«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨТӘЛӘР...
+  - 

Бөгөн Рәсәйҙә меңәрләгән ғаилә Махсус хәрби операциянан ирҙәренең, улдарының, ағаларының, аталарының ҡайтыуын көтә. Был көтөү уларҙың көндәрен борсолоу һәм өмөт менән тултыра, ә оҙайлы айырылышыуҙар ғәҙәти йәшәү рәүешен үҙгәртә.
Балалары менән ҡалған һалдат ҡатындары - ғаиләләре өсөн ысын терәк. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаһалар ҙа, уларҙың көрәше лә әһәмиәтле. Был ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренә ярҙам йыя, бер-береһен хәстәрләй һәм балаларын тәрбиәләй. Улар ирҙәренә хаттар яҙа, кисерештәрен уртаҡлаша һәм уларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшә, иң ауыр ваҡытта ла ғаилә беренсе урында ҡалыуын иҫкәртә.

БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Мацкевич һөйләй:
- Булмышы буйынса ҡатын-ҡыҙҙың бер нисә роле бар. Ҡатын-ҡыҙ-ҡатын, ҡатын-ҡыҙ-әсәй, ҡатын-ҡыҙ-эшсе, бәлки, ҡатын-ҡыҙ-етәксе, офис хеҙмәткәре, ниндәйҙер производствола эшләүсе. Әммә минең тормошомда тағы бер роль бар. Бына 13 йыл мин - тормош иптәшемде полигондан, күнекмәләрҙән, хәрби командировкаларҙан шылтыратыуҙар, хәбәрҙәр көткән, беҙҙең ерҙә тыныслыҡ булыр тип көткән ҡатын-ҡыҙ. Махсус хәрби операция осоронда был көтөү көсәйҙе генә. Был көтөүҙәр егерме йәшендә йәш матур лейтенантҡа кейәүгә сыҡҡан йәш ҡыҙҙан сыҙамлыҡ, аҡыл, ире өсөн ысын ҡәлғә булырға өйрәнгән ҡатын-ҡыҙҙы тәрбиәләне. Беҙҙең егеттәр Махсус хәрби операцияла илебеҙ бөтөнлөгөн һаҡлай һәм бөйөк Рәсәйебеҙҙең бөйөклөгөн арттыра. Тап ошо өмөт мине, Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты төҙөп, уның тирәләй ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерергә лә өйрәтте. Был - яҡын кешеләрен көткәндәрҙең ҙур берләшмәһе. Был көтөү миңә түҙергә, берләштерергә, алғы һыҙыҡтағы иремдең ҡатыны булырға ярҙам итте. Был көтөү миңә тағы ысын мөхәббәттең нимә икәнен күрһәтте. Мөхәббәт - ул ғашиҡ булыу ғына түгел. Ул - мөнәсәбәттәрҙең икенсе кимәле, ул саҡта һин яратҡан кешең өсөн барыһын да эшләйһең. Һин кешеләргә ғүмереңдә бер ҡасан да булмағанса ярҙам итәһең.

Әлфиә ӘҺЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.25 | Ҡаралған: 136

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru