«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)

Ғөмүмән, Ырымбурҙа тормош тын ғына, шау-шыуһыҙ һәм башҡа шундай күренекле сараларһыҙ бара. Пасханың беренсе көнөндә сиркәүҙә булғандарҙың барыһы ла Обручевта тәғәмләнә; кемдәрҙелер һайлап алып, махсус саҡырыу ғәмәлдә булмай, әммә тантаналы көндәрҙә мәжлескә юғары вазифа биләүсе чиновниктар араһынан һайлап алынғандар саҡырыла. Обручев шулай уҡ яңы йылда һәм таж кейҙереү (тәхеткә ултыртыу) көнөндә махсус ойошторолған мәжлескә ҡырғыҙҙар араһынан иң хөрмәтлеләрен саҡырып ҡунаҡ итә, уларҙы һыйлау өсөн ҡаҙнанан йылына 6 мең һум ассигнация бүленә.
Уңышһыҙ тамамланған Хива походынан һуң һәм Обручевтың төбәк начальнигы вазифаһын башҡара башлауы менән хөкүмәт үҙенең ҡырғыҙ далаларына, унда көн иткән ҡырғыҙҙарға һәм беҙҙең Урта Азия ханлыҡтарына: Хиваға, Бохараға һәм Кокандҡа ҡарата ҡараштарын үҙгәртте. Элекке талаптар айырым ҡырғыҙ ырыуҙары араһында тыныслыҡ урынлаштырыу, низағтарҙы һәм барымталарҙы туҡтатыу менән сикләнде. Элек далала ярайһы уҡ ҙур ҡораллы шайкалар тупланыу хаҡында хәбәр алыныу менән һәр йәйен тейерлек унда казактарҙың артиллерияһы булған хәрби отрядтары ебәрелде. Юлбаҫарҙар тар-мар ителеп, уларҙы ойоштороусылап ҡулға алынып йә иһә үлтерелеп бөткәс, казактар линияға ҡайта, дала, күрәһең, өс солтан-хаким идаралығында тынысланып ҡалған, һәм улар аша барса яңы саралар уҙғарылған. Әммә ваҡыт солтан-хакимдарҙың ҡырғыҙҙарға йоғонтоһо ҙур булмауын күрһәтте, улар үҙҙәрен рус батшаһы подданныйҙары итеп таныманы, тип әйтергә була; буйһоноуҙың тышҡы билдәләренән ваз кисмәйенсә, улар Хива ханына һыйыныуҙы өҫтөн күрә һәм төп баш бирмәүселәр уның биләмәләрендә күсеп йөрөнө, уға яһаҡ (зәҡәт) түләне; шул уҡ ваҡытта даланың беҙҙең яғына баҫып ингәндәрендә хан ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн тирмә яһағын бик теләп түләнеләр. Бындай тәртипһеҙлектәрҙе хәрби отрядтарҙы дала төпкөлдәрендә тотоп, халыҡ араһында хәрәкәт башланыу менән һәр осраҡта ла уны баҫтыра алыу аша бөтөрөп булыр ине. Ошо маҡсатта 1845 һәм 1846 йылдарҙа Турғай һәм Ырғыҙ йылғаларында составында 200 казак, пехота ротаһы һәм хеҙмәтләндереүселәре менән бер нисә пушка булған ике нығытма төҙөлдө. Ырымбур казактары хеҙмәт иткәне Ырымбур нығытмаһы тип аталһа, Урал казактары гарнизонынан торғаны Урал нығытмаһы исемен алды. 1847 йылда Һырдаръя йылғаһында, уның тамағы янындағы Раим ыҙанында ошо уҡ исем менән аталған тағы бер ҡеүәтлерәк нығытма төҙөлдө.
Ошондай нығытмалар төҙөтөү махсус белгестәрҙе, инженерҙарҙы һәм флот офицерҙарын саҡырыу зарурлығын тыуҙыра. Бында килеүселәр йәш, яҡшы белем алған кешеләр була. Улар Ырымбурҙа йәшәй, урындағы йәмғиәтте төрлөләндереп ебәрә, бигерәк тә дворяндар собраниеһының составы яҡшыра, бының менән иҫкерә барған тәртип-мөнәсәбәттәр яңылары - баш ҡала йәмғиәтендә ҡабул ителгәндәре менән алмаштырыла.
Йәш кешеләрҙең килеүе-китеүе Обручев идара иткән барса йылдарҙа ла дауам итә. 40-сы йылдар аҙағында - 50-се йылдар башындағы Ырымбур йәмғиәте генерал Перовский ҡалдырғандан күпкә айырыла: ул саҡта уға буйһонған һәм һәр саҡта ла уға теләктәшлек белдергән кешеләр бер бәләкәй төркөмдө тәшкил итһә, яңы йәмғиәттә билдәле бер үҙаллылыҡ хасил була һәм был урындағы тормошҡа йоғонто яһай.
Обручев, үҙенән алдараҡ идара иткәндәр кеүек үк, башҡорттарға айырым иғтибар бүлә, уларҙың ярым күсмә тормошон заманға ярашлы итеп үҙгәртергә теләй, әммә уның был ниәте ғәмәлгә ашмай.
Ырымбурҙа XVIII быуаттан бирле малайҙар өсөн хөкүмәт асҡан уҡыу йорттары була, мәҫәлән, баш халыҡ училищеһы, ул хәҙер беренсе 3-класлы ҡала училищеһы тип атала, әммә ҡыҙҙар өсөн мәктәптәр бөтөнләйгә булмай; ҡыҙҙарҙы шәхси кешеләр уҡыта, әммә уларҙың бындай эшкә әҙерлекһеҙ булыуы билдәле. Быға төбәк менән идара итеүселәрҙән беренсе булып граф Сухтелен иғтибар итә. Уның ваҡытында Петербургтың гвардия полктары эргәһендәге мәктәптәр өлгөһөндә беренсе ҡыҙҙар мәктәбе асыла. Мәктәптә уҡырға, яҙырға, арифметиканың беренсе ғәмәлдәренә, ҡул эштәренә һәм башмаҡ тегеү һөнәренә өйрәтәләр. Ҡаланың түбәнге ҡатлам кешеләренең - мещандарҙың, отставкалағы һалдаттарҙың һәм һөнәрселәрҙең ҡыҙҙарын да уҡытыу күҙаллана, шуға күрә мәктәптең составы сыбар була. Ырымбурҙа хеҙмәт иткән, бигүк бай булмаған чиновниктарҙың ҡыҙҙарына фәндәр һәм ҡул эштәре өйрәтелһә, ә ябай ҡала кешеләренең ҡыҙҙарын уҡытыу тик һөнәрселеккә өйрәтеү менән сикләнә.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.25 | Ҡаралған: 66

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru