«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРБА ЭСЕНӘН - ДОШМАН ТЫЛЫНА
+  - 

Рәсәй армияһы 10 мартта Курск өлкәһендә киң ҡолас һөжүмгә күсте һәм бындағы иң ҙур тораҡ пункт - Суджаны штурмлай башланы. Һуңғы ике көн эсендә Рәсәй яугирҙары ете тораҡ пунктын азат итеп, Суджа сигендәге шәхси секторҙа алыша.

Шуныһы ғәжәп итерлек булды: уникаль план буйынса Рәсәй армияһының 800 ирекмән яугиры Суджа районындағы дошман позицияһына эсе буш булған Уренгой - Помары - Ужгород ер аҫты газ үткәргесе аша йәшерен рәүештә көтмәгәндә килеп сығып, украин боевиктарының ҡотон ала. Дөрөҫ, бының өсөн беҙҙең ҡыйыу егеттәргә 1,4 метр диаметрлы газ үткәргес эсенән бөтөн яу кәрәк-яраҡтарын артмаҡлап, атлаған ерҙә - атлап, шыуышҡан ерҙә шыуышып, ике көн буйы 12 - 15 км юл үтергә тура килә. Уның ҡарауы, беҙҙең яугирҙарҙы газ торбаһы дошман дрондары, миналарынан һәм техникаһынан ышаныслы һаҡлай. Метан менән ағыуланып, аҙыҡһыҙ-һыуһыҙ тигәндәй, яугирҙар, ниһайәт, дошман тылына үтеп инә һәм кинәт һөжүм башлай. АиФ-Мәскәү сығанағы хәбәр итеүенсә, Украина Ҡораллы көстәре подразделениелары юғалып ҡала, обороналары өҙөлә һәм улар үҙ көстәренең ҡайһы бер төркөмдәрен алғы позицияларҙан тылға сығарырға мәжбүр була. Шуға ҡарамаҫтан, ҡалған дошман боевиктары менән Суджа районында һуғыштар дауам итә. Фиҙаҡәр ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған был "Торба" операцияһында "Ахмат" - Аида төркөмө, 11-се ВДВ бригадаһы, "Восток", "Ветеран" төркөмдәре, диңгеҙ пехотаһы егеттәре, 106-сы бригада яугирҙары ҡатнашты.
РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, 11 мартҡа ҡарай төндә Украина тарафы Рәсәйгә быйыл бығаса булмаған күләмдә дрондар "ямғыры" яуҙырҙы. Курскиҙа еңелеү дошмандың һарыуын ҡайнатты, күрәһең: үлер алдынан себен дә әсе ташләй, тиҙәр бит. Рәсәй Һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары шул төн эсендә генә 337 украин пилотһыҙ осоусы аппаратын бәреп төшөрҙө һәм юҡ итте. Шуларҙың 91-е - Мәскәү өлкәһендә, 126-һы - Курск өлкәһе территорияһында, 38-е - Брянск, унауһы Калуга өлкәһендә, быларҙан тыш, Липецк, Орлов, Воронеж һәм Нижегород өлкәләрендә бәреп төшөрөлдө. Дошмандың аяуһыҙлығы һәм яуыз ниәте шунда ла асыҡ сағыла: улар дрондарҙы торлаҡ йорттар массивына ҡарай йүнәлтә башланы. Емереклектәр, тыныс халыҡ араһынан зыян күреүселәр бар, ике кеше үлгән.
Америка сәйәси күҙәтеүсеһе Джон Миршаймер Duran You Tube каналы эфирында, Украинаға ярҙам буйынса Европа планы АҠШ ҡатнашлығынан тыш барып сыҡмаясаҡ, тип белдерҙе."Европа илдәре Киевҡа аҡсанан тыш тағы ла нимә менәндер ярҙам итә алмау ғына түгел, үҙҙәренең армия составы ниндәй хөрт хәлдә икәнен дә аңлап етмәй, ахырыһы. Франция һәм Германияның Рәсәй менән ярышырға һәләтле армияһы юҡ", - тип ҡәтғи белдерҙе Миршаймер. Әйткәндәй, 9 мартта "Макронды - отставкаға!" тигән плакаттар тотҡан Париж халҡы, Украинаға ҡорал ебәреүҙе һәм унда ҡан ҡойошто туҡтатыуҙы талап итеп, ҡаланың үҙәк урамдарына протест акцияһына сыҡты. Был сәйәси сараны ойоштороусылар белдереүенсә, Евросоюз Украиналағы конфликт утын артабан дөрләтергә маташа. "Европа хәрби блокка әүерелергә тейеш түгел!" тип ҡысҡырҙы протест белдереүселәр. Хәрби блок, тигәндәй, донъяның иң бай кешеһе - билдәле Америка миллиардеры, бизнесмен Илон Маск АҠШ президентының НАТО блогынан сығыу менән янауын хупланы. Сөнки, ти ул, НАТО составындағы Евросоюз илдәре АҠШ-ты банкомат урынына күрә, ә бит улар ҙа дөйөм альянс ҡаҙнаһына, тимәк, үҙҙәренең хәүефһеҙлеге хаҡына, АҠШ кеүек үк, аҡсаны күберәк күсерергә тейеш. Етмәһә, Европа лидерҙары Украинала "туҡтауһыҙ һуғыш" алып барыу яҡлылар. Шуға күрә лә Илон Маск Дональд Трамптың АҠШ-ты НАТО составынан сығарырға янауын хупланы. Ғөмүмән, Трамп командаһына алынған һәм президенттың иң яҡын кәңәшсеһе - АҠШ хөкүмәте һөҙөмтәлелеге департаменты (DOGE) етәксеһе итеп тәғәйенләнгән бизнесмен Илон Маск сәйәсәт һәм дәүләт эштәрендә бығаса булмаған әүҙемлек күрһәтә. Уның департаменты тарафынан Трамп ихтыяры менән үткән айҙа меңәрләгән дәүләт хеҙмәткәре ҡыҫҡартылды, тип хәбәр итә kommersant.ru. Ләкин Трамп хакимиәтенең башҡа департаменттары һәм министрлыҡтары, профсоюздар һәм демократтар Илон Масктын кадрҙарға ҡарата бындай аяуһыҙлығын законға һыйғыһыҙ тип тапты һәм уға ҡаршы сыҡты. Һөҙөмтәлә дәүләт аппаратын "таҙартыу" бер аҙға әкренәйтелде, ә Трамп Масктың был йәһәттән вәкәләтлеген бер аҙ сикләргә мәжбүр булды. Бынан тыш, ҡаҙна экономиялау маҡсатында АҠШ-тың башҡа илдәргә финанс ярҙамы күпкә кәметелде. Власҡа килгәндән һуң Трамп үҙе Маск департаментына АҠШ-тың дәүләт бюджеты сығымдарын тикшерергә ҡушҡайны һәм шул нигеҙҙә Илон Маск командаһы дәүләт сығымдарын 2 трлн долларға ҡыҫҡартырға иҫәп тота.
Новости Рәсәй агентлығы хәбәренә ҡарағанда, Дональд Трамп, ғөмүмән, коллектив Көнбайыш донъяһын үҙгәртеп ҡорорға иҫәп тота, сөнки ул Украина конфликтының асылда Көнбайыш менән Рәсәй араһындағы көрәш булыуын таный. "Бындай ҡаршылыҡтың өсөнсө донъя һуғышына килтереү хәүефе бар. Ҡайһы саҡ кешеләр ошо хаҡта онотоп ебәрә, ә был уйынсыҡ түгел",- ти АҠШ президенты. Америка сәйәси күҙәтеүсеһе Скотт Риттер белдереүенсә, Рәсәйгә ҡаршы бөтөн булған истерия демократик партияның хөсөтлөгө ул. Бындай мөнәсәбәт Украина менән генә сикләнмәйәсәк, шуға күрә коллектив Көнбайышты ауыҙлыҡларға һәм туҡтатырға кәрәк, ти Риттер.
Һуңғы яңылыҡтарҙан: Сәғүд Ғәрәбстанында АҠШ делегацияһы менән осрашҡандан һуң Киев американдар көсләп таҡҡан шартты ҡабул итергә мәжбүр булды һәм 30 көнгә утты туҡтатырға әҙерлеген белдерҙе. Был ике йөҙлөлөккә ышаныуы ҡыйын, әлбиттә, тип яҙа сәйәси күҙәтеүселәр, сөнки Курск өлкәһендә ҡыйратылыуға дусар ителеп, иртәгәһенә яуыз үс алыу ниәте менән Рәсәйгә, хатта уның төпкөл ҡалаларына аяуһыҙ дрондар һөжүме яуҙырыуы Киев режимының теләһә ҡайһы ваҡыт һәм башына ни килһә, шуны эшләү ихтималлығын күрһәтте.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.25 | Ҡаралған: 94

Киске Өфө
 
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru