«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЧАСТКАҢ ТАШЛАНДЫҠ ХӘЛДӘМЕ?
+  - 

Рәсәйҙә 2025 йылдың 1 мартынан шәхси торлаҡ төҙөү һәм баҡсасылыҡ өсөн бирелгән ер участкаларын файҙаланыуға ҡағылышлы ҡануниәткә үҙгәрештәр көсөнә инә. Үҙгәрештәр ерҙе файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән, ти Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Клец аңлатыуынса, ер участкалары хужалары милек хоҡуғын алғандан һуң өс йыл эсендә уларҙы үҙләштерә башларға тейеш. Әгәр хужа был ваҡытта үҙләштереүгә тотонмаһа, дәүләт бындай участканы тартып алырға һәм уны аукционға ҡуйырға хоҡуҡлы. "Дәүләт тартып алыу кеүек маҡсатты күҙ уңында тотмай, - ти территориаль Росреестр етәксеһе. - Яңы закон ерҙе әүҙем файҙаланыуҙы дәртләндереүгә, тораҡ пункттарҙың инфраструктураһын яҡшыртыуға һәм участкаларҙың йылдар буйына ташландыҡ хәлдә ҡалыуын булдырмауға йүнәлтелгән. Йорт төҙөүҙе йәки баҡсасылыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы планлаштырыусылар хәҙер үҙ ерен файҙаланыуға яуаплыраҡ ҡараясаҡ".
Яңы закон буйынса участканы артабан төҙөүгә әҙерләүгә өс йыл бирелә. Һүҙ территорияны сүп-сарҙан таҙартыу, рельефты тигеҙләү тураһында бара. Ерҙе үҙләштереү өсөн бирелгән өс йыл үткәс, уны тәғәйенләнеше буйынса файҙалана башларға кәрәк. Ошо мәлдән милексе участканы файҙаланмағаны өсөн яуап тота. "2025 йылдың 1 мартынан һуң һатып алынған, бүләк ителгән участкаларҙы үҙләштереүҙе башларға кәрәк. Милектә булған участкалар буйынса ваҡыт 2025 йылдың 1 мартынан иҫәпләнә, - тип аныҡлыҡ индерҙе Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе. - Ҡабул ителгән нормаларҙың бурысы - милекселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу йәки уларҙан ерҙе тартып алыу түгел, ә уларҙы үҙ участкаларына ҡайтарыу. Өҫтәп әйтәм, яңы штрафтар йәки тәғәйенләнеше буйынса участканы файҙаланмаған өсөн башҡа яуаплылыҡ саралары индерелмәй.
Бөгөн Рәсәй хөкүмәтендә ерҙе үҙләштереүҙе һәм файҙаланмауҙы билдәләү өсөн аныҡ критерийҙар бар. "Башинформ" агентлығы һорауына яуап биреп, Петр Клец, Башҡортостанда ер ҡануниәтен боҙоуҙарҙың яртыһынан күберәге участкаларҙы файҙаланмауға бәйле, тине. Яңы нормаларҙың үтәлешен Росреестр һәм урындағы үҙидара органдары контролдә тотасаҡ. Ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланһа, хужаларға күрһәтмә биреләсәк һәм был күрһәтмәне иғтибарһыҙ ҡалдырған осраҡта ғына ҡәтғиерәк саралар күреләсәк, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, 2024 йылда төбәктә Росреестр тарафынан 4 мең самаһы файҙаланылмаған участка асыҡланған. Муниципалитеттар тағы ла меңдән ашыу ошондай участка тапҡан.
Әгәр милексе объектив сәбәптәр арҡаһында участканы үҙләштерә алмаһа, ул раҫлаусы документтар тапшыра йәки ҡағиҙә боҙоуҙы бөтөрөү ваҡытын оҙайта ала. Шулай уҡ участканы өсөнсө кешеләргә ҡуртымға йәки бушлай файҙаланыуға тапшырыу мөмкинлеге бар.
Билдәләүҙәренсә, ер участкаларын үҙләштереү критерийҙары аныҡ булмауы сәбәпле, файҙаланылмаған ерҙәрҙең, шулай уҡ халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырған оҙайлы төҙөлөштәрҙең артыуы раҫланған. Яңы закон янғын хәүефһеҙлеген, санитар хәлде һәм тораҡ пункттарҙың йөҙөн яҡшыртасаҡ. Бынан тыш, хоҡуҡ эйәләре хәҙер ниндәй хаталарҙан ҡасырға кәрәклеген беләсәк һәм уларҙы булдырмау өсөн алдан саралар күрә аласаҡ. "Был закон халыҡтың киң ҡатламының һәм, әлбиттә, муниципалитеттарҙың иғтибарын талап итә, сөнки ниндәйҙер проблема килеп тыуһа, кеше муниципалитеттарға, депутаттарға барасаҡ. Былтыр ғына Башҡортостанда 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылыуы ла закондың масштабын һәм киң әһәмиәтен асыҡ күрһәтә, торлаҡтың 70 проценты иһә - шәхси йорт төҙөлөшө. Шуға күрә федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр бик күп рәсәйҙәргә ҡағыласаҡ", - тип аңлатма бирә БР Муниципаль берәмектәр ассоциацияһының башҡарма директоры Марат Ғәлиуллин.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова хәбәр итеүенсә, март айында Өфөлә ер участкаларын үҙләштереү һәм файҙаланыу буйынса яңы законға арналған "түңәрәк өҫтәл" үтәсәк. Ултырышты Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойоштора. Уның эшендә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм башҡа ҡыҙыҡһынған ведомстволар вәкилдәре ҡатнашыр тип көтөлә.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.25 | Ҡаралған: 87

Киске Өфө
 
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru