«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КӨТӘЛӘР...
+  - 

Бөгөн Рәсәйҙә меңәрләгән ғаилә Махсус хәрби операциянан ирҙәренең, улдарының, ағаларының, аталарының ҡайтыуын көтә. Был көтөү уларҙың көндәрен борсолоу һәм өмөт менән тултыра, ә оҙайлы айырылышыуҙар ғәҙәти йәшәү рәүешен үҙгәртә.
Балалары менән ҡалған һалдат ҡатындары - ғаиләләре өсөн ысын терәк. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаһалар ҙа, уларҙың көрәше лә әһәмиәтле. Был ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренә ярҙам йыя, бер-береһен хәстәрләй һәм балаларын тәрбиәләй. Улар ирҙәренә хаттар яҙа, кисерештәрен уртаҡлаша һәм уларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшә, иң ауыр ваҡытта ла ғаилә беренсе урында ҡалыуын иҫкәртә.

МХО-лағы хәрби хеҙмәткәрҙең ҡатыны Рәйлә Ишбаева һөйләй:

- Беҙ ирем Фәнил менән Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле янында танышып ҡауышҡайныҡ, 20 йылдан ашыу бергә йәшәйбеҙ. 2022 йылдың 24 февраль иртәһен хәрби ҡорал канонадаһы аҫтында ҡаршы алдыҡ, шул саҡта Махсус хәрби операция башланыуы тураһында белдек. Ирем - отставкалағы полицейский. Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеү тураһында контрактҡа ҡул ҡуйғанын белдергәс, мин ҡаршы килмәнем. Әгәр ул ҡарар ҡабул итһә, уны мотлаҡ тормошҡа ашырасағын беләм. Һәм туҡтауһыҙ көтөү башланды. Миңә ғаиләлә ыңғай микроклимат булдырыу һәм һаҡлау мөһим ине, сөнки иремдең көндәлек хәрби бурыстарҙы үтәүе ошоға бәйле. Өйҙә барыһы ла яҡшы булһа, күңелдә лә тыныс һәм беҙҙең яугирҙарға хеҙмәт итеү ауырлыҡ тыуҙырмай. Көслө булыу еңел түгел, ул - үҙ-үҙең өҫтөндә даими эшләү. Ауыр көндәрҙә мин һалдаттарыбыҙҙы, уларға хәҙер күпкә ҡатмарлыраҡ икәнен иҫкә алам, ирен һәм улдарын көтөп ала алмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫкә төшөрәм. Уларға нисек? Һәм мин тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башлайым, балаларға күберәк иғтибар бирәм, алыҫтан булһа ла минут һайын ирем тураһында хәстәрлек күрәм, минән дә ауырыраҡ хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итәм. Шунан һуң мин нисек көсһөҙ була алам, юҡ, булдыра алмайым. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары ла шул уҡ хәрби конфликтта ҡатнашыусылар, улар - күҙгә күренмәгән ҡеүәтле фронт яугирҙары...
Әйткәндәй, Рәйлә Ишбаева "МХО-ла ҡатнашыусының ҡатыны" миҙалы менән бүләкләнгән. Награданы хәрби командование хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән өсөн ире аша тапшыра.

Әлфиә ӘҺЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.25 | Ҡаралған: 370

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru