
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 21 мартта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәзифә Динмөхәмәтованың күркәм юбилейы айҡанлы Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Хыялый" лирик комедияһы (режиссеры - Арыҫлан Йәнбәков) күрһәтеләсәк. Актриса был спектаклдә ауылға табип булып эшкә килгән һылыу ҡыҙ - Йондоҙ ролендә сығыш яһай.
Рәзифә Рәшит ҡыҙы Учалы районының йәмле Сәфәр ауылында тыуып үҫкән. Уның сәхнәгә ынтылышы бәләкәй сағынан уҡ көслө була, бигерәк тә бейеү сәнғәтен үҙ итә һәләтле ҡыҙ. Ауылдарында бейеү түңәрәге асылғас, дәртләнеп шунда йөрөй башлай, башкөллө ижади мөхиткә сума. Барлыҡ район, ҡала һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша, художестволы үҙешмәкәрлек конкурстарында һәр саҡ беренсе урындар яулай. Сәхнәләрҙә сығыш яһау, төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу - былар барыһы ла Рәзифә Динмөхәмәтованың артист булыу теләген көсәйтә генә. Сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ мәктәптән һуң Учалы музыка училищеһының хореография бүлегенә уҡырға инә, уны тамамлағас, баш ҡалаға юл тота - юғары белемгә эйә булыу теләге Рәзифә Рәшит ҡыҙын Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына алып килә.
Ҡулына диплом алғас, йәш актриса ижад юлын Милли йәштәр театрында башлай, бер аҙҙан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә килә һәм бына инде егерме биш йыл ошо театрҙа арымай-талмай хеҙмәт итә. Ижади багажы бик тос уның. Киң диапазонлы актриса булараҡ, ул ҡатмарлы характерҙарҙы ла, көлкөлө образдарҙы ла берҙәй оҫта, ышандырырлыҡ итеп башҡара. Таланты менән генә түгел, үҙенә генә хас ихласлығы, онотолоп уйнауы менән тамашасыларҙы хайран ҡалдыра, уларҙың ысын һөйөүен яулай. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Рәзифә Динмөхәмәтова иллегә яҡын роль ижад итә. Актриса барлыҡ образдарын да үҙенең йөрәге аша үткәреп, уларҙы тамашасы күңеленә мәңге уйылып ҡалырлыҡ итеп сәхнәгә сығара.
- Ижад иткән ролдәремдең һәр береһен яратам. Әммә шулай ҙа күңелемә иң яҡыны - Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектаклендәге Әсғәт образылыр, моғайын. Был роль менән мин ниндәйҙер кимәлдә рухи үҫеш кисерҙем, ул минән ысын актриса яһаны, тип әйтә алам. Театр сәнғәте белгестәре мине "травести актрисаһы" тип атай башланы, Мәскәүҙәге гастролдәр ваҡытында (сентябрь, 2004 йыл) сәнғәт фәне кандидаты Ольга Галахова етәкселегендәге Мәскәү тәнҡитселәре төркөмө лә образымды юғары баһаланы. Тағы ла "Ҡоҙаса"лағы Наза ролен билдәләп үткем килә. Театрыбыҙҙың иң популяр музыкаль комедияларының береһе булған "Ҡоҙаса" менән Төркиәгә, Ҡытайға барып, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, матур костюмдарын күрһәтеп ҡайтыу бәхете тейҙе беҙгә. Шулай уҡ "Кәкүк ояһы"ндағы эпизодик ролемде - Мисс Флиннды һаман һағынып иҫкә алам. Был психологик триллерҙа һәр персонажға ниндәйҙер миссия бирелгән кеүек ине. Спектаклдә талаптар юғары, уның үҙ сиктәре булды, актерҙарҙы ғына түгел, хатта тамашасыларҙы ла аҙағына тиклем көсөргәнештә тота ине. Классик образдарға килгәндә, "Бирнәһеҙ ҡыҙ"ҙағы Лариса ролен яратып уйнаным. Ғөмүмән, минең өсөн ролдең бәләкәйе, ҙуры юҡ. Яратҡан эшем - ижад менән шөғөлләнәм һәм мин бик бәхетлемен, - ти ул.
Гөлназ ҒӘЛИЕВА,
театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге мөхәррире.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|