«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРАНЦУЗ ЯУЛЫҠТАН БАШЛАНДЫ...
+  - 


Белорет ҡалаһының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тынғыһыҙ ирекмән, йомарт бағыусы, уңышлы эшҡыуар, үҙе тирәләй матурлыҡ һәм уңайлылыҡ булдырыусы рухлы замандашыбыҙ Резеда Рифғәт ҡыҙы СӘЙҘӘРОВА менән һөйләшәбеҙ.

Резеда Рифғәт ҡыҙы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегегеҙ һеҙҙе йәмәғәтсе лә, ирекмән дә итә, шулай бит? Шуға ла тәүҙә был юлдың ҡасан, нисек башланыуына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ әле. Был өлкәлә уңышҡа өлгәшеүҙең сере нимәлә, тип билдәләр инегеҙ?

- Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мин 1994 йылданмын, ә уға тиклем Белорет сәнғәт мәктәбендә эшләнем. Ике бөртөк тегеү машинаһынан башланған эшмәкәрлегемде бөгөнгө көндә ҙур ательеға, айырым магазинға тиклем еткереү өсөн байтаҡ көс һәм тир түгелде. Беҙ ул йылдарҙа Белоретта беренселәрҙән булып тюль, портьер, ламбрекен кеүек йортта һәр кемгә кәрәк әйберҙәр тегеүгә тотонғайныҡ. Ул ваҡыттарҙа нәҡ ошондай йүнәлеш модаға инеп бара ине, мин дә замана ағышын тиҙ тойоп, халыҡҡа кәрәкле хеҙмәт тәҡдим итә башланым. Һуңыраҡ милли кейемдәр тегеү идеяһы барлыҡҡа килде. Йәмғиәттә уларға ла ихтыяж тыуҙы. Шулай уҡ сәхнә кейемдәре лә һәр ваҡыт киң һорау менән файҙалана. Төрлө ансамбль, ижади коллектив, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм башҡа күп ойошмаларға заказ буйынса сәхнә костюмдары тегәбеҙ. Тағы ла шәхси һәм коллектив заказдар буйынса корпоратив, байрам кейемдәре лә етештерәбеҙ. Эшмәкәрлегемдең кешеләргә шатлыҡ килтереүен, йылы мәлдәр бүләк итеүен, яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырыуын күреү һәм белеү мине бәхетле итә.
Эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшеү өсөн, минеңсә, кеше тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш. Шулай уҡ килеп тыуған хәлдәрҙе, тәҡдим һәм мәғлүмәттәрҙе төплө анализлай белеү ҙә - эшҡыуар өсөн мөһим сифат. Бөтә эште үҙ өҫтөңә өйөп, психологтар телендә әйтелгәнсә, "янып" бөтмәҫ өсөн эштәрҙе ойоштороп, бүлеп бирә белеү ҙә кәрәк. Эшҡыуарлыҡ замана талаптарынан артта ҡалмайынса үҫешергә тейеш. Шул саҡта ул яңы кимәлгә күтәрелә.

Күптән түгел һеҙ "Эшлекле абруй" федераль премияһы лауреаты булдығыҙ, ихлас ҡотлайбыҙ!

- Эйе, былтыр 12 октябрҙә Мәскәүҙә конкурстың финалы үтте, унда Рәсәйҙең 9 төбәгенән - Башҡортостан, Пермь крайы, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарынан, Ҡурған, Төмән, Омск, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Форумда ҡатнашыуға меңдән ашыу ғариза бирелгән булған, һәм финалға сығыусылар исемлегенә, унан инде "топ-100"-гә инеү минең өсөн көтөлмәгән шатлыҡлы хәл булды.
"Эшлекле абруй" премияһы финалы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә йыйыусы сара ғына түгел, ул - ысын мәғәнәһендә юғары кимәлдәге, киң масштаблы байрам. Бында бизнес мәсьәләләре күтәрелеүе генә түгел, ә ҡатнашыусыларҙың идеялар менән бүлешеүе, аралашыуы, тәжрибә уртаҡлашыуы һәм яңы бәйләнештәр булдырыуы ла мөһим. Һәр ҡатнашыусы - уңышлы һәм абруйлы ҡатын-ҡыҙ, үҙ өлкәһендәге лидер. Премия финалы сараһында ҡатнашып, ошондай уңышлы, талантлы кешеләр менән аралашыуым менән бәхетлемен. Был яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра һәм ҙур этәргес бирә. "Эшлекле абруй" премияһын алыу минең өсөн дөрөҫ юлда булыуымды раҫлаусы мөһим дәлилдәрҙең береһе булды. Был үҫеште дауам итеүгә, үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашыу һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы маҡсаттарына өлгәшергә рухландырыу өсөн стимул бирҙе.

Һеҙ миллилекте юғары баһалаған кеше булараҡ та билдәле. Белоретта этник музей асыуығыҙ бының тағы бер дәлиле булып тора ла инде. Шулай түгелме?

- Беҙҙең бурыс - башҡорт халҡының мираҫын, рухилығын, мәҙәниәтен, йолаларын һәм көнкүрешен һаҡлау һәм уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу. Оҙаҡ йылдар күңелемдә "Башҡорт йорто" этник музейын асыу идеяһы йәшәне һәм күптән түгел уны тормошҡа ашырҙым. Ә музей асыу тураһындағы ниәткә ғаиләбеҙҙә быуындан-быуынға тапшырылып килгән француз яулығы сәбәпсе булды. Өләсәйемдән ҡомартҡы булып ҡалған яулыҡты Төркиәгә алып барып, ундағы эшҡыуарҙар менән һөйләшеп, ҙур партиялы итеп баҫтырып алып ҡайттым. Һәм бөгөнгө көндә француз яулыҡтарын таратыу буйынса ҙур эш башҡарабыҙ, тип уйлайым. Заказдар күп француз яулыҡҡа, беҙ уны магазинда, интернет селтәре аша ла һатабыҙ, почта менән дә ебәрәбеҙ. Француз яулыҡ - ул минең матур проекттарымдың береһе.
Ун биш йыллап тирәһе бөртөкләп тиерлек экспонаттар йыйҙым. Улар хәҙер яратҡан өләсәйемдән ҡалған һәм ҡәҙерләп һаҡлаған әйберҙәр - тирмән, боронғо көмөш тәңкәләр, камзул, француз яулығы менән бергә музейға ҡуйылып, башҡорт ауыл йортоноң көнкүрешен тергеҙә. Экспонаттар йыйыуға туғандарым, ауылдаштарым, дуҫтарым ярҙам итте. Музейға килеүселәр традицион башҡорт кейемдәре, һауыт-һаба һәм башҡа көнкүреш әйберҙәренән тыш, фотоһүрәт, китап, келәмдәрҙе һәм башҡа бик күп нәмәләрҙе күрә ала. Коллекцияны артабан да тулыландырасаҡбыҙ. Тегеү эшенә арналған күргәҙмә лә булдырырбыҙ, тип ниәт итәм, коллекциямда бер-нисә боронғо тегеү машинаһы бар ҙа инде.
Музейҙың үҙәк элементы булып ғаиләмдең шәжәрәһе тора, ул ун бер быуынды үҙ эсенә ала. Был шәжәрәне йыйыу бер-нисә йыл дауам итте, уны төҙөүҙә бөтә туғандар ҙа берҙәм ҡатнашты. Белемле, зыялы ата-бабаларымды онотмау, улар хаҡында балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә еткереү - һәр кемдең изге бурысы. Туғанлыҡ ептәренең өҙөлмәүе минең өсөн бик мөһим. Һәм музей был йәһәттән үҙенең ҙур өлөшөн индерер, тип өмөт итәм.

Ғаилә кеше тормошондағы иң мөһим ижади сығанаҡ һәм көс биреүсе усаҡтыр, моғайын. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- Ҡатын, әсәй, өләсәй вазифалары минең өсөн бик ҡәҙерле. Минең барлыҡ башланғыстарымды дәртләндереп, янымда ныҡлы терәк булып тороусы иремә рәхмәтлемен. Ҡыҙым, Гүзәлем -минең фатихам һәм Юғарынан бирелгән бүләгем. Ул минең төп ярҙамсым, кәңәшсем һәм ышаныслы терәгем. Ауыр мәлдәрҙә ярҙам итеүсе, уңышыма бергәләп шатланыусы яҡындарым булыуы менән бәхетлемен. Өләсәй булыу үҙе бер ҙур вазифа. Ейәндәрем тормошома йылылыҡ һәм мәғәнә килтерә, донъяға балаларса, ҡыланмай-ҡыландырмайынса ғына ҡарарға, бөтә нәмәне лә нисек бар, шулай күрергә өйрәтә һәм көндәремде шатлыҡ менән тултыра. Мин уларға традицияларыбыҙҙы һәм ҡиммәттәребеҙҙе тапшыра, уларҙы үҙ мәҙәниәтебеҙҙе хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә өйрәтә алыуым менән ғорурланам.

Һеҙ ирекмән булараҡ та күп эштәр башҡараһығыҙ бит әле...

- Был донъяла һәр кемебеҙҙең хәленән килгәнсә кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙыуы йәмғиәттәге йәшәйеште күпкә яҡшыртыр ине. Мин йөрәгем ҡушыуы буйынса йәмәғәт эштәрендә ҡатнашам һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәм. Әгәр ҙә минең ошо эшмәкәрлегем башҡаларҙы ла рухландырһа, битараф булмағандар рәтен арттырһа, бик шат буласаҡмын.
Илебеҙ башына төшкән һынауҙарҙы йырып сығыу өсөн бөтә халыҡ дәррәү ҡуҙғалды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәр алыу, гуманитар ярҙам туплап ебәреү, маскировка селтәре үреү кеүек бик күп эштәр башҡарыла. Ошондай битараф булмағандар менән берлектә яу яланындағы егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙә ҡатнашыуым, ярҙам күрһәтә алыуым минең өсөн бик мөһим. Минең ирекмәнлек башланғысымды ҡеүәтләп тороусы милләттәштәремә, Белорет һәм Учалы районы халҡына, дуҫтарым һәм туғандарыма оло рәхмәтемде белдерәм.

Шулай итеп...
Виртоуз дирижер һымаҡ, ваҡытын, көсөн тигеҙ бүлеп, әллә күпме өлкәлә оҫта эшмәкәрлек алып барған кешеләр иҫ киткес энергия һәм энтузиазмға эйә булалар. Улар ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп кенә ҡалмай, ә тирә-яҡтағыларҙы ла алға әйҙәй. Стратегик ҡараш, ныҡышмалыҡ һәм камиллыҡҡа ынтылыш - быларҙың барыһы ла бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Резеда Рифғәт ҡыҙы Сәйҙәрова тураһында.

Гөлназ МАНАПОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.25 | Ҡаралған: 50

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru