«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)

Обручев шәхси тормошонда бик һаран кеше була. Бер саҡ ул масленица байрамына һайлап саҡырылған интеллигенция вәкилдәрен Николаев урамы буйлап тау битенән санала шыуҙырып күңел астырыу маҡсатында сана-кәмә яһатырға ҡуша. Кәмәне уның йорто янына алып килгәс, оҫталарға түләр өсөн икеме, өсмө һум (тиндәре менән) аҡса етмәүе хаҡында белдерәләр. Обручев ошо сумманы баҡыр тиндәренә тиклем үҙе иҫәпләп бирә.
Төбәктең баш начальнигы булараҡ, ул тантаналы көндәрҙә ҙур аш мәжлестәре һәм балдар уҙғарырға тейеш була. Бының өсөн хеҙмәтселәрҙең күп булыуы кәрәк, әммә улар бик аҙ ғына булып, уның ғаиләһен генә хеҙмәтләндерә; бындай ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа хеҙмәтселәр штатын күбәйтеү маҡсатында хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем ошондай тәжрибәһе булған баталион һалдаттары йәлеп ителә. Фрак кейгән һалдаттар лакейҙарҙы алыштыра. Ҡайһы саҡта улар Обручевта оҙайлы ваҡыт дауамында алмашһыҙ эшләй. Раштыуа һәм Пасха байрамдарында хеҙмәтселәрҙе бүләкләү ғәҙәти хәл булғас, Обручев уларҙың барыһын да йыйып ала һәм һәр береһенә ҡағыҙға төрөлгән, 1 һумдан 3 һумға тиклем аҡса бирә, ошо аҡсаға аҡ бирсәткәләр һатып алыуҙы талап итә, һуңынан улары ошо аҡсаларҙы эскегә тотмағандарын раҫларға тейеш була.
Ошолар хаҡында миңә Обручевҡа барыһынан да яҡыныраҡ тороп, уның ғаиләһендә урынлаштырылған тәртиптәрҙе яҡшы белгән канцелярия башлығы Смольянинов һөйләне. Отделение начальнигы булғанында шул уҡ Смольяниновты һәм ғәскәр старшинаһы Петр Иванович Коринды Обручев үҙе менән Петербургҡа алып бара. Улар, үҙҙәренең шәхси аҡсалары бик сикләнгән булғанлыҡтан, Обручевтың ҡаҙнанан юлға тип алған экстраординар суммаларына иҫәп тота. Ҡунаҡханала бүлмә һәм төшкө аш генерал менән уртаҡ була, әммә киске аш һәм сәй биреү ҡаралмай. Ресторан хужаһы уларҙы бер нисек тә тартынмаҫҡа өгөтләй, генерал үҙе түләйәсәк, һеҙгә бер ни ҙә булмаҫ, тип ышандыра. Улар ҡайтып киткәнсе һәр көндә киске аш һәм сәй ваҡытында бирелеп тора. Иҫәп-хисап ҡағыҙы бирелгәс, Обручев ҡунаҡхананы тотоусыға ҡысҡырына башлай. Уныһы, ҡунаҡханала туҡталыусы юғары дәрәжәле кешеләрҙең үҙҙәренең чиновниктары өсөн һәр саҡта ла түләүҙәрен белгәнгә күрә, генерал алдан үҙе бер ни ҙә әйтмәгәс, барыһына ла иртәнге, киске аш һәм сәй бирергә ҡушыуы хаҡында белдерә. Чиновниктар, үҙ сиратында, быны генералдың ҡушыуы буйынса эшләнгән икән тип уйлауҙары хаҡында әйтә. Обручев талап ителгән аҡсаны түләй, әммә аҙаҡтан уларҙың Питерҙа уның иҫәбенә хужаларса ҡыланыуҙары хаҡында оҙаҡ ваҡыт иҫтәренә төшөрөп тора.
Уның канцелярияһының тәүге башлығы Лебедев та, ошо уҡ вазифа вәғәҙә ителеп, Перовский килтергән кешеләрҙең береһе була, әммә ул был урынға тәғәйенләнмәй ҡала, сөнки Перовский унан талантлыраҡ һәм төбәкте яҡшы белгән Аким Иванович Середаны һайлай. Ул саҡта Лебедев канцелярия башлығы кимәлендәге хаҡ менән канцелярия секретары вазифаһында эшкә ҡалырға ризалаша. Ул рухани званиеһындағы заттарҙан булып, духовный семинария тамамлай; үҙенең тыуған яғында Воронеж губернаторы канцелярияһы башлығы була, һуңынан Петербургта хеҙмәт итә, ошо урынынан Ырымбурға саҡырыла.
Лебедевтың ныҡ һәләтле булыуы һәм хеҙмәт итеү осоронда алған ғәмәли белемдәре уға канцелярияла эшләгән сағында Обручевты уңышһыҙ сараларҙан ҡурсалау мөмкинлеген бирә. Ул Обручевтың, ниндәйҙер бер маҡсат менән мауығып китеп, эште үҙе теләгәнсә башҡарырға теләүен күреп, ошолай эшләүҙең уңайһыҙ булыуы, законға тап килмәүе хаҡында иҫкәртеп тора. Обручев үҙенекен итергә тырыша. Лебедев уның бойороғон үтәй, әммә һуңынан иң юғары начальство ошолай итеп эш итеүҙең дөрөҫ булмауын аңлатырға мәжбүр була.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.25 | Ҡаралған: 87

Киске Өфө
 
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru