«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАТЫН-ҠЫҘ БИТ ИҪ КИТКЕС ИЖАД ЕМЕШЕ!
+  - 

Йылдағыса, 8 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итәбеҙ. Был көндө ир-егеттәр үҙҙәренең әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен, ҡатындарын, һөйгән ҡыҙҙарын ҡотларға, уларҙы ниндәй ҙә булһа бүләк, сәскә гөлләмәләре менән ҡыуандырырға ашығасаҡ. Гүзәл зат иһә үҙенә төбәлгән йылы мөнәсәбәт, иғтибар, ихтирам, маҡтау һәм күтәрмәләүҙәр солғанышында ҡаласаҡ. Улар быға лайыҡлы! Ә беҙ, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ошо иҫ киткес матур, тапҡыр, фәһемле риүәйәтте тәҡдим итеп, исмаһам, ошо байрам уңайынан эргәбеҙҙәге гүзәл заттың ысын асылы тураһында уйланайыҡ, улар тураһында 8 мартта ғына түгел, ә һәр көн хәстәрләргә өйрәнәйек, тип әйтмәксебеҙ.

...Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан саҡта Хоҙай Тәғәлә бик оҙаҡ, һуңға тиклем эшләй торған булған. Берҙән-бер көндө Уның эргәһенән үтеп барған фәрештә һорай ҡуя:
- Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ һынын шул тиклем оҙаҡ эшләйһең, Аллам?
- Ә һин был һындың барлыҡ камиллығын тояһыңмы? - ти Алла. - Ул теләһә ниндәй аҙыҡты ла ашарға, бер юлы бер нисә баланы ҡосаҡларға, үҙенең ҡосағы йылыһы менән бар сирҙәрҙе лә дауалай алырға тейеш. Һәм ошоларҙың барыһын да ул ике генә ҡул менән башҡарасаҡ...
- Ике генә ҡул менәнме? - тип аптырай фәрештә. - Был мөмкин түгел!
- Мөмкин! Ауырыһа, ул үҙен-үҙе дауалаясаҡ. Тәүлегенә 18 сәғәт эшләй аласаҡ... - ти Алла.
Фәрештә ҡатын-ҡыҙ һынына яҡыныраҡ килеп, уға ҡулдары менән ҡағыла һәм:
- Аллам, ә һин бит уны бик нескә итеп яһағанһың... - ти.
- Эйе, ул бик нескә, - ти Алла, - әммә ул бер үк ваҡытта көслө лә. Уның түҙемлелеген, сыҙамлығын һин күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың!
- Ә ул уйлай беләме һуң? - тип һорай фәрештә.
- Ул уйлау ғына түгел, башҡаларҙы һөйләшеп килешеүгә ышандыра белә! - ти Алла.
Фәрештә һындың битенән һыйпап ҡарай һәм, аптырап, шулай ти:
- Аллам, был һындан һыу аға бит. Һин, моғайын, уға артыҡ ныҡ йөк һалғанһыңдыр?
- Был һыу түгел, ә күҙ йәштәре, - тип төҙәтә уны Хоҙай. - Күҙ йәштәре менән ул үҙенең ҡайғыһын, икеләнеүҙәрен, мөхәббәтен, яңғыҙлығын, көйөнөүҙәрен һәм шатлыҡтарын сағылдыра...
Был һүҙҙәр фәрештәгә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә һәм ул:
- Аллам, ҡатын-ҡыҙ - ысынлап та иҫ киткес ижад емеше! - тип танырға мәжбүр була. - Унда ирҙәрҙе аптыратырлыҡ көс бар. Ул теләһә ниндәй бәләләрҙе һәм ауырлыҡтарҙы күтәрә белә. Ул - бәхет, мөхәббәт, аңлашыу кәүҙәләнеше лә. Ул ҡысҡырғыһы килгәндә көлә, илағыһы килгәндә йырлай. Бәхетле булғанда ла илай, ҡурҡҡанда иһә көлә. Ул үҙе ышанған нәмәләр өсөн көрәшә. Ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы бара. Ул ғаиләһенең бәхете өсөн барыһын да эшләй. Уның мөхәббәте бер ниндәй шартлылыҡты ла ҡабул итмәй. Ул балаларының уңыштары өсөн илай. Дуҫтарының уңышына шатлана. Бала тыуғанда, туйҙар булғанда күккә ашҡандай ҡыуана. Ҡайғы ишерелгән мәлдә йөрәге шартларҙай булып һыҙлана. Ләкин һәр ваҡыт үҙендә йәшәүҙе дауам итеүсе көс таба белә. Ул үбеү һәм ҡосаҡлау әрнегән йөрәктәрҙе дауалай ала икәненә ышана...
Уның бары тик бер генә етешһеҙлеге бар: ул үҙенең барлыҡ ошо ыңғай сифаттары тураһында онота...

Шулай итеп...
Байрам ҡотло һәм гүзәл заттарҙың күңелен шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡты өмөттәр, изгелекле мөнәсәбәттәр менән имләрлек булһын! Шул саҡта яҡындарығыҙ ысынлап та үҙенең Аллаһы Тәғәләнең иҫ киткес ижад емеше, илаһи бер йән эйәһе икәнен тойор. Әйҙәгеҙ, иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ уларға. Ҡатын-ҡыҙ донъяны ҡотҡарыр, тигән хәҡиҡәттең һәр заманда ла хаҡ икәнен онотмайыҡ!

"Киске Өфө"ләр.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.25 | Ҡаралған: 396

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru