«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИРҘАРЫБЫҘ КЕҮЕК ФАЙҘА КИЛТЕРЕРҘӘЙ ИДАРАСЫЛАР КӘРӘК
+  - 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар проекты старт алды. Гәзит уҡыусыбыҙҙы маҡсаты МХО яугирҙары араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү булған программа тураһында фекерҙәр менән таныштырабыҙ.

Ильяс БАТЫРГӘРӘЕВ, блогер, хәрби хәбәрсе:
Махсус хәрби операция ветерандары ысын мәғәнәһендә лидерҙар булараҡ илдә танылыу яуланы һәм, РФ Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, улар йәмғиәтебеҙ элитаһы. Миңә Махсус операция зонаһында үҙебеҙҙең егеттәр менән бик күп аралашырға тура килде һәм, беләһегеҙме, уларҙың тормошҡа булған ҡараштарын күреп, күңелдә ғорурлыҡ хисе уяна. Хәрбиҙәр киләсәк-кә өмөт менән баға, үҙ көстәренә ышана һәм, мине иң ғәжәпләндергәне - улар тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм яуаплылыҡ хаҡын баһалай белә. "Геройҙар заманы" федераль программаһы һәм күптән түгел Радий Хәбиров иғлан иткән "Башҡортостан геройҙары" республика программаһына старт бирелеү тәжрибәле хәрбиҙәр иҫәбенән идара итеү кадрҙарын әҙерләүҙә өҫтәмә стимул буласаҡ. Проект уларға йәмғиәтте үҫтереүҙә һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ҡатнашыу өсөн кәрәкле белем нигеҙҙәре һәм күнекмәләр бирәсәк.

Борис ДУДКО, Рәсәй Геройы: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тормошонда әүҙем ҡатнашлыҡ итә. Хәбриҙәр 2022 йылдан бирле гуманитар ярҙам ала, республикала уларҙың яҡындары өсөн тиҫтәләгән ярҙам саралары ғәмәлдә. Радий Фәрит улы һүҙҙәре менән әйткәндә, күп милләтле республикабыҙ лайыҡлы граждандар тәрбиәләгән, улар хәҙер Ватаныбыҙҙы һаҡлауҙа фиҙаҡәр көрәшә. Улар еңеү менән ҡайтыр һәм илебеҙ именлеге, уның үҫеше хаҡына тыныс хеҙмәттәрен артабан дауам итер, тип ышанам. Йәмғиәткә халҡыбыҙ тормошона тап беҙҙең яугирҙарыбыҙ кеүек файҙа килтерерҙәй идарасылар кәрәк тә инде.

Павел САМОЙЛИН, Рәсәй Ҡораллы көстәре хәрби хеҙмәткәре, "Ҡайтыр" исемен йөрөтә: Бындай программалар дүрт миллионлы халҡы булған Башҡортостан өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Был программалар республика иҡтисады, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль идара ихтыяждары өсөн кадрҙар әҙерләүҙә ҙур ярҙам, тип уйлайым. Махсус операция фронтында хәрби хеҙмәткәр тәртипкә һәм яуаплылыҡ тойғоһона өйрәнә. Үҙенең гражданлыҡ һәм хәрби бурысына тоғролоғон, илһөйәрлеген бит улар тыуған илебеҙ өсөн ысын мәғәнәһендә изге ҡанын түгеп, иң ғәзизе булған ғүмерен дә хатта фиҙа ҡылырға әҙер хәлдә иҫбат итә, батырлыҡтар күрһәтә. Мин үҙем дә 12 йыллыҡ дәүләт хеҙмәте тәжрибәһен үткән кешемен. Әгәр минең белемем һәм тәжрибәм дәүләт һәм муниципаль кимәлдә кәрәк тип табыла икән, был өлкәлә лә бөтә көсөмдө биреп эшләргә әҙермен.

Айҙар ШӘЙӘХМӘТОВ, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары, "Шаман" исемен йөрөтә: Әгәр кеше тыуған ере өсөн хатта ғүмерен дә бирергә әҙер икән, тимәк, ул дөрөҫ рухи ҡиммәттәр мөхитендә тәрбиәләнгән, һәм ул тыныс тормошҡа ҡайтҡас та Ватаныбыҙ үҫеше өсөн йәнен-тәнен йәлләмәйәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы беҙҙең егеттәргә республикабыҙ эшмәкәрлегенең төрлө тармаҡтарын ышанып тапшырырға мөмкин. Беҙҙең яугирҙар һүҙ һәм намыҫ баһаһын белә, сөнки улар Ватанға тоғролоҡтарын ҡайнар ҡанын түгеп иҫбатлай.

Азат САҘРЫЕВ, БСТ телеканалының хәрби хәбәрсеһе: Махсус операция биләмәләренә барған саҡтарҙа мин илебеҙҙең йөҙәрләгән ысын патриотын күреп һөйләшкәнем бар. Уларҙың күбеһе Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап, йортона бәлә килмәһен өсөн үҙе теләп фронтҡа киткән. Башҡортостан батырҙары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошман менән алышҡан ата-бабалары кеүек үк, илебеҙ азатлығы, уның суверенлығы хаҡына һәм, әлбиттә, ғаиләһе, тыуған йорто именлеген һаҡлап, ғүмерен аямай көрәшә. "Башҡортостан геройҙары" республика программаһы Ватаныбыҙ һаҡсыларының мөмкинлектәрен һәм ут эсендә нығынған тәжрибәләрен тыныс хеҙмәттә файҙаланырға юл асасаҡ. Кисәге яугирҙар өсөн был кадрҙар программаһы уларҙың идара итеү талантын, амбицияларын бойомға ашырырға ярҙам итәсәк.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.25 | Ҡаралған: 46

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru