белмәү йәки ихтирам итмәү Ватанға һөйөүҙе кәметергә мөмкин. Телгә ихтирам тәрбиәләү өсөн баланы әсә теле дәрестәрендә әүҙем ҡатнашырға, әҙәбиәт һәм шиғриәт уҡырға тәҡдим итергә кәрәк.

Дүртенсеһе, яҡташтарҙы ихтирам итеү. Йәмғиәттәге мөнәсәбәттәр ҙә йәш быуынға илһөйәрлек хисен тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Балаларға туғандары, күршеләре, ауылдаштары менән һөйләшергә, ярҙамлашырға өйрәнергә кәрәк. Ошо рәүешле улар үҙен йәмғиәттең бер өлөшө итеп тоясаҡ.

Бишенсеһе, тәбиғәтте һөйөү. Тәбиғәт - Ватандың аҫыл бер өлөшө. Балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Урмандарҙа, тауҙарҙа, күлдәрҙә сәйәхәт итеү, хайуандар донъяһы менән танышыу һәм экологик проблемаларҙы аңлау баланы Ватанының тәбиғәтен яратырға һәм һаҡларға өйрәтә.

Алтынсыһы, патриотик сараларҙа ҡатнашыу. Илһөйәрлек рухы булған байрамдар, хәрби парадтар, хәрби-спорт уйындары һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыу балаларҙа патриотизмды көслөрәк тойоуға булышлыҡ итәсәк. Илдең тарихи ҡаҙаныштарын, батырлығын һәм ҡыйыулығын аңларға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ бала ата-әсәһенең ил алдында бурысын үтәп, эшенә тоғро булыуын күреп үҫһә, ул да шундай уҡ гражданлыҡ сифаттарына эйә буласаҡ.
Бына ошо алты йүнәлештең барыһы ла йәш быуынға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шул сағында ғына ул үҙ иленең ысын патриоты булыр!

Ильвира БАРЫЕВА. Көйөргәҙе районы.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.25 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru